Талымһыҙ “ЗИС-5”06.05.2016
Талымһыҙ “ЗИС-5” Бөйөк Ватан һуғышында ҡулланылған техника төрҙәренә арналған һәйкәлдәрҙең күбеһендә “ЗИС-5” автомобилен күрергә мөмкин. Мәғлүм булыуынса, уны йыш ҡына “ГАЗ-ММ” менән бутайҙар. Был йөк машиналары тышҡы ҡиәфәте буйынса оҡшаш булһа ла, “ЗИС” ҙурыраҡ, тарихы ла үҙенсәлеклерәк.
Автомобилдең “ола­таһы” – Американың “Autocar-5S”, “атаһы” – “АМО-3” йөк машиналары. “Әсәһе” тип иһә “ЗИС” (Сталин исемендәге завод) пред­приятиеһының инже­нерҙар коллективы һанала.
Ҡул аҫтында булған төрлө агрегат-деталдәрҙән йыйылған автомобиль үҙенең прототибынан күпкә яҡшыраҡ. “ЗИС-5” яба­йыраҡ итеп эшләнгән, уны еңел ремонтларға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта насар юлда йөрөү һәм йөк күтәреү һәләте ҙурыраҡ булған автомобиль килеп сыға. Ул 73 ат көсөнә эйә двигатель, яңы радиатор, карбюратор, яңыса эшлән­гән һауа фильтры, ҡеүәт­ләндерелгән тиҙлек тапшырыу ҡумтаһы, икенсе кардан валы, ныҡлы рама, күсәр, яңыртылған һәм механикалаштырылған тормоз менән етеш­терелә.
Бөтә үҙгәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, өс тонналыҡ автомашина төрлө яғыулыҡта йөрөү һәләтен юғалтмаған (эҫелә – хатта кәрәсиндә лә), төрлө мотор майын ҡулланыу мөм­кинлеге лә ҡалған.
Дөрөҫөрәге, “Трехтонка” (икенсе популяр исеме – “Захар”) тип башлыса “ЗИС-5В”-ны атағандар (аббревиатуралағы “В” хәрефе хәрби тигәнде аңлата). Һуғышҡа тиклемге аналогынан уны 120 килограмға еңелерәк, ағас кабиналы һәм дермантин түбәле булыуы, шулай уҡ алғы тәгәрмәстәрендә тормозы юҡлығы айыра.
Дәлил: “Катюша” тәүҙә өс күсәрле “ЗИС-6” нигеҙендә ҡорола, әммә ул бик уңайлы булмай. Атап әйткәндә, залп биреү өсөн ҡулайламаны 90 градусҡа борорға кәрәк, был иһә автомобилде ныҡ ҡына сайҡата һәм снарядтарҙы сәпкә тейҙермәй.




Вернуться назад