Ни өсөн рәсәйҙәргә кроссовер яҡын?06.05.2016
Күптән түгел Швейцарияның Женева ҡалаһында үткән 86-сы автосалон күргәҙмәһе ниндәй автомобилдәрҙең яҡын киләсәктә иң абруйлы моделдәргә әйләнәсәген асыҡ күрһәтте. “Хәҙерге иҡтисади көрсөк заманында уларҙы күпләп һата алырҙармы икән?” тигән шикләнеү урынһыҙ булып сыға: былтыр декабрҙә Рәсәй автосалондарында, 1 ғинуарҙан һумдың курсы артабан түбәнәйеүҙән ҡурҡып, барлыҡ автомобилдәрҙе ҡырып-һепереп тигәндәй һатып алып бөтәләр. Дөрөҫ, әле салондарҙа тынлыҡ, ләкин эксперттар бының ваҡытлыса булыуын билдәләй.
Женевалағы ошо күргәҙмәлә донъяның 30 иленән ике йөҙҙән ашыу фирма ҡатнашып, 120 яңы модель тәҡдим иткән. Белгестәр уларҙың ҡайһы берҙәренең автомобиль баҙарында киләсәге ҙурлығын фаразлай һәм Рәсәйҙә күпләп һатыла башлау ихтималлығы булған биш төр кроссовер моделдәрен, модификацияларын айырып күрһәтә:


Toyota C-HR
Киң билдәле Toyota Prius моделе платформаларының береһе нигеҙендә эшләнгән был автомобилде алғы тәгәрмәстәре лә, артҡылары ла этә аласаҡ, көс ҡоролмаһы 150 ат ҡеүәтенә тиң. Япондар 350 миллион евро түгеп яһаған был яңы моделде йыйыу Рәсәйҙә лә башҡарыласаҡ. Был хоҡуҡ Санкт-Петербург заводына бирелер тип күҙаллана.

Audi Q
Бензин һәм дизель моторҙары булған был модель алты тиҙлектәге трансмиссияға эйә. Немецтар авто­мобилгә байтаҡ яңы уңайлыҡтар ҙа өҫтәгән: “аҡыллы” круиз-контроль, машинаны юл һыҙаты сигендә тотоу ҡулайламаһы, туҡталҡала параллель һәм перпендикуляр урынлашыу өсөн автоматик система. Һуңғыһы бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға оҡшар тип өмөт итәләр.

Nissan Qashqai
Был яңы модификация элекке Nissan Qashqai автомобиленән байтаҡҡа ҡиммәтерәк булыр тип көтәләр. Нимә өсөн өҫтәп түләргә тура киләсәк һуң? Радиатор рәшәткәһе семәрләп эшләнгән, 20 дюймлы тәгәрмәс дискыларын эксклюзив вариантта яһағандар, кузовтың ҡайһы бер элементтарына алтынһыу төҫ ялатылған, интерьерын тире һәм замша ҡулланыу иҫәбенә күркәмерәк иткәндәр.

Maserati Levante
Итальяндар Турин ҡалаһында етештергән был автомобиль маркаһының кроссовер варианты тәҡдим ителә. Дүрт тәгәрмәсе лә этәреү көсөнә эйә. Амортизаторҙарына электроника идара итә. Был автомобилдең Рәсәй баҙарына йыл аҙағында килеп инеүе көтөлә.

Peugeot 2008
Был моделде беҙҙең илдә бигүк алмайҙар. Былтыр ул, мәҫәлән, 244 дана ғына һатылған. Хаҡының уңайлылығына тура килеп бөтмәүе төп сәбәп булып торалыр, моғайын. Ләкин был төр автомобилде уйлап тапҡан француздар төшөнкөлөккә бирелмәй: радиаторын, капотын, оптикаһын һәм башҡа дизайн күренештәрен үҙгәртеп, тағы һатыуға сығарасаҡтар. Уның ҡеүәте 75 ат көсөнән 120-гә саҡлы, трансмиссияһы алты быуынлы автомат буласаҡ.
Рәсәй юлдарының “үҙенсәлектәре” беҙҙең халыҡтың иғтибарын күберәк кроссоверҙарға йәлеп итә, сөнки дүрт тәгәрмәсе лә тартҡан был автомобилдәр батҡаҡ, көрт аша еңел сыға. Дөрөҫ, уларҙың хаҡы седан йәки универсалдарға ҡарағанда юғарыраҡ. Кире осраҡта кроссоверҙар тағы ла күберәк булыр ине.
Еңел машинаға йөк ташыу транспорты итеп тә ҡарарға күнеккәнбеҙ. Ә кроссоверҙың багажнигы ҙур, шуға өҫтәп, алғы һәм артҡы ултырғыстарын йәйеп булыу автомобилде хужалыҡта ҡулланыу мөмкинлеген киңәйтә төшә.


Вернуться назад