Иң мөһиме – ҡаушап ҡалмау06.05.2016
Иң мөһиме – ҡаушап ҡалмау Әгәр ҙә ике водитель дә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәй икән, уларҙың бәрелешеүе мөмкин түгел. Автомәктәптә беҙҙе шулай тип өйрәтәләр ине. Ләкин юлдағы бөгөнгө мәхшәрҙә был ғына етмәй тип уйлайым: ҡағиҙәләрҙе бар тип тә белмәй килгән башҡа автомобилдәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай – уларҙан ялтанып ҡалам тип тә аварияға осрауың ихтимал.
Бындай хәлгә тарығанда ҡаушап ҡалмаҫҡа, ә түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк.



1. Автомобилде кисекмәҫтән туҡтатырға.
2. “Авария туҡталышы” лампаһын тоҡандырырға һәм, машинанан сығып, юлға өс мөйөшлө авария тамғаһын ҡуйырға.
3. Бәрелешкә ҡатнашы булған йәки бәйлелеге ихтимал бер генә әйберҙе лә урынынан ҡуҙғатмаҫҡа.
4. Имгәнгәндәргә хәлдән килгәнсә ярҙам итергә һәм “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡырырға.
5. Страховка компанияһына юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр итергә һәм страховкалаусының күрһәтмәләрен тулыһынса үтәргә. Ул үҙе авария урынына килешеүҙә ҡаралған осраҡта ғына килә.
6. Дәүләт автоинспекци­яһына хәбәр итергә йәки страховкалаусының шылтыратыуын һорарға.
7. Аварияға осраған кеше­ләрҙең һәм шаһиттарҙың телефондарын, адрестарын, машина номерҙарын яҙып алырға.
8. Бәрелештә ҡатнашы бул­ған­дарҙың ОСАГО полистары барлығын һәм ҡайһы компанияла страховкаланыуын белешергә.
9. Барыһы менән дә тыныс мөғәмәлә итергә.
10. Авария тураһындағы хәбәр бланкын (уны страховка ойошмаһы бирә) тул­тырырға.
11. Автомобиль юлдағы хәрәкәткә ҡамасаулаһа, уны ситкәрәк ҡуйырға, ләкин унан алда машинаның бәрелеш мәлендә ҡайҙа һәм нисек урынлашыуы, барлыҡ эҙҙәр, әйберҙәр, тормоз юлы һ.б. теркәлә. Документҡа аварияға бәйлелеге булған һәр кем ҡул ҡуйырға тейеш.
12. Автомобилдәр, уларҙың ҡайҙа тороуы, дәүләт теркәүе номерҙары, водителдәрҙең йөҙө, тормоз юлы, асфальттағы ярсыҡтар, механик им­гәнеүҙәр һ.б. – быларҙың барыһын да фотоға төшөрөгөҙ.
13. Юл-патруль хеҙмәт­кәрҙәренә аңлатҡанда, бары­һын да иҫәпкә алырға тырышығыҙ: тәүлектең ваҡыты, юлдың сифаты, һауа торошо, машинаның хәрәкәт йүнәлеше, аварияға алып килгән хәл-ваҡиға, сама менән автомобилдәрҙең тиҙлеге, уларҙың маневрҙары, юлдың яҡтыртылыу кимәле һ.б. Шуны онотмағыҙ: артабанғы хәл бәхәсле була ҡалһа, ғәҙел ҡарар ҡабул итеүҙә был ентекле деталдәр ныҡ кәрәк буласаҡ.
14. Әгәр ҙә һәммәһен дә ошо бланкта күрһәтмәһәгеҙ, механик зыян өсөн дәүләт автоинспекцияһы протоколына ҡарап ҡына түләйәсәктәр, ә унда күп нәмәнең теркәлмәүе ихтимал.
15. Автоинспектор түбәндәге доку­менттарҙы бирергә тейеш: авария һөҙөмтәһендә күрелгән барлыҡ механик зыян теркәлгән белешмә, хоҡуҡ тәртибен боҙоу тураһында протокол, водитель танытмаһы тартып алынған осраҡта – автомобилгә идара итеүгә ваҡытлыса рөхсәт ҡағыҙы.
16. Автоинспектор доку­мент­тарҙы водитель шаһит булған шартта ғына тултыра ала.
17. Документтарҙа һәр графа тул­тырылырға тейеш, юғиһә страховка ком­пани­яһының зыян өсөн түләүҙе тот­ҡарлауы йәки баш тартыуы ла ихтимал.
18. Машинаның ватылған деталдәрен теркәгәндә, “күренеп тормаған механик зыяндың да булыуы ихтимал” тип яҙҙырырға онотмағыҙ, страховка компанияһы өсөн был бик мөһим.
19. Ғәйебегеҙҙе танырға тәҡдим итһәләр ҙә, ризалашмағыҙ! Протоколда мотлаҡ “Үҙемде ғәйепле тип танымайым” тип яҙығыҙ һәм шуның аҫтына ҡул ҡуйығыҙ. Кемдең ғәйепле булыуын асыҡлау – ике яҡтың да страховка компанияларында эшләгән юристарҙың бурысы.
20. Яңы ҡағиҙәгә ярашлы, хәҙер зыянды ҡаплатыу өсөн ғәйепле яҡтың түгел, ә үҙеңдең страховка компанияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Вернуться назад