Еңеү малайы06.05.2016
Еңеү малайы Юлдашым Еңеү ағай тип һөйләгәндә, тиҙҙән етәсәк Еңеү байрамы хаҡында һүҙ йөрөтә, тип уйлаһам, яңылышҡанмын икән. Ул кеше хаҡында бәйән итә булып сыҡты. Ни өсөн Еңеү? Һирәк ҡушылған исемдең тарихы ла барҙыр? Ошо һорауҙар менән Асҡар ауылында йәшәгән Еңеү Әхмәтйәновҡа мөрәжәғәт иттем. Ағай, йылмайып, йор яуап ҡайтарҙы:
– Һәр саҡ еңеүсе булһын, тормошта уңыш ҡаҙанып йәшәһен, тип теләп ҡушҡан атайым. Исемем менән ғорурланам.


Атайым – Амангилде ауылынан. 1943 йылда ҡаты яраланғас, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла һәм тыуған ауылына ҡайтарыла. Колхозда бригадир, аҙаҡ рәйес итеп тәғәйенләнә. 1945 йылдың 9 Майы атайым менән әсәйемә икеләтә ҡыуаныс килтерә: бөтә халыҡ Бөйөк Еңеүҙе байрам иткән көндә мин донъяға килгәнмен. Сикһеҙ шатлыҡтан атайым улына Еңеү тип исем ҡушҡан.
Малай йыл үҫәһен ай үҫеп, ай үҫәһен көн үҫеп, тиҙ арала мәктәпкә бара. Тиҫтерҙәре араһында сослоғо, үткерлеге, ойоштороу һәләте менән айырылып тора. Мәктәпте тамамлағас, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә инспектор, артабан “Йәнгел” совхозының комсомол ойошмаһы секретары итеп тәғәйенләнә. 1965 йылда әрме сафында алына. Артабан Еңеү Әхмәтйәнов үҙе өсөн ят, әммә ҡыҙыҡлы яңы эшкә тотона – район гәзитенә хәбәрсе булып урынлаша. Ул саҡта “Осҡон”доң мөхәррире бурысын Марсель Ҡотлоғәл­ләмов атҡара.
– Редакцияла эшләгән йылдарымды әле лә һағынып иҫкә алам, – ти Еңеү Шакирйән улы. – ГАЗ-69 автомобилендә районды арҡыры-буй йөрөп сығыр инек. Сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ барышын, ферма, йәйләү, колхоз эшмәкәрлеген яҡтыртыу, мәктәптәрҙән, төрлө ойошмаларҙан репортаж, һүрәтләмә әҙерләүҙе һис тә оноторлоҡ түгел. Гәзиттә тәнҡит мәҡәләләре лә баҫылыр ине. Халыҡ “Осҡон”до һәр саҡ көтөп алды, яратты, ихлас яҙылды. Тап ошо йылдарҙа партия сафына индем, Башҡорт дәүләт университетын ситтән тороп тамамланым.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, исеменә тап төшөрмәй ул. Һәр саҡ алдынғы сафта була. “Исемегеҙгә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр булғыланымы?” тигән һорауыма Еңеү ағай: “Әлбиттә!” – тип яуапланы. Кемдер юрамал шулай таныша тип уйлаһа, икенселәре, ундай исем буламы ни, тип аптырай. Хәйер, Еңеү Әхмәтйәновтың үҙенең дә юғалып ҡалған осраҡтары була. Мәҫәлән, тәүге балалары донъяға килгәс, минең исемде нисек яҙырҙар, Еңеү улы тип йөрөтөрҙәрме икән, тип икеләнеп ҡала. Билдәле булыуынса, элек таныҡлыҡ алған саҡта секретарь нисек яҙһа, төп нөсхә буйынса хатамы ул, хатаһыҙмы исем-шәриф шулай киткән. Еңеү ағай менән дә шулай килеп сыға. Аҙаҡ яйлап барыһы ла күнегә был ят исемгә. Ҡушамат түгел, ә ысын икәнлеген танып, матур итеп “Еңеү” тип өндәшәләр. Исеме менән ғорурланып йәшәй Еңеү Шакирйән улы. Районда ғына түгел, тотош республикала берәү бит ул!
– Тыуған көнөм, исемем һәр саҡ маяҡ булып тормоштағы барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итте. Артабан да Еңеү байрамдарын оҙаҡ йылдар ҡаршыларға яҙһын, еңеүсе булып йәшәргә насип булһын! – тип ихлас йылмайҙы ағай.




Вернуться назад