Хоккей беҙҙең йөрәктәрҙә06.05.2016
Хоккей беҙҙең йөрәктәрҙә Сираттағы хоккей миҙгеле лә республикабыҙҙың спорт тарихында яҡты “битен” япты. Миҙгел уңышлы булды:“Салауат Юлаев” командаһы Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яуланы, “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар клубы “көмөш” алды, Учалының “Таусы”һы Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә Төбәктәр кубогы менән бүләкләнде. Юлаевсыларҙың Олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә һынатманы: бер нисә категория буйынса призер булып танылды.


Кисә иһә спортсылар көйәрмәндәренә йәнә бер бүләк яһаны: баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында “Хоккей беҙҙең йөрәктәрҙә” исемле спорт байрамы үтте.
Байрамдың ҡунаҡтары ла, сәбәпселәре лә башлыса балалар булды. Яратҡан уйынсылары ме­нән осрашыуға хатта Нефтекама, Сибай, Стәрлета­маҡ, Салауат ҡала­ларын­дағы хоккей мәктәбе тәр­биәләнеүселәре лә килгәй­не. Уларҙың байрам кәйе­фен республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Континенталь хоккей лигаһы президенты Дмитрий Чернышенко ла уртаҡлашты.
— Башҡорт хоккейы һәр ваҡыт ҡеүәтле, мауыҡ­тыр­ғыс һәм еңелмәҫ буласаҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Әйткәндәй, Дмитрий Чер­нышенко көйәрмәндәргә шәп яңылыҡ алып килгәйне: киләһе йылдың ғинуарында Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының “Йондоҙҙар матчы” үтәсәк.
— Иң яҡшы халыҡ-ара стандарттарға һәм олимпия тәжрибәһенә таянып, беҙ тәүге тапҡыр “Йондоҙҙар матчы”н Өфөлә үткәрергә хәл иттек. Йәшермәйем, дәғүәселәр көслө ине. Әммә нәҡ һеҙҙең ҡалаға туҡта­лыуыбыҙ юҡҡа түгел: Баш­ҡортостанда был спорт төрөнә иғтибар һәм ихтирам көслө. Шикләнмәйем, хоккейҙың иң матур йолаларын һаҡлаған Өфө сараны иң юғары кимәлдә үткәрәсәк, — тине Дмитрий Николаевич.




Вернуться назад