Сафтар һирәгәйһә лә, хәтер һайыҡмаһын06.05.2016
Сафтар һирәгәйһә лә, хәтер һайыҡмаһын Һуғыш... Ул — фажиғә. Ҡорал күтәрелә икән, тимәк, ҡорбандары ла, күҙ йәштәре лә, ғазаптары ла буласаҡ. Ваҡыт — дауа, тиҙәр был осраҡта. Хәйер, иҫтәлектәргә генә дауа юҡ. Кәрәкмәй ҙә...
Кешелек йәнә бер Еңеү байрамын ҡаршы алырға әҙерләнә. Изге бай­рамыбыҙҙы... Етмеш беренсе яҙҙы... Йылдар үткән һайын Еңеү алып килгән, утты-һыуҙы кискән һалдат­тар – хәҙерге ветерандар, дәһшәтле көндәрҙең ша­һиттары – кәмей, аҙай­ғандан-аҙая бара. Ул йылдар тарих төпкөлөнә нығыраҡ күскән һайын илебеҙҙең Еңеүгә индергән өлөшө теүәлерәк баһалана төҫлө, нығыраҡ асыла һымаҡ.
Әммә хәтер менән бергә Бөйөк Ватан һуғышының алыҫ шаңдауы ла тынмай. Ҡасандыр совет һалдат­тары азат иткән Украина ерҙәрендә, ҡайһы бер Прибалтика республикаларында бөгөн нацистар баш күтәреп, тарихты “үҙгәртеп” маташа. Европа, АҠШ тарафтарында ла Рәсәйгә ҡаршы сәйә­сәт көсәйә бара һәм уның ниге­ҙендә үткән быуаттың иң ҡанлы йылда­рын­дағы совет һалдат­та­рының тиңһеҙ ҡаһарманлы­ғын ке­серәй­те­ргә, хатта юҡҡа сығарырға тырышыу ята. Имеш, Икенсе донъя һуғышында хәл иткес көс булып америка һәм инглиз союздаштары торған икән. Улай ғына ла түгел, ул осорҙа совет эшмәкәрле­генә ревизия яһарға ынтылыусылар үҙебеҙҙә лә табыла. Ләкин тарихтағы хәл-ваҡиғаларҙы бысраҡ сәйәси алымдар менән генә һыҙып ташлап буламы икән? Һәй­кәл­дәрҙе, мәңгелек уттарҙы емерер­ҙәр, үҙ ерҙәрендә совет һалдат­тарының ҡәберлек­тәрен юҡ итерҙәр, әммә халыҡ хәтерен генә үҙгәртә алмаҫтар. Ул хә­тергә ҡан һәм дан менән юйылмаҫлыҡ итеп яҙылған.
“Алдынғы ҡа­раш­лы” Көнба­йыш вәкил­дәренең һәм бәғзеләрҙең был ҡыланышы аяныслы, әлбиттә. Һуғыш яландарында башын һалған, сит-ят ерҙә ятып ҡалған атай-ола­тайҙарыбыҙ, көндө төнгә ялғап тылда йәшәгән әсәй-өләсәйҙәребеҙ алдында оят. Оят ҡына ла түгел, был – тарих алдында ла, киләсәк ҡаршыһында ла оло енәйәт. Кем уйлаған ҡасандыр улар азат иткән ҡалаларҙа фашизм­дың йәнә яңы тулҡыны бар­лыҡҡа килер тип...
Ҡаһарманлыҡ... Тыныс­лыҡ... Еңеү... Заманында изге доға урынына ҡабат­ланған был мәңгелек ҡим­мәттәр ҙә хәтер ептәрендә генә ҡалмағайы. Ҡаһар­манлыҡ хаҡында һөйлә­шәбеҙ, ә үҙебеҙ уның асылына ла төшөнөп етмәйбеҙ. Тыныслыҡ теләйбеҙ, шул уҡ ваҡытта улдарыбыҙҙы “ҡыҙыу нөк­тә”ләргә оҙа­тырға мәжбүрбеҙ. Еңеү байрамын ҡаршы алабыҙ, ә ете диң­геҙ аръяғында һуғыш шаңда­уының тын­ғаны ла юҡ. Дошмандың йөҙө лә, исеме лә, есеме лә үҙгәр­гәндер, бәлки. Әммә маҡсаты һаман да бер – яуызлыҡ, нәфрәт һәм фажиғә.
Ғөмүмән, кешелек тарихында ҡан ҡойоштоң тынып торған сағы булдымы икән? Ауыр һорау, әлбиттә. Әммә бөгөн, хәтер ептәрен ҡабат-ҡабат тағатҡанда, етмеш беренсе яҙҙы иҫләгәндә был һорауға ла ыңғай яуап ишетке килә.
Етмеш беренсе яҙ... Тантаналар булыр, Еңеү салюты ла яңғырар, Ҡыҙыл майҙандан парад үтер. Иң мөһиме – тарихи хәҡиҡәт боҙолма­һын, бөгөнгө һәм киләсәк быуын­дарҙың күңелендә Еңеү, беҙҙең Еңеү, Бөйөк Еңеү рухы һүрелмәһен ине.




Вернуться назад