Аҙаҡ аҡланғансы, баштан һаҡлан06.05.2016
Аҙаҡ аҡланғансы,  баштан һаҡлан – Дилә, ултыр урыныңа! Ҡайышыңды ысҡындырма!
– Уңайһыҙ, муйынымды һыға, тын ала алмайым...

Бынан бер нисә йыл элек машинаға ултырыу менән ошоға оҡшаш диалог көн һайын ҡабатлана ине. Ҡыҙҙы креслоға ултыртыу һәм ҡайыш менән эләктереү үҙе бер бәләгә әүерелде. Өгөтләү ҙә, әрләү ҙә һөҙөмтә бирмәне. Шуға ла бер көндө атаһы ЮХХДИ инспекторы эргәһенә килеп туҡтаны ла: “Иптәш инспектор, ҡыҙым креслоға ултырырға теләмәй. Нимә эшләйбеҙ?” – тине. Инспектор бер аҙ баҙап ҡалғандан һуң хәлде аңланы һәм етди ҡиәфәт менән Диләгә ҡайышты ниңә эләктерергә кәрәклеген тө­шөндөрөп бирҙе. Бынан ары креслоға ултырмаһаң, штраф сәпәйбеҙ, тип тә янаны. “Маши­нағыҙға ултырыу менән мин видеорегистратор аша һеҙҙе ҡарап торасаҡмын!” – тип оҙатып ҡалды полиция хеҙмәткәре. Быға Дилә оҙаҡ ышанды. Ошо хәлдән һуң машинаға инеү менән креслоға ултырып, ҡайышын да эләктерә башланы. “Ағай, мин дөрөҫ эшләнемме?” – тип регис­тра­торҙан һорап та ҡуя ине.
Ҡайһы бер ата-әсә балаларын машинала йөрөтөүгә яуаплы ҡарай, бәғзеләр иҫкәрмәләргә ҡолаҡ та һалмай. Әйткәндәй, юл ҡағиҙәләренә быйылдан яңы үҙгәрештәр ҙә индерелде:
* Балаларҙы еңел автомобиль салонына һәм грузовик кабинаһына ултыртырға ярай.
*Прицепта һәм кузовта алып барыу ҡәтғи тыйыла.
*Водитель пассажирҙарының хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин итергә тейеш.
*Хәүефһеҙлек ҡайыштары булған машинала 12 йәшкә тиклемге балаларҙы йөрөтөү бары тик автокресло йәки автобишек барҙа ғына рөхсәт ителә. Тағы ла был маҡсатта бустер-яҫтыҡ йә өсмөйөшлө адаптерҙы ҡул­ланырға була.
* Юл ҡағиҙәләре буйынса, бәләкәй пассажирҙарҙы мото­циклдың артҡы ултыр­ғысында йөрөтөргә ярамай.
* Әгәр балалар һаны һигеҙҙән артып китә икән, юлға сығыу өсөн махсус автобус ялларға һәм тейешле инстанцияларҙан рөхсәт алырға кәрәк.
* 12 йәшкә тиклемге бала­ларҙы автокресло һәм авто­бишектә генә алғы ул­тырғыста йөрөтөргә ярай. Бустер йә адаптер ҡулланһағыҙ, баланы артҡа ғына ултырта алаһығыҙ.
* Баланы өлкән кешенең алдына ултыртып йөрөтөү ҡәтғи тыйыла. Юл-транспорт ваҡи­ғаһына эләккән хәлдә, сабыйҙың ауырлығы ун тапҡырға арта. Был осраҡта уның ҡулдан ысҡынып китеү ихтималлығы күпкә көсәйә, һәм сабыйҙың ауыр йәрәхәттәр алыуы көн кеүек асыҡ.
Балаларҙы йөрөтөү ҡағи­ҙәләрен боҙған өсөн яза элекке штрафтар менән сағыштырғанда ҡатыраҡ буласаҡ. Креслоны урынлаштырыу өсөн нығытмалар булмауы ла аҡланыуға сәбәп түгел. 2013 йылға тиклем был осраҡта штраф күләме 500 һум тәшкил итһә, хәҙер бының өсөн 3000 һум түләргә тура киләсәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: автомобилдә махсус креслоның булыу-булмауы ғына түгел, ә уның дөрөҫ урынлаштырылмауы арҡаһында ла һеҙҙе яуаплылыҡҡа тарт­тырасаҡтар.
Һәр водитель хәүефһеҙлек сараларын алдан күрергә һәм аварияға тарымаҫ өсөн ҡағиҙәләрҙән тайпылмаҫҡа бурыслы. Балаларҙы йөрөтөү өсөн автомобиль креслоһы юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған хәлдә баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыусы атрибут булып тора. Водитель креслоның булыу-булмауы һәм штрафтар күләме тураһында түгел, ә тәү сиратта машиналағы сабыйҙарҙың хә­үефһеҙлеге тураһында уйларға бурыслы.
ЮХХДИ идаралығы хәбәр итеүенсә, йыл башынан республикала балалар ҡатнашлығында 81 юл-транспорт ваҡиғаһы тер­кәлгән. Ике сабыйҙың ғүмере өҙөлгән, 85-е төрлө тән йәрә­хәттәре алған.

Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.



Вернуться назад