Май байрамдары осоронда Башҡортостан аграрийҙары 219 мең гектар ергә, йәғни планлаштырылған майҙандың 11 процентына орлоҡ һалды. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сәсеү кампанияһы барышында Благовещен, Дүртөйлө, Илеш һәм Өфө райондары игенселәре юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, күрһәткестәрен 20-30 процентҡа яҡшыртҡан.Әле төбәктә 425 мең гектар ерҙә сәсеү эштәре башҡарылған. Яҙғы һәм ҡуҙаҡлы культуралар – 327 мең (майҙандың сирек өлөшөндә), шәкәр сөгөлдөрө – 12,9 мең, көнбағыш 57,4 мең гектарҙа сәселгән.
Әле Әлшәй, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлебаш, Өфө һәм Шишмә райондарында баҫыу эштәре әүҙем бара. Былтыр ошо осорҙа 122 мең гектар ерҙә сәсеү тамамланғайны. Майҙандарҙың 97 мең гектарын иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 4,3 меңен – шәкәр сөгөлдөрө, 10,6 мең гектарын көнбағыш биләй ине.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.