1941 йылдың 14 июле – легендар “Катюша”ның тыуған көнө. Бынан 75 йыл элек реактив минометтар батареяһының тәүге залпы яңғыраған.“Катюша” – Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы БМ-8, БМ-13, БМ-31 реактив артиллерияһы хәрби машиналарының халыҡ ҡушҡан исеме. Был атаманың килеп сығышы хаҡында бер нисә фекер бар. Шулай ҙа тәүге хәрби машиналарҙы эшләгән заводтың “К” маркаһына бәйлелеге хәҡиҡәткә нығыраҡ тап килә, ти белгестәр. Заманында киң таралған йырҙың исеменә ҡағылышлылыр тигән фекер ҙә инҡар ителмәй.
“Катюша” залп менән атыусы күп зарядлы тәүге мобиль реактив система булараҡ танылған. Унда снарядтар, эшләтеп ебәреү ҡулайламалары, атышҡа идара итеү, транспорт саралары тупланған. Күп зарядлылыҡ бер нисә майҙандағы сәптәргә бер ваҡытта һөжүм итеү мөмкинлеген бирһә, залплы ут ҡаршы барыуҙа етеҙлекте тәьмин итә.
Төтөнһөҙ дарылы реактив снарядтарҙы яһауға 1920 йыл башында ракета техникаһы энтузиастары Владимир Артемьев менән Николай Тихомиров юл һала. Ете йылдан иһә пироксилин-тротиллы төтөнһөҙ дары эшләнә. Тиҙҙән ракета двигателле, төтөнһөҙ дарылы тәүге снаряд 1 300 метр арауыҡты осоп үтә. Тап шул осорҙа, 1928 йылда, Ленинград ҡалаһында Газодинамика лабораторияһы булдырыла (аҙаҡ Реактив ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә).
Реактив снарядтарҙың ике өлгөһө яһала – ярсыҡлы РС-82 менән ярсыҡлы-фугаслы РС-132. Тәүҙә улар самолеттарҙы йыһазландырыу өсөн тәғәйенләнгән булһа, 1938 йылдың йәйендә Иван Гвай етәкселегендәге бер төркөм инженер күп зарядлы реактив ҡулайламаны караптар һәм ҡоро ер ғәскәрҙәре өсөн проектлай башлай.
Бөйөк Ватан һуғышында реактив артиллерия беренсе эшелондағы уҡсылар дивизияһының ут ҡеүәтен, тотороҡлолоғон арттырыу өсөн ҡулай булған. Яңы ҡоралды ҡулланыуҙағы төп талаптар – ҙур дәүмәллелек һәм көтөлмәгәнлек. Мәскәү өсөн алыш мәлендә, фронттағы хәлдең ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып, командование реактив артиллерияны дивизияларға бүлеп ҡулланырға мәжбүр булған.
1941 йылдың аҙағында дивизияларҙы кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү ауырлаша. Ҡарарға ярашлы, 20-се гвардия миномет полкын туплау башлана. Ул идаранан, өс батареялы өс дивизиондан тора. Һәр батареяла – дүртәр хәрби машина. Тимәк, 12 машиналы бер генә дивизиондың ғына залпы ла юғары ҡеүәткә эйә булған. Тәьҫир ҙур: залп мәлендә барлыҡ ракеталар тиерлек бер ваҡытта осорола, бер нисә секунд эсендә реактив снарядтар сәп янындағы ерҙең аҫтын өҫкә килтерә. Ҡулайламаның хәрәкәтсәнлеге позицияны тиҙ арала үҙгәртеп, дошмандың “яуабы”нан ҡасыу мөмкинлеген бирә.
1942 йылдың июль-август айҙарында “Катюша”лар бер нисә көн дауамында немецтарҙың 1-се танк армияһы һөжүмен тотҡарлаған Көньяҡ фронттағы Күсмә механизацияланған төркөмдөң төп көсө була. Был хәл генерал Гальдерҙың көндәлектәрендә лә билдәләнгән.
1942 йылдың авгусында Сочи ҡалаһындағы “Кавказ ривьераһы” шифаханаһы гаражында М-8 снарядлы күсмә ҡулайлама уйлап сығарыла, ул “Тау катюшаһы” исемен ала. Уларҙың тәүгеләре тауҙағы 20-се уҡсылар дивизияһына бирелә, Гойтх артылышындағы яуҙарҙа ҡулланыла.