Һыналыу өсөн килгәнбеҙ06.05.2016
“Мин һеҙҙе имтихан ҡылыу өсөн яралттым”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Ысынлап та, Раббыбыҙ әҙәм балаһын һәр яҡлап, шул иҫәптән бәлә-ҡаза менән һынап тора. Тимәк, бәндәнең яҙмышы – Аллаһтың ихтыярында.
Язаны Аллаһ Тәғәлә кемделер юҡҡа сығарыу, түбәнһетеү түгел, ә һынау – сабырлыҡты, камиллыҡты тикшереү – өсөн бирә. Бәләләр бәндәне күңел керенән таҙарта. Шул ваҡытта паклана белгәндәр алтынға әйләнә, ә булдыра алмағандар вәхшигә әүерелә.
“Был донъялағы һынауҙар бәндәгә файҙа бирә алмаһа, улар ахирәткә ҡала”, – тип өйрәтә дин. Тимәк, тормоштоң төрлө имтиханын фани донъяла лайыҡлы үтеп, әҙәм булып йәшәү яҡшы.
Аҡылың алдан йөрөһөн
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһына иң әүәл аҡыл һалған. Тимәк, кеше ниҙер ҡылыр алдынан уйларға, ҡырҡ ҡат үлсәргә, башҡарырға теләгән эшенең эҙемтәһен күҙалларға тейеш.
“Ҡулың аҡылыңдан алда йөрөмәһен”, – тип өйрәтә өлкәндәр. Шул уҡ ваҡытта тәкәбберлек, асыу, нәфрәт “үр”гә үтергә тейеш түгел. Тап шул сифаттар янъялға, бәләгә, һуғышҡа юл һала ла.
Бер-береңде яратырға кәрәк
Әҙәм балаһын һүҙ менән рәнйетеү, йән ҡыйыу – Исламда ҙур гонаһ. Аллаһ Тәғәлә бер-береңде яратырға, тыныслыҡҡа ынтылырға бойора.
“Эй, әҙәм балалары! Башҡаларға насарлыҡ теләмәгеҙ, янъялға юл ҡуймағыҙ, – тип өйрәтә “Ҡөрьән Кәрим”. – Бер-берегеҙҙе насар маҡсатта күҙәтмәгеҙ, артынан яман һүҙ һөйләмәгеҙ. Кешеләрҙе яратығыҙ. Аллаһтан ҡурҡа белегеҙ”.