“Шифаханаларҙы берәү ҙә шәхси ҡулға тапшырырға йыйынмай”06.05.2016
“Шифаханаларҙы берәү ҙә шәхси ҡулға тапшырырға йыйынмай” Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика милкендәге шифаханаларҙы күләмле хосусилаштырыуҙың күҙалланмауы хаҡында белдерҙе. Һауыҡтырыу учреждениелары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында уларға идара итеү алымын үҙгәртеү тураһында ғына һүҙ бара.

– Һуңғы ваҡытта беҙҙәге шифахана-курорт учреждениеларын хосусилаштырыуға ҡағылышлы хаттар бик күп килә. Был өлкәлә күләмле хосусилаш­тырыуҙы күҙ уңында тотмайбыҙ. Идара итеү алымын үҙгәртеү мәсьәләһен генә тикшерәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әле шифаханалар эшмәкәрлегендә асыҡлыҡ юҡ. Бер генә миҫал килтерәйек. “Янған­тау”ҙа ял итеүселәр араһында Башҡортостан халҡы ни бары 15 – 20 процент тәшкил итә. Йәғни биш кешенең берәүһе генә – республиканан. Ҡалғандары Силәбе, Свердловск, Төмән өлкәләренән, Татарстандан һәм башҡа төбәктәрҙән килә. Был осраҡта кем файҙаһына эшләйбеҙ, кемде дотациялайбыҙ һуң? Акционерҙар йәмғиәте ойошторолһа, ресурстар йәлеп итеү, үҙебеҙҙең халыҡ өсөн путевкаларҙы арзанайтыу, шулай уҡ ситтән килгән кешеләр менән ғәҙел эшләү мөмкинлеге тыуыр ине.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был йәһәттән шау-шыу тыуҙырырға, имеш-мимешкә юл ҡуйырға ярамай.
– Төрлө ярҙамсы учреждениелар, музей комплекс­тары, бөтөнләй аңлашылмаған майҙансыҡтар төҙөү­гә аҡса түгәбеҙ. Бының файҙаһы бармы? Дәүләт унитар предприятиеһы директор тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы коллектив тикшереүҙе күҙ уңында тотмай. Ә акционерҙар компанияһында был мәсьәлә бөтөнләй башҡа юҫыҡта ҡараласаҡ. Компаниялар республикала ойошторола, Башҡортостан милкендә ҡала, – тине төбәк Башлығы.
Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәтенең быйылғы 13 апрелдәге ҡарары менән 2016-2017 йылдарҙа дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу планына үҙгәреш­тәр индерелде. Документҡа ярашлы, “Танып”, “Красноусол”, “Яҡтыкүл”, “Янғантау”, “Йома­тау”, “Ҡарағай”, “Талҡаҫ”, “Асы”, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханалары, шулай уҡ “Салют” шифахана-һауыҡтырыу лагеры ошо осорҙа хосусилаштырыу күҙалланған дәүләт унитар предприятиелары исемлегенә индерелде.


Вернуться назад