Өс ҡабан ҡорбан булған13.03.2012
Ғафури районында детективҡа торошло хәл булған.
Хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Илшат Йомағолов өс хеҙмәттәше менән рейдҡа сыҡҡан. Ул арала Ҡормантау менән Бурлы ауылдары араһында атыу тауышы ишетелде, тип хәбәр иткәндәр. Һунарсылыҡ ҡағиҙәләре үтәлеүҙе тикшереүсе хеҙмәткәрҙәр юлға сығыуға, шикле "Нива" автомобиле күҙгә салынған. Инспекторҙар уны туҡтатам тип ҡул болғаһа ла, "ҡорос ат", киреһенсә, тиҙлеген арттырып алға ынтылған. Өс километр самаһы ҡыуышҡандан һуң, ниһайәт, автомобилде туҡтатҡандар. Стәрлетамаҡтан килгән ике "һунарсы”ның был ғәмәлгә рөхсәте булмаған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре "Нива" автомобилендә өс ҡабан, бер төлкө түшкәһен тапҡан. Браконьерҙарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Вернуться назад