Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе06.05.2016
Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе Күргәнем бар минең
тол ҡатындар бейегәнен
45-тә –− Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул дауыллы бейеү
күҙ алдымда минең бөгөн дә).

Сәсрәп тора улар бейегәндә,
күктә түгел, залда ут-йәшен.
Бейей улар берсә көлә-көлә,
һыға-һыға берсә күҙ йәшен.

Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүеЕл-ямғырҙа талдар
бөгөлә-һығыла
сайҡалыша йылға ярында.
Талдар кеүек бөгөлә-һығыла
бейей
тол ҡатындар байрам залында.

Күңелдәре – ярты-йорто бәхет,
етем яҙмыш өсөн тулышҡан;
бейей улар арып йығылғансы, ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа.

Күргәнем бар минең
аяҡһыҙҙар бейегәнен
45-тә− – Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә).

Матур баҫа белмәй улар, ләкин,
күр, уларҙа күпме ут яна!
Йөҙҙәрендә− – шатлыҡ, күҙҙәрендә
әле булһа нәфрәт һаҡлана.

Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡ
онотолалыр яйлап, тигәнгә.
Йөрәк тетрәй, туҡ-туҡ
һуғылғанда ағас аяҡ ағас иҙәнгә.

Туҡ-туҡ, гүйә, улар иҫкәртәләр
фажиғәһен үткән һуғыштың.
Туҡ-туҡ,− гүйә, шулай раҫлай
улар еңә барыу көсөн тормоштоң.


Күргәнем бар...
Сығып киткәнем бар
ауыр һулап байрам залынан.
Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе,
ах, күрмәһәм ине яңынан!




Вернуться назад