Уларҙы иҫкә алыу сауап булыр06.05.2016
Уларҙы иҫкә алыу  сауап булыр Йылдар үткән һайын ҡанһыҙ һуғышта яуланған Еңеүҙең ни тиклем ауыр һәм әһәмиәтле икәнлеген нығыраҡ аңлайбыҙ кеүек. Хоҙайға шөкөр, хәҙер инде һуғыш афәтен күрмәгән ике-өс быуын буй еткерҙе, беҙгә ул осор әҙәби әҫәрҙәр һәм нәфис фильмдар аша ғына таныш.

Был яҙманың төп сәбәпсеһе – Рәйсә Мирғәли ҡыҙы Бикәнәсова (Ғәлимова). Ул Өршәк йылғаһы буйын төйәк иткән Мең ырыуы башҡорттарының Ауырғазы районына ҡараған Усман (халыҡ телендә – Ҡаҙморон) ауылы һылыуы. Белем алғас, бөтә ғүмерен сауҙа эшенә бағышлап, бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре исемен лайыҡлы йөрөткән абруйлы кешеләрҙең береһе.
Һуғыш башланғанда ул сабый ғына була. Шомло хәбәрҙе ауыл буйлап һөрәнләп үткән һыбайлынан ишетәләр: “Герман һуғыш башлаған, кәнсәләргә килегеҙ!” Ата-әсә шунда уҡ ҡайҙалыр китә. Ауылда ауыр тынлыҡ урынлаша.
Уларҙы иҫкә алыу  сауап булырКис, ҡунаҡ көтмәһәләр ҙә, уларҙың өйөнә ололар йыйыла, бик оҙаҡ ниҙер хаҡында һөйләшәләр, кәңәшләшәләр, “һуғыш” тигән һүҙҙе бик йыш ҡабатлайҙар. Бер ни аңламаған бәләкәй ҡыҙ йоҡоға талғанда, улар таралмаған була әле. Таң һарыһы менән өйҙә йәнә ығы-зығы ҡуба, барыһы ла уяна, ағаһын, атаһын ҡайҙалыр оҙаталар. Урамға сыҡһа, юлға йыйын­ғандар бихисап булып сыға: һәр кем ат-арбаһын егеп, кәрәк-ярағын алып, ҡатындарына, әсәләренә: “Бесән хәстәрләй тороғоҙ, ураҡҡа, моғайын, еңеп, ҡайтып етербеҙ”, – тип ҙур өмөт менән ҡуҙғала.
Рәйсә апайҙың әйтеүенсә, ир-ат һуғышҡа киткәс, ауыл бушап ҡала: ҡайҙа барһаң да – тик ҡатын-ҡыҙ, әбейҙәр һәм балалар. Ауылда тауыҡ һуйырға кеше тапмай йөрөгәнен иҫләй ул. Ҡатын-ҡыҙҙың телендә бер генә хәбәр: берәр яңылыҡ бармы? Бығаса уйындан башҡаны белмәгән балалар ҙа, ололар ҡорона инеп, етдиләнеп китә. Ҡул араһына кергәндәрҙең һәммәһе лә колхоз эшенә сыға. Ауылдағы аттар һуғышҡа алынғанлыҡтан, ҡатын-ҡыҙ ғүмере ҡамыт күрмәгән үгеҙҙәрҙе тәртәгә индерә, атайҙары, ирҙәре, ағайҙары ҡайтҡансы бесәнде тамамларға ниәт итә. Тик улар ҡайтмай. Ураҡ урырға ла, яҙ еткәс, иген сәсергә лә...
Бөйөк Еңеүҙә тылда ҡалған ҡатын­дарҙың, ваҡытынан алда олоғайған балаларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ, ти Рәйсә апай. Ирҙәрен, улдарын һуғышҡа оҙатҡан әсәләр, ҡатындар ҡулында ҡалған сабыйҙарын кеше итергә, шул уҡ ваҡытта колхозды ла таратмаҫҡа бөтә көсөн һала. Инде һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Рәйсә апай ошондай ауылдаш апай-еңгәйҙә­ренең батырлығына һоҡлана, улар менән сикһеҙ ғорурлана. Был инәйҙәрҙең күбеһе күптән гүр эйәһе булған, шулай ҙа улар хаҡында балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бәйән итеп, хәтергә алыу сауаплы эш булыр.
Рәйсә апайҙың әсәһе Разия инәйҙең һуғыш башланғанда алты балаһы була. Оло улы Исламғәлене һуғышҡа оҙата, Мулланурын, йәше етмәгәнгә, Белоретҡа ФЗО-ға ебәрәләр. Шөкөр, икеһе лә ауыр йәрәхәттәр алһа ла, имен-аман атай йортона әйләнеп ҡайта. Өйҙә ҡалған балаларының иң олоһо Әбделхаҡҡа 10 йәш була, унан бәләкәйҙәре – Рәйфә, Әнисә, Рәйсә.
Атайҙары Мирғәли ағай, йәше оло булыу сәбәпле, башта һуғышҡа алынмай. Тик бер йылдан ул да, ҡатыны кинйә ҡыҙҙары Риммаға ауырлы саҡта, хеҙмәт армияһына ебәрелә. Сабый 1942 йылда тыуа. Мирғәли ағай Һамарға эләгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1945 йылда ул хеҙмәт армияһында вафат була.
Разия инәй, заманы өсөн белемле ҡатын, кистәрен өйөндә йәштәрҙе уҡыта, 15 саҡрымдағы Степановканан почта ташый. Кешеләр ауылға ингәнен күреү менән: “Ана, теге хәсрәт килә”, – тип бышылдаша (ни хәл итәһең, үлем ҡағыҙҙары күп була шул).
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Разия апай, тол ҡалыуына ҡара­маҫтан, балаларына белем биреүгә бөтә көсөн һала. Исламғәли – ветеринар, Мулланур менән Әнисә – бухгалтер, Әбделхаҡ – инженер, Рәйфә – тегенсе, Рәйсә – сауҙа хеҙмәткәре, Римма уҡытыусы һөнәрен ала. Мулланур Мирғәли улы Стәрлетамаҡтағы кирбес заводының директоры вазифаһы­нан хаҡлы ялға сыға. Рәйсә Мирғәли ҡыҙы оҙаҡ йылдар “Спутник” магазинына етәкселек итә, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Римма Мирғәли ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында башлан­ғыс кластарҙы уҡыта.
Һуғыш осоронда ауылда магазин була, башланғыс мәктәп, һыйыр, ат, һарыҡ, тауыҡ фермалары эшләй. Һарыҡтарҙы һауып, һөтөнән сыр яһайҙар, уны фронтҡа ебәрәләр. Кешеләр һыйырының ағын, тауыҡ йомортҡаһын, мал һуйһа, итен – барыһын да хөкүмәткә тапшыра, Еңеү өсөн тип тырыша.
Аслыҡ, яланғаслыҡ... Яҙын, йәйен, көҙөн халыҡ йәшелсә, еләк-емеш, төрлө үлән менән туҡлана. Ағыуланып үлгәндәр ҙә була. Ҡышҡы ыжғыр бурандарҙа яғып йылыныр өсөн Өршәк буйындағы бөтә ағастарҙы, талдарҙы киҫеп бөтәләр. Бушап ҡалған кәртәләргә тотоналар, тора-бара мунсаларҙы ла яға башлайҙар.
Бер ваҡыт мал араһында яман сир сығып, улар ҡырыла. Ә кешеләр астан үлә башлай. Кискеһен йә төнөн үлгән малды сүплеккә ташламайынса, йәшереп алып ҡайтып бешереп ашайҙар. Бәхеткә күрә, оҙаҡ ҡайнатһаң, иттә теге сирҙе таратыусы бактериялар үлә икән. Нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, кемдәрҙер шулай иҫән ҡала...
Ирҙәре һуғышта ятып ҡалғанлыҡтан, балаларын яңғыҙ ҡарап кеше иткән, шул уҡ ваҡытта колхозды һаҡлап ҡалыу өсөн тос өлөш индергән апайҙарҙы иҫкә алып китәйек. Хәсбиямал Әсфәтуллина, Хәкимә Бикәнәсова – бишәр, Ғәмилә Әхмәтова, Ғәлиә Бикәнәсова, Әлифә Бикәнәсова, Мәғфүрә Солтаҡаева – дүртәр, Зәкиә Ҡотлоюлова – өс, Банат Солтаҡаева, Гөлзәйнәп Сәйфетдинова икешәр бала менән ҡала. Араларында, мәҫәлән, дүрт сабыйлы Мәрфуға апай Әхмәтова ғүмере буйы алдынғы һауынсы була, тырыш хеҙмәте өсөн БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайланды, Мәскәүҙә үткән йыйылыштарҙа ҡатнашты.
Ирен һуғышҡа оҙатып, ҡаршы ала алмаған ҡатындар араһында өләсәйем Мәғзүрә Солтаҡаева ла бар. Оло ҡыҙы Мәбүрәгә дүрт йәш, 1941 йылдың мартында ғына донъяға ауаз һалған атайым Миҙхәткә ни бары дүрт ай ғына була олатайыбыҙ Ғайса һуғышҡа алынғанда. Ул һуғыш яланында баш һала. Утыҙ йәше тулыр-тулмаҫ тол ҡалған көслө ихтыярлы, ғорур, эшһөйәр өләсәйем бөтә ғүмерен балаларына бағышланы, уларҙы намыҫлы кеше итеп үҫтерер өсөн барлыҡ көсөн бирҙе. Беҙ уның бер ваҡытта ла зарланып ултырғанын күрмәнек. Һәр эше маҡтауға лайыҡ, һәр һүҙе – беҙҙең өсөн фатиха. Балалары ла йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне.
Мәҫәлән, Мәбүрә әбейебеҙ ғүмере буйы колхоздағы алдынғы сөгөлдөрсөләр бригадаһына етәкселек итте, бабайыбыҙ Нуриман менән биш бала тәрбиәләнеләр. Атайым Миҙхәт оҙаҡ йылдар бригадир вазифаһын намыҫ менән үтәне, һөтсөлөк фермаһы мөдире булды. Үҙе әйтмешләй, колхозда ул башҡармаған эш тә ҡалманы шикелле. Лайыҡлы хеҙмәте “Ауырғазы районының почетлы колхозсыһы” исеме менән баһаланды. Әсәйем Нажиә менән биш балаһына матур тәрбиә биреп, бөгөн дә ауылда бына тигән итеп донъя көтәләр. Өләсәйем Мәғзү­рәне улар һуңғы һулышына тиклем ҡәҙерләп ҡараны.
Һуғыш бөтөү менән тормош һәйбәтләнеп китмәй. Ҡыйралған хужалыҡты тергеҙеү эшендә төп көс йәнә шул ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә төшә. Дүрт балаһы менән ҡатыны Мөслимәне ҡалды­рып һуғышҡа киткән Ибраһим ағай­ҙы тыуған ауылына ҡайтып төшкәс колхоз рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Уның һуғыштан һуңғы иң ауыр һәм яуаплы осорҙа ас-яланғас, ҡайғы­лы, бөтә донъяға асыулы етем балаларҙы, тол ҡатындарҙы бер коллектив итеп ойоштороп эшкә сығара алыуы үҙе бер батырлыҡ булғандыр, ти Рәйсә апай.
Ибраһим ағайҙың тырышлығы менән мал һарайы төҙөкләнде­релеп, ҙурайтыла, айырым ат ҡураһы һалына, яңы мәктәп, клуб, медпункт асыла. Һәр эш күмәк көс менән атҡарыла, өмәләр ойошторола. Сәсеүгә, бесәнгә, ураҡҡа бөтә ауыл халҡы бергә йөрөй, тыныс тормоштоң һәр көнөн Хоҙай бүләге булараҡ ҡабул итеп, шатланып, дәртләнеп эшләй. Кешене бит хеҙмәт ҡартайтмай, ә ҡайғы бөтөрә.
Мөслимә инәйҙең һуғыштан һуң тағы дүрт балаһы тыуа, Ибраһим ағай менән барыһына ла матур тәрбиә бирәләр. Уларҙың улы, бөгөн республикабыҙҙа билдәле шәхестәрҙең береһе Әмир Ибраһим улы Әминев – Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, “Башинвестдом” ойошмаһының генераль директоры.
Һуғыш осоро балаларының бер нәмәгә лә зарланмайынса, уҡырға, белем, һөнәр алырға, ата-әсәһенең лайыҡлы алмаш­сыһы булырға теләге – үҙе һоҡланғыс күренеш. “Яуҙың ни икәнен белгәнгәлер, балаларыма, туғандарыма тыныс илдә эшләргә һәм йәшәргә яҙһын, тип һорайым һәр көн Хоҙайҙан”, – ти Рәйсә апай. Эйе, ҡайҙалыр һаман бәрелештәр бара, кемдеңдер ғәзиз балаһы бер ғәйепһеҙ һуғыш ҡорбанына әйләнә. Тыныс тормошта матур итеп эшләргә, бәхетле йәшәргә яҙһын.

Ләйлә ХӨСӘЙЕНОВА,
филология фәндәре кандидаты.






Вернуться назад