Һәләтлеләр күп13.03.2012
Милли сәнғәтте үҫтереү һәм уны йәш быуынға еткереү маҡсатында Стәрлетамаҡ ҡалаһында Халыҡ йырын яңғыҙ башҡарыусыларҙың конкурсы ойошторолдо.
Сара бик күңелле үтте: сәхнәнән башҡорт, татар, урыҫ, украин телдәрендәге йырҙар яңғыраны. Еңеүсе исемен Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты Максим Сурков яуланы.