Интернет-форум — заман заңы13.03.2012
Башҡорт дәүләт университетында "Донъяла славян этносы, телдәре һәм мәҙәниәттәре" халыҡ-ара интернет-конференцияһы үтте.
Унда яҡташ ғалимдарыбыҙ менән Болгарияның изгеләр Кирилл һәм Мефодий исемен йөрөткән Велика Тырна университеты белгестәре фекер алышты, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа ҡалалары, Польша, Украина, Ҡытай, Латвия, Ҡаҙағстан илдәре вәкилдәре лә ҡатнашты. Сарала төрлө проблемалар күтәрелде: славян халыҡтары тарихы, уларҙың ижтимағи-сәйәси, мәҙәни бәйләнештәре һәм башҡалар. Сығыштарҙың йөкмәткеһе менән уҡыу йортоноң сайтында танышырға мөмкин.


Вернуться назад