Түшәк һатыла, ә йоҡо – юҡ06.05.2016
Түшәк һатыла, ә йоҡо – юҡ Кредит юллау еңелләшкәс һәм уны алыу юлдары ябайлаштырылғас, ниһайәт, ябай кешегә лә банктарҙың ишеге асылды. “Үәт, рәхәткә сыҡтыҡ” тиер ине бындай осраҡта яңы алымды ҡулланып донъяһын нығытҡан яҡын дуҫым. Ысынында күптәр йәшәйештең ошо отошло ысулына өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, ипотека кредиты фатир алғанда ифрат ныҡ ярҙам итә. Автомобилгә ынтылһаң, шулай уҡ ҡыйыуыраҡ бул һәм рәхим ит: хатта һаҡлыҡта бер һум аҡсаң ятмаған осраҡта ла “тимер ат”та елдерергә мөмкин, бүтән мәсьәләләрҙе хәл иткәндә лә уңайлы. Эсендә йәне юҡтар ғына кредитһыҙ йәшәйҙер. Уның ҡарауы, таяҡ ике осло булғандай, аҡсаны кире ҡайтара белеү ҙә – оҫталыҡ. Кем әйтмешләй, кешенекен алаһың, үҙеңдекен бирәһең. Кредит һаҙлығына батып, уны түләй алмағандарҙың түгел, ә бурысын ваҡытында ҡайтарыр өсөн баш күтәрмәй эшләп, һаулығын ҡайғыртмағандарҙың яҙмышы нисек? Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, нәҡ кредит арҡаһында әле күптәр бер нисә урында тир түгергә мәжбүр.


Бер тапҡыр ғына бүләк ителгән ғүмерҙе нисек тә матур үткәрергә кәрәк бит. Муллыҡта йәшәргә теләмәүсене табыуы ҡыйындыр. “Ни өсөн шулай? Ниңә мин түгел?” кеүегерәк һорауҙар кешеләрҙе борсомай ҡалмайҙыр. Ат шикелле егелеп эшләп тә бол йыя алмағандар тормошоноң алға бармауына әленән-әле зарланыусан. Ни өсөн кемдеңдер бөтәһе лә бар? Ә икенселәр, әйтәйек, юғары белемгә эйә булыуына, намыҫлы хеҙмәт күрһәтеүенә, ғөмүмән, донъя көтөү өсөн ижтиһад һалыуына ҡарамаҫтан, мохтажлыҡ сигендә көн күрә. Аяҡҡа баҫыуҙың төрлө юлдары ҡаралғандан һуң аҡса сығанағы – кредит күңелгә тынғылыҡ бирмәй башлай.
Әҙәм балаһы маҡсатына өлгәшә һәм, финанс күҙлегенән сығып, бер нисә урында эшләргә мәжбүр була. Социологтар иҫбатлауынса, тәүлегенә 15-20 сәғәт хеҙмәт иткәндәр тегендә-бында йүгереүҙән ләззәт ала, тормошон бүтәнсә күҙ алдына ла килтермәй. Ә ысынында кемгәлер бер нисә урында эшләү тәбиғи һаналһа, икенселәр өсөн ул – өҫтәмә килем сығанағы. Аҡса табыу теләге хәрәкәтләндерә уларҙы. Был осраҡта, моғайын, иң мөһиме – ваҡытты дөрөҫ бүлә белеүҙер. Менталитет йәки бүтән нәмә менән бәйлеме, ниңәлер беҙҙә шундай фекер урын алған: кем бер нисә урында эшләй, тимәк, ул аҡсаһыҙлыҡтан йонсой, финанс яғынан фәҡир. Һирәктәр генә уны сәмсел, ныҡышмал, тәүәккәл тиер.
Ауылдан айырмалы, ҡалала йүгереп йөрөп аҡса эшләү мөмкинлеге сиклән­мәгән. Мәҫәлән, 15 йыл элек юғары уҡыу йортон тамамлаған күрше ҡатын – мәктәптә уҡытыусы. Таң һарыһынан тороп, төп эш урынына сығып китә, төндә генә ҡайтып инә. Ни өсөн тигәндә, репетитор булып ялланған, өҫтәүенә йәшәгән еренән алыҫ түгел ниндәйҙер офиста кис иҙән йыуа, етмәһә, йәнәшәләге киоск алдын йыйыштыра.
Барыһына ла нисек өлгөрөүен түбәндәгесә аңлатты. Йыйылһа ла, өйөнә бер ҡасан да кескәй генә эште лә алып ҡайтмаҫҡа тырыша йәки бөтәһен дә кабинетында тамамларға күнеккән. Хеҙмәткәрҙәр офистан сығып бөткәс, техничка роленә инә, унан һуң асфальт һепереүгә күсә. Ҡайһы ваҡытта тамаҡ ялғап алыуын үҙе генә беләлер.
Таныш-тоноштоң егәрле ханымды тәгәрмәстә әйләнгән тейен менән сағыштырыуы урынлы. Шул иғтибарға лайыҡ: өҫтәмә йөк алыуына ҡыуанысы сикһеҙ, сөнки күп суммала кредит түләй был ғаилә. Өлгөр ҡатындың мәктәп йәшендәге ике балаһы буй еткерә, ире – слесарь. Ә бына мөғәллимдәрҙән айырмалы, табиптарҙың бер нисә урында эшләүен бер нисек тә күҙ алдына килтермәйем. Ни генә тиһәң дә, улар кеше ғүмере өсөн яуап бирә, ә әҙәм балаһының яҙмышы менән шаярыу шырпы менән уйнауға тиң. Шулай ҙа төнгө дежурлыҡта ҡалыуҙы, йорттарына барып, өлкән йәштәгеләргә система ҡуйыуҙы, укол һалыуҙы һәм башҡа эштәрҙе кем башҡарһын? Һүҙ ҙә юҡ, улар.
Ял көндәрендә күп кеше көнлөксөгә әйләнә. Байҙарҙың өйөн йыйыштырыусылар байтаҡ, урам сатында курьерҙарҙы осратабыҙ, шәхси автомобилендә кеше йәки тауар ташыусылар етерлек, төндә ҡарауылда торғандарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Шулай, тегендә-бында сабып, мәшәҡәттәр солғанышына күмелеп, бәғзеләр ғүмеренең үткәнен дә һиҙмәй ҡаласаҡ. Ниңә улай? Яуап ябай – лайыҡлы эш хаҡы түләнһә, берәү ҙә улай итмәҫ ине. Әлеге лә баяғы кредитты ла һуңлатмайынса түләп барырға тейешһең бит.
Врачтарҙың фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ. “Бурыслы бындай осраҡта көсөргәнеш кисерә, төрлө яҡҡа бәргеләнә, психик ҡаҡшау ала, ҡыҫҡаһы, эске яҡтан тиҙ “серей”, ә серегән ағастың ҡасан ауғанын үҙегеҙ беләһегеҙ. Әлбиттә, ғаиләне ҡарау өсөн ҡыбырларға тейешһең, әммә иң насары – һаулығың тураһында хәстәрлек күрмәү”, – ти табиптар.
Ҡысыған ерҙе генә тырнайҙар, тигәндәй, берәй ағза ауыртҡанда ғына дауаханаға мөрәжәғәт итергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Был тамырынан дөрөҫ түгел. Диспансеризацияны тиккә генә уйлап сығармағандар. Бынан тыш та врачта даими ҡаралып торорға кәрәк. “Үтер, моғайын”, “берәй көн барырмын әле”, “теге ваҡыт йүнәлдем дә инде” тип һәр саҡ иртәгәгә шылдырабыҙ үҙебеҙ өсөн мөһим бурысты. Бик ҡыҙғаныс. Һаулыҡты кире ҡайтарып булмаҫын аңлайбыҙ ҙа ул...
Биш йыл элек ярты миллион һумлыҡ кредитын тулыһынса ҡаплап, яңынан шунан да күберәкте юллаған яҡташым тураһында хәбәрҙар булған, үҙен генә ҡарап йөрөткән ауылдашымдың күҙҙәре маңлайына менде. Уның өсөн был күтәрә алмаҫтай йөк ине шикелле. Муллыҡта йәшәргә теләүсе ниндәй юлды һайларға тейеш һуң? Аҡсаға сарсап көн итеүҙе ҡайһылай ҡандырырға, нисек итеп күңелдән юйып ташларға? Күптәр юғары белемгә эйә булһаң йәки талантлы икәнһең, һиңә ҡояш йылыһын күберәк өләшә башлаясаҡ тигән фекер йөрөтөп, ныҡ хаталана. Тәрән белем дә, һәләтең дә мул аҡса йөрөтәсәкһең тигәнде аңлатмай шул.
Психологтарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, һаулыҡтан тыш, аҡса бөтәһен дә хәл итә. Бәлки, яңылыш фекерҙер. Юҡтыр. Әммә шуны ла иҫкәртәләр: аҡсаға түшәк һатып алырға мөмкин, ләкин йоҡоно түгел. Шулай уҡ ул аҙыҡ-түлек менән аппетитҡа, дарыу менән һаулыҡҡа, һаҡсы менән тыныс­лыҡҡа, Аллаһ йорто менән дингә лә ҡағыла. Ни ҡылаһың, йәшәйеш шулай ҡоролған.
Аҡса бер ваҡытта ла етмәй. Фатир һатып алыуға өлгәшкәндәр ҡала янында йортло булырға хыяллана, балаларын мөйөшлө итеү сараһын күрә, автомобилен яңыһына алмаштыра, сит илгә ялға әҙерләнә, башҡа хәстәрҙәр менән яна. Һүҙ ҙә юҡ, кредит ярҙамында. Бурыстан ҡотолор өсөн телде арҡыры тешләп, осто-осҡа саҡ ялғап йәшәү урынына, бәлки, булғанына ғына шөкөр итергәлер? Хәйер, артыҡ көсәнмәй генә ғүмер йомғағын һүтеүселәр ҙә арабыҙҙа байтаҡ. Шуныһы яҡшы билдәле: донъя малын үҙең менән бергә алып китеп булмай.
Берәүҙәр арҡырыны буй һалмайынса тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, юғарыла телгә алған мөғәллимә өс бүлмәле фатирға күсте, ире лә, үҙе лә ҡиммәтле автомобилдә елдерә. Етеш йәшәйҙәр, бөтәһе лә бар һымаҡ. Әммә ҡатын ҡасандыр ике ятып бер төшөнә инмәгән поликлиника, табип, дарыу һүҙҙәрен хәҙер йыш ҡабатлай.
Бүтәндәр араһында кәм-хур булмау, үҙеңдә көс тойоу, ауырлыҡтарҙы йырып сығыу өсөн аҡсаның ярҙамға килеүен яҡшы аңлайбыҙ. Берәү ҙә “мә, аша” тип ҡулыңа икмәк килтереп тоттормаясаҡ, кейендермәйәсәк тә, ауырыҡһынған осраҡта бушлай дауаламаясаҡ. Әлбиттә, аҡса тәңгәлендә һәр кем бәхетте үҙенсә күрә. Берәү бәләкәй генә эш хаҡына мөрхәтһенеп, үҙен йылғалағы балыҡ шикелле хис итһә, икенсеһе шуның ниндәйҙер өлөшөн һаҡлыҡҡа һалып бармаһа, иманым камил, төндә тыныс йоҡлай алмаҫ.
Ошо хаҡта күптәнге танышым менән бәхәскә индек.
– Бының икеһе лә дөрөҫ түгел, – тип ҡаршы төштө ул. – Вайымһыҙ ҙа, моңһоҙ ҙа булырға ярамай. Иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын тигәндәр миңә фекерҙәш түгел. Шул уҡ ваҡытта көн дә бер үк нәмә – нисек тә аҡса табыу хаҡында уйланыу ҙа – хата аҙым. Аҡса ҡоло булмаһаҡ ине, ә уның был тормошта тотҡан урынын аңлап ҡабул итергә кәрәк. Ахыр сиктә, аҡсаны дөрөҫ тотон. Шәхсән үҙем бәләкәй суммаға кредит юлланым.
Миңә ҡалһа, тир түгеп тапҡан аҡсанан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереү зарур. Бәрәкәте булһын. Әгәр ҙә бөгөн ҡыйбатлы кеҫә телефоны алырға мөмкинлек юҡ икән, ябайы менән хушһын. Аҡсаға яҡшы мөнәсәбәттә булыу мөһим.
Имеш, кәләше кредитҡа батҡан иренән былай тип һораған, ти:
– Ниңә шул тиклем йыш тәмәке тартаһың ул, аҡса бөтөрөп?
– Бик ныҡ тулҡынланам, – тип яуап ҡайтарған өй хужаһы.
– Ә нимәгә борсолаһың?
– Һаулығым өсөн...




Вернуться назад