Етеш тормош өсөн күпме кәрәк?06.05.2016
“Ромир” тикшеренеү холдингы мәғлүмәттәре буйынса, етеш тормошта йәшәү өсөн урта хәлле Рәсәй ғаиләһенә 72 мең һум кәрәк. Уларҙың әйтеүенсә, ил халҡының 27 проценты өс кешенән торған ғаиләгә айына – 45 – 60 мең, 29 проценты – 60 – 90 мең етә тип иҫәпләй, ә халыҡтың 18 проценты 20 – 45 меңгә ҡәнәғәт, 26 проценты иһә 90 – 120 мең һум өмөт итә.
Донъя буйлап иҡтисади көрсөк “күләгәһе” атлай. Украинала, Сирияла һәм башҡа тарафтарҙа ниҙәр барғанын мәғлүмәт саралары аша күреп, ишетеп, уҡып торабыҙ. Әлбиттә, донъялағы хәлдәр Рәсәйҙең көнкүрешенә лә йоғонтоһоҙ ҡалмай, сөнки илдәрҙең иҡтисады бер-береһенә сылбыр кеүек бәйләнгән...
2016 йылда Башҡортостандағы уртаса эш хаҡы уҙған йылдарҙың һандарына бәйле. Һуңғы биш йыл эсендә төбәктә уның уртаса күрһәткесе үҫә бара. Мәҫәлән, былтыр 37 процентҡа артҡан. Әлбиттә, был күрһәткес “уртаса”: төрлө өлкәлә эшләгәндәр өсөн уның төрлөсә булыуы мөмкин. Һәр хәлдә, хеҙмәт хаҡының үҫеүе буйынса Башҡортостан беренсе урынды биләй.
Республика Хөкүмәте сәләмәт халыҡты эш менән тәьмин итеүгә, яңы урындар булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. Әйтәйек, былтыр беҙҙә мәшғүллек күрһәткесе бик түбән кимәлдә булды – 1,12 процент. Был иһә төбәккә башҡа тарафтар халҡын йәлеп итә. Эш хаҡы 22000 – 23000 мең һум күләмендә булды, ә юғары кимәлдәге белгестәрҙең хеҙмәте 76000 – 77000 һумға баһаланды.
Быйыл иһә финанс күрһәткестәре үҫеүен дауам итһә лә, элекке кимәлдә булмаясаҡ, тип фаразлай белгестәр. Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 6,7 процентҡа артасаҡ.