Ташлама йән йылыһынан башлана06.05.2016
Ташлама йән йылыһынан башлана Төрлө сәбәптәр арҡаһында ғәриплеккә дусар булған кешеләр тураһында яҙырға ултырғас, ярты быуатҡа һуҙылған тормош юлымда осраған, аралашҡан таныш-белештәр күҙ алдынан үтте. Уларҙың күптәре гүр эйәһе инде хәҙер. Араларында аяҡ-ҡулһыҙы ла, күҙгә зәғифтәре лә, беҙҙең ҡараштан диуанараҡтары ла, башҡалары ла бар ине. Ләкин уларҙың һәр береһе ауылдың үҙенә генә хас йәме, хатта йәне булды. Кешелек уйлап тапҡан ҡалыптарҙан азат был заттар үҙ донъяһы, үҙ хәстәре менән йәшәне.

Ана, арҡаһына рюкзак йөкмәгән Ғай­нислам ағай аҡһай-туҡһай ауыл урамынан атлап килә. Әле генә ағай тип әйтеүем, бот буйы малайҙар ҙа Ғайнислам тип кенә йөрөттөк. Үҙебеҙҙе Алланың ҡашҡа тәкәһеләй күреп, кәмһетеп ҡарауыбыҙ шул булған, күрәһең. Бала-сағаға өлкән­дәрҙең ҡылығы һеңеп бара бит ул. Ауыл­дың ир-аты уңайы тура килгән һайын унан көлөп ҡалырға тырышҡас, беҙ кәмме ни?
Әле Ғайнисламдың 50 саҡрым арала ятҡан район үҙәгенә мунса инергә тип китеп барыуы. Ауылыбыҙҙа өй һайын мунса булһа ла, кеше көнөнә ҡалырға телә­мәгәндер. Бәлки, башҡа сәбәбе барҙыр, кем белә. Һәр хәлдә уны мунсаға әйтергә атлығып тороусы булманы ла шикелле. Өҙөп кенә раҫлай алмайым. Бәләкәй генә өйҙә яңғыҙы йәшәне ул. Инәйем ебәргән икмәкте алып барған саҡта ҡурҡа-ҡурҡа ғына өйөнә ингәнем булды. Өй эсендә аҡбуры ҡубып бөткән мейестән башҡа нәмә күҙгә салынманы. Ә-ә, стенала ағастан эшләнгән кәштәһе бар ине бит әле. Унда тоҙмо, шәкәрме ҡуйылған. Мөйөштә йыйыштырылмаған һике тора. Өй эсе ҡараңғы булғанлыҡтан, шомло тойолдо. Көпә-көндөҙ берҙән-бер тәҙрәһенең ҡорғанын ҡороп ҡуйған. “Ниңә асмайһың?” – тип һораным. “Өйҙә икәнде күреп, бала-саға йонсота”, – тине. Шулай бәндәнән биҙрәп, донъя менән үҙенең араһына “ҡорған” ҡуйып маташҡан, күрәһең. Ғайнислам нимәлер һөйләр алдынан һәр саҡ: “Әсәйем мәрхүмә әйтә торғайны...” – тип башлар ине һүҙен. Етмеште аша атлаған ҡарттың әсәһе әйткәндәрҙе иҫендә тотоп, тормошҡа бағыуы күңел сафлығынан түгелме икән!..
Ғайнислам өйөндә туңып үлгән, тигән хәбәр ишеттем, ҡалаға сығып киткәс. Ҡышҡы һалҡындарҙан бигерәк, үҙебеҙҙең күңел һалҡыны туңдырманымы икән уны?! Донъянан арҡаһына бер рюкзак аҫып үткән, кәштәһендә тоҙ менән шәкәрҙән башҡа байлығы булмаған был Хоҙай бәндәһе кешеләрҙең хәтеренән сыҡмай. Ир-ат йыйылып киткәндә йә берәй мәрхүмде ерләргә ҡәбер ҡаҙғанда уның мәрәкә һүҙҙәрен телгә ала, уның менән булған ваҡ ҡына хәлдәрҙе лә оло ваҡиға итеп тәфсирләй. Эйе, нәҡ уны хәтерләйҙәр!.. Ул баҡыйлыҡҡа киткәс, ауылыбыҙҙың бер ағзаһы етмәгән кеүек, ғәрипләнеп ҡалғандай булды. Был юлдарҙы яҙғанда, ҡылған ҙур эштәре булмаһа ла, күңел нуры менән йөрәктәргә яҡтылыҡ бөрккән кешеләр тураһында уйландым... Ә йәйрәп ятҡан илебеҙҙә Ғайнислам ишеләр күпме! Уларға дәүләт тарафынан ғына түгел, халыҡтың йылы мөнәсәбәте етәме? Күңел тәҙрәләренең ҡорғанын ҡороп, йөрәктәрендә баҙлаған шәм яҡтыһында ғына көн күрмәйҙәрме?

***
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә әлеге осорҙа – 13 миллион, Башҡорт­останда 300 мең самаһы инвалид иҫәпләнә. Был проблема бөгөн беҙҙә генә түгел, бөтә Рәсәй буйынса борсолоу тыуҙыра. Уның йылдан-йыл көсәйә барыуы хәүефләндерә. Илдәге һәр унынсы кеше инвалидлыҡ буйынса пенсия ала. Әлбиттә, күрһәткес төрлө илдәрҙә төрлөсә. Европала зәғифтәрҙең иң күбеһе Финляндияға тура килә – 32 процент, унан ҡала Бөйөк Британияла – 27,28 процент. Был һандар беҙгә ҡарағанда сит илдәрҙә инвалидтар күберәк тигәнде аңлатмай. Уларҙа ни бары ауырыған кешеләргә дәүләттән шаҡтай пособие түләнә һәм йәшәү кимәле лә юғары. Халыҡ аҡсаға мохтажлыҡ кисермәй. Беҙҙә сирлеләрҙең күп өлөшө, әҙме-күпме аҡса булыр исмаһам тип, инвалидлыҡ юлларға тырыша. Һандарға байҡау яһағанда, ҡыҙыҡ ҡына фактҡа юлығаһың. Рәсәйҙә 1970 йылда 346 мең кеше инвалидлыҡ алһа, 2005 йылда 1,8 миллион инвалид теркәлә. Тап шул йылда хөкүмәтебеҙ инвалидтарға льготаларҙы аҡсаға әйләндереү тәҡдиме менән сыға. Шунан һуң уларҙың һаны йыл һайын бер миллион кешегә арта ла инде. Ошо рәүешле барыһы ла аҡсаға барып терәлә.
Инвалидлыҡ төркөмөн еңел генә юллап булмай. Экспертиза хеҙмәте тикшереүҙе ҡәтғи алып бара, ҡанундар ҡаты. Шуға ҡарамаҫтан, комиссия сәләмәт тип сығарған һәр унынсы кеше, был ҡарарҙы дөрөҫ түгел тип, яңынан тикшерелергә тотона.
Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә инвалид­тарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса законға өҫтәмәләр, атап әйткәндә, “Инвалидтарҙы абилитациялау” төшөнсәһе индерелде. Әгәр инвалидтарҙы реабилитациялау уларҙың көнкүреш, йәмәғәт, профессиональ эшмәкәрлеген тулыһынса йә өлөшләтә тергеҙеүҙе күҙ уңында тотһа, абилитация – инвалидтарҙың юғалған һәләтен формалаштырыу системаһы. Инвалидтарҙы абилитациялау реаби­ли­тациялауҙың техник сараларын ҡулла­ныуҙы, уларҙың социаль, инженер, транспорт инфраструктураларын файҙаланыуҙа шарттар булдырыуҙы һәм башҡаларҙы күҙ уңында тота. Махсус программаһы бар. Унда инвалидтарҙың боҙолған организм эшмәкәрлеген яйға һалыу буйынса айырым реабилитация саралары ҡарал­ған. Ләкин инвалидтар был программаның төрҙәренән йәки унан тулыһынса үҙ теләге менән баш тарта ала. Ғөмүмән, ниндәй ҙә булһа техник ҡорамалдар (кресло-коляска, протез, махсус матбуғат баҫмалары, тауыш аппараттары һ.б.) ҡулланыуҙы инвалид үҙе хәл итә. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: реабилитация йәки абилитация буйынса махсус программанан баш тартыу ул сараларҙың сығымдарын аҡсалата ҡайтарыу хоҡуғын бирмәй.
Дәүләт органдары тарафынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең көнкүрешендә уңайлыҡтар тыуҙырыу йәһәтенән төрлө тармаҡтарҙа етди эштәр алып барыла: торлаҡ, йәмәғәт, производство, мәҙәниәт биналарына, транспортҡа тотҡарлыҡһыҙ инеү өсөн ҡоролмалар ҡуйыла, тауыш һәм күҙ менән ҡабул ителгән мәғлүмәт саралары файҙаланыла һәм башҡалар.
Шулай уҡ илебеҙҙә инвалидтарҙы иҫәпкә алыу буйынса Федераль реестр булдырыла. Унда инвалидтар тураһында бөтә мәғлүмәт теркәлеп барасаҡ.
Халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығын байрам итә. Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән һуғыш ветерандары һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Уларға төрлө федераль льготалар булдырылған. Дәүләт тарафынан торлаҡ мәсьәләһе хәстәрләнә, сиратһыҙ стационар телефон үткәреү ҡаралған, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте өсөн хаҡтың яртыһы түләнә, сиратһыҙ медицина ярҙамы күрһәтелә һәм башҡалар. Быларҙан тыш, һәр төбәктең, мөмкинлектәренән сығып, үҙ льготалары бар. Мәҫәлән, ветерандарҙың торлағына түләүһеҙ ремонт эшләү йәки дарыуҙарға ташламалар яһау...
Әлбиттә, ниндәй генә ташламалар һәм льготалар булмаһын, кешелектең мәрхә­мәтлелек хисен алыштыра алмай. Иң мөһиме – күңел ғәриплегенән һаҡланайыҡ.


Вернуться назад