“Урман ҡотҡарҙы беҙҙе”06.05.2016
“Урман ҡотҡарҙы беҙҙе” – Ҡайнымдың атаһы Әхмәтзәки Вәлиди менән йәштәш булған. Бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫкәндәр, солоҡ ҡорттарын ҡарағандар. Был хаҡта ул ҡайныма бик күп нәмә һөйләп ҡалдырған. Тик был турала башҡаларға еткереүҙе тыйған, – тине Ғәлиәкбәр ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Әминә Сабир ҡыҙы Байғазина.

Ошондай һүҙҙәрҙе ишеткән ниндәй журналист ауыл аҡһа­ҡалы менән осрашмай түҙһен? Нияз Мәһәҙиев менән беҙ ҙә Миңләхмәт Хаммат улы йәшәгән йортҡа йүнәлдек.
– Әхмәтзәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтша хәҙрәт ҡырҡ баш һыйыр малы менән Үрек йылғаһы буйындағы Айғырүлгән тигән ерҙә йәйләгән, – тип башланы һүҙен ветеран. – Үрек буйында солоҡ­тар тотҡандар. Әхмәтзәки Вәлиди менән атайым һыбай шуларҙы ҡарап йөрөгән. Көҙәндән – ҡырҡ, Ғәлиәкбәрҙән егерме саҡрымдағы был урмандарҙа Вәлидиҙәрҙең солоҡтарын әле лә күрергә мөмкин.
Атайым миңә күп нәмәне бәйән итте, әммә һөйләгәндәрен бүтән­дәргә әйтмәҫкә ҡуша ине. Заманалар ҙа буталсыҡ булды бит. Хатта Вәлидиҙең исемен әйтеү тыйылды…
“Урман ҡотҡарҙы беҙҙе”Миңләхмәт ағай ғүмере буйы урман эшендә булһа ла, көндәлек гәзит-журналдарҙы, яңы китап­тарҙы ҡалдырмай уҡып бара. Хатта 1953 йылда халҡыбыҙҙың күренекле шәхесенә ҡағылышлы бер мәҡәлә сыҡҡанын да яҡшы хәтерләй. Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ен уҡып сыға, уның тураһындағы бөтә яҙмалар менән ҡыҙыҡһынып таныша.
Тиҫтә йыл самаһы элек Ғәлиәк­бәрҙә яңы мәктәп асылғас, Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Сара исемле ҡыҙы менән ошо ауылда булып китә. Атаһының бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән ялан ерҙәрҙе күреп тәьҫирләнә. Ғәлиәкбәрҙәр алыҫтан килгән ҡунаҡтарға Вәлидиҙең яратҡан йыры “Илсе Ғайса”ны ишеттерә. Уны мәктәп­тең шул саҡтағы уҡыусыһы, әле нефтсе булып Себер яҡтарында эшләгән Рафаэль Әминев ҡурайҙа уйнай. Миңләхмәт ағай күренекле яҡташыбыҙҙың вариҫ­тарына бал балын ауыҙ иттерә.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең солоҡ­солоҡ өсөн кәрәкле әйберҙәре Миңләхмәт ағайҙың атаһында ҡомартҡы булып ҡала. Уларҙы аҙаҡ улына тапшыра. Ғәжәп, әммә бер быуаттан ашыу элек эшләнгән әйберҙәр Бөрйән умартасыларына бөгөн дә хеҙмәт итә. Һай, ныҡ та икән үҙҙәре!
– Ләңгеһе – Иштуған улымда, кирәмен Самат кейәү һорап алды, ә батманы – үҙебеҙҙә, – тип ағай әллә күпме ваҡиғаларҙың шаһиты булған ағас һауытты күрһәтте.
“Урман ҡотҡарҙы беҙҙе”Миңләхмәт ағай атаһы Хаммат бәйән иткән ҡыҙыҡлы, хатта бәхәсле тип әйтерлек ҡайһы бер факттарҙы, ваҡиғаларҙы беҙгә лә еткерҙе. Киләсәктә был темаға тағы ла әйләнеп ҡайтырбыҙ тип уйлайым. Ә бөгөн һүҙебеҙ икенсе юҫыҡтараҡ булыр – ағайҙың үҙенең һуғыш осорондағы бала сағы тураһында.
…Бөйөк Ватан һуғышы баш­ланғанда бик бәләкәй булһа ла, Миңләхмәт ағай ул ауыр йылдарҙы яҡшы хәтерләй.
– Атайым илленән өҫтә ине, уны һуғышҡа алманылар, – тип һүҙ башланы ул. – 1925 йылғы Миңлеғәле ағайым иһә декабрҙә фронтҡа китте. Башта күпмелер ваҡыт Алкинда һуғышҡа өйрәнеп ятҡандар. Аҙаҡ Украина фронтына ебәргәндәр. Шунда яра­ланған. Пуля арҡаһынан килеп ингән. Госпиталдә ятҡандан һуң, һуғышҡа яраҡһыҙ тип табылып, Горький ҡалаһына оҙатыл­ған. Бында йәштәрҙе һуғышҡа әҙерләгәндәр. Фронтҡа йөк ташыған тауар поездарын тикшергәндәр. Өс хәрби заводты һаҡлаған. Был хаҡта ул беҙгә хаттарында яҙа торғайны. Күбеһен, әлбиттә, аҙаҡ һөйләне. Тик һуғыш туҡтағас та тиҙ генә ҡайтманы әле ул, өс йылдан һуң ғына күрешергә насип булды.
Миңләхмәттән башҡа ғаиләлә тағы апайҙары Миңниса менән Хәҙисә, ҡустыһы Ибраһим үҫә. Әсәйҙәре Зөлхизә фермала һарыҡ көтөүен көтә, атайҙары промартелдә эшләй. Ғаилә был ваҡытта элекке Маҡар райо­нының Ҡалғаҫау ауылында йәшәй (хәҙерге Ишембай райо­нының Ҡолғона ауылы).
– Атай ат менән Стәрле­тамаҡҡа йөрөнө, – ти ағай. – Райпо магазиндарына аҙыҡ-түлек, хужалыҡ өсөн кәрәк-яраҡ тауар­ҙар алып ҡайта ине. Йылы көндәрҙә үҙе менән бергә мине лә йөрөттө. Өс көн барабыҙ, өс көн ҡайтабыҙ. Урманда йәки юлдан ҡырға сығып йоҡлайбыҙ. Мине үҙенең ҙур фуфайкаһына төрөр ине. Ғәҙәттә, күл янында туҡтайбыҙ. Йә кешеләргә керәбеҙ. Ашарға икмәк тә юҡ. Балтырған, ҡуян тубығы, һарына йыябыҙ. Тимерҙән эшләнгән бәләкәй көрәк кеүек салыр менән ашарға яраҡ­лы тамырҙарҙы ҡаҙып алабыҙ.
Был ваҡытта Миңләхмәт ағайҙың апайҙары промартелдә эшләй, септә һәм ҡап һуғалар. Септәләр Башҡорт кавалерия дивизияһының аттарына ебә­релә. Ә йүкәнән эшләнгән ҡап тоҡтар балыҡ ташыр өсөн Мурманск, Владивосток яҡтарына оҙатыла. Был хаҡта, әлбиттә, бәләкәс Миңләхмәт тә, үҫмер Миңниса ла, балалыҡтан сыҡмаған Хәҙисә лә белмәгән, атайҙары ғына әйткән.
Ауыр һуғыш йылдары кескәй Миңләхмәтте лә тиҙ эшкә өйрәтә. Атаһынан күреп сабата үрә башлай. Көнөнә дүрт пар өлгөртөп, келәткә тапшыра. Уларҙы ла фронтҡа ебәрәләр. Бер пар сабата хаҡы – 40 тин. Дүртәүһе өсөн бирелгән аҡсаны йыйып, Стәрле баҙарынан ашарға алырға була.
Һуғыш буйы икмәктең ни икәнен белмәгән ғаилә үҙ көнөн үҙе күрә. Бәрәңге үҫтереп, шуны ҡыш сыҡҡансы нисек тә еткерергә тырышалар. Атайҙары яҙ, йәй ашарға яраҡлы үләндәрҙе йыйып киптереп, ҡыйыҡ аҫтына тоҡ менән аҫып ҡуя, ҡыш уларҙы ашҡа һалып ашайҙар. Уңған хужабикә Зөлхизә апайҙың тырышлығы менән күпләп үҫтерелгән кәбеҫтәне атайҙары Стәрленән алып ҡайтҡан 200 литрлыҡ мискәгә тоҙлайҙар. Кишер ҙә, ҡыяр ҙа сәсәләр.
Уңғандарҙы урман ҡотҡара. Атайҙары умарта, солоҡ ҡорт­тары тота. Балын һатып, иш янына ҡуш яһайҙар. “Ашарға бер нәмә лә булмағанда, асыҡҡанда кәрәҙле бал сәйнәп ултыра торғайныҡ”, – тип хәтерләй Миңләхмәт ағай.
Ишле ғаиләне аҫрау өсөн ата-әсәһе ике һыйыр тота, уларға эштән бушаған арала йәй буйы бесән әҙерләй. Мал итен ҡышҡылыҡҡа ыҫлап ҡуялар. Ваҡ ҡына итеп турап, аласыҡтың усаҡ төтөнөнә эләләр. Ҡатҡас, боҙолмай, себен дә эйәләшмәй. Оҙон ҡышҡа ризыҡ булып, ҡыйыҡ аҫтында һаҡлана. Хаммат ағай райпо магазинына кәрәсин, тоҙ, шырпы, һабын кеүек әйберҙәр ташый. Уларҙы халыҡҡа әҙләп бүлеп бирәләр.
Промартелдең һигеҙ аты була, шулар менән дүрт кеше алмашлап Стәрлегә йөрөй. Унда барғанда халыҡтан фронтҡа ярҙамға тип йыйған йомортҡа, йөн, киптерелгән картуфтарҙы ҡапҡа тултырып тейәп алалар. Шулай уҡ сабаталар ебәрелә. Йәнә уҫаҡтан, һөйәндән сабылған көрәктәрен дә тейәйҙәр. Уларҙың унарын бергә бәйләп һалалар. Берәүһенең хаҡы, сабатаныҡы кеүек, ҡырҡ тин. Көнөнә биш-алтыны эшләп, келәткә тапшырырға мөмкин.
Һуғыш осоро балалары ҡул тирмәненең нимә икәнен яҡшы белә. Байғазиндар уны үҙҙәре яһап ала. Йылға буйынан алып ҡайтҡан матур йомро таштың уртаһынан ҡасау менән тишек яһап эшләйҙәр уны.
Бөтә ауылға ике сепаратор була. Кемдеке юҡ, башҡаныҡы менән ҡуллана ла ун көн өсөн бер биҙрә һөт ҡалдырып китә. Ҡоролма боҙолһа, Иҫкесәк тигән ауылдағы Ғүмәр оҫтаға алып баралар. Ул бик ҡарт һәм сатан була. Көҙәндән һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан был ауылда дүрт кенә ҡарт йәшәй. Ҡалған­дары – ҡатын-ҡыҙ, бала-саға.
– Еңеү хәбәрен аҙна-ун көн тирәһе үткәс кенә ишеткәнбеҙҙер. Әсәй булған бөтә ононан сынаяҡ аҫты ҙурлыҡ ҡына дүрт икмәк һалды ла һәр беребеҙгә – дүрт балаға – тоттороп сыҡты. Һуғыш бөткәс тә еңеллек килмәне әле, – тип яңынан ауыр хәтирәләргә төшөп китте Миңләхмәт Хаммат улы. – 1946 йылда ныҡ аслыҡ булды. Мартта барлыҡ запас бөттө. Беҙҙе урман һаҡланы һәм аҫраны. Апайым менән йыла ҡайырып, һыҙырып алырға урманға киттек. Уны ваҡлап турап, киптереп, тирмәндә тарттырып алһаң, он була. Ялан яҡтары йүкә ҡайырын ашаған, ул әсерәк, ә йыланыҡы һутлыраҡ.
Бары 1949 йылда ғына тормош ыңғайға килә башлай. Тағы ла бер йылдан ғаилә Ғәлиәкбәргә күсеп килә. Бында атайҙары биш йыл ғына йәшәп ҡала – Миңләх­мәткә 18 тулғанда яҡты донъя менән хушлаша.
Һуғыш осоронда урман арҡа­һында иҫән-һау ҡалыуҙары сәбәпсеме, әллә атаһының һөйләгәндәре йөрәгенә ныҡ уйылғанғамы, Миңләхмәт Хаммат улы Байғазин утыҙ йыл ғүмерен урман эшенә бағышлай. “Шүлгән­таш” ҡурсаулығында солоҡсо була. Тырыш хеҙмәте Рәсәй Урман хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бил­дәләнә.
Бөгөн атайҙарының һөнәрен улдары дауам итә. Ғәйнулла менән Иштуған Өфөләге урман хужалығы техникумында махсус белем алып, береһе – урмансы, икенсеһе егерь булып эшләй. Илһам иһә солоҡсо һөнәрен һайлаған, Михайловкалағы училищела уҡыған. Барыһы ла – ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре.
Миңләхмәт ағай ҡатыны Нурия менән алты балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергән. Әле шуларҙың бишеһе иҫән-һау донъя көтә. Нурия апай мәрхүмә булғас, Гөлсирә исемле уңған, хәстәрлекле ҡатын ағайҙың терәк-таянысына әйләнгән. Хөрмәтле ветеран ҡыҙҙары Рәзилә, Роза, улдары һәм килендәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, донъяның именлегенә шөкөр итеп йәшәй.
…Ғәлиәкбәрҙән Иҫке Собхан­ғолға беҙҙе Миңләхмәт ағайҙың ур­тансы улы Иштуған уҙаман маши­наһында илтеп ҡуйҙы. Юлда, Әлеш тигән яланда туҡтатып, Вәлидиҙәрҙең солоғо булған ҡарағасты күрһәтте. Нисә быуат ғүмер кисергәндер ул мөһабәт ағас! Шәхесебеҙҙең ҡул йылыһын тойған ҡәҙерле ҡомартҡы киң яланда һәйкәл кеүек тора. Бындай иҫтәлекле урынды кәртәләп алып, “Әхмәтзәки Вәлидиҙең солоҡ ҡарағасы” тип яҙып та ҡуйғанда, туристарға күрһәтерлек бер маршрут булыр ине.
– Бер тапҡыр шулайтҡайныҡ инде, – тине Әминә Сабир ҡыҙы. – Күрәһең, ныҡ булмаған. Емерелде. Был мәсьәләне тағы ла мотлаҡ күтәреп, уратып ҡуйырға кәрәк, әлбиттә.
Солоҡсолоҡ менән бөтә донъяла дан тотҡан Бөрйән ере, әллә күпме тарих һәм сер һаҡлаған Әхмәтзәки Вәлиди ҡарағасы беҙҙе моңһоу ғына оҙатып ҡалды. Насип итһә, Вәлидиҙәр йәйләгән Үрек буйҙарын да күрербеҙ әле. Миңләхмәт ағай улы Иштуған менән шул яҡтарға алып барырға һәм йәнә атаһының бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан ҡайһы бер хәтирәләре менән уртаҡлашырға вәғәҙә итте. Тиҙҙән һикһән йәшен билдәләйәсәк ветеранға һаулыҡ, оҙон ғүмер насип булһын.


Вернуться назад