Еңеү06.05.2016
Еңеү Еңеү – ҡатын-ҡыҙ төҫөндә,
Ир-ат төҫөндә һуғыш!..
Еңеү – әсә балаһына
Биргәндәй тәүге һулыш.

Еңеү йөҙҙәрҙә сағыла,
Ағыла күҙҙән йәштәй.
Ул ҡатын-ҡыҙ иренендә
Йылмайыу булып йәшәй.

Күңеле нескә Еңеүҙең,
Тик эйә шундай көскә:
Күҙҙәре осҡон сәсә лә
Бирелә кинәт хискә.

Был хистәрҙә әрнеү ҙә бар,
Һағыш та бар был хистә...
Яу ҡырында ауғандарҙың
Барыһы беҙҙең иҫтә.

Еңеү – ҡатын-ҡыҙ төҫөндә,
Ир-ат төҫөндә һуғыш!..
Бөйөк Еңеү – әсә кеүек,
Илемә бирҙе һулыш!






Вернуться назад