Хәрби техника Харьковтағы 183-сө заводтың танк бүлегендә Михаил Ильич Кошкин етәкселегендә эшләнә. Проекттың уңышлы килеп сығыуын В-2 авиация тибындағы ҙур экономиялы яңы дизель моторы ҡуйыуға бәйләйҙәр. Уның ярҙамында юғары удель ҡеүәтенә эйә булған техника Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса алғы сафта ҡатнаша. Маневр яһау һәләтенә эйә, тиҙлеге шәп, барлыҡ ҡатмарлы ерҙәрҙән еңел үтә ала.
Донъялағы танк эшләү практикаһында беренсе тапҡыр “Т-34” техникаһына оҙон көбәкле (30,5 калибрлы) пушка ҡуйыла. Ул башланғыс тиҙлеге буйынса сит илдәрҙең броняны тишә торған барлыҡ снарядтарын артта ҡалдыра.
1941 йылдың февраленән “Т-34” танкына 41 калибрлы көбәк ҡуйып сығара башлайҙар. Тиҙлеге лә арта – секундына 662 метр: бер саҡрым алыҫлыҡтан 60 миллиметрлыҡ броняны үтә сыға.
Конструкцияны яңыртыу танктың хәрби ҡеүәтен арттырыу, шул уҡ ваҡытта һуғыш дауамында сәнәғәт тармағын үҫтереү мөмкинлеген бирә. 1942 – 1945 йылдарҙа “Т-34” танкы Урал һәм Себер яғындағы ҡеүәтле заводтарҙа күпләп етештерелә. Эш һуғыштан һуң да дауам итә. 183-сө Урал танк заводы был йәһәттән иң алдынғыларҙан һанала. Һуңғы модификация (“Т-34-85”) әле лә ҡайһы бер илдәрҙең ҡоралы булып тора.
“Т-34” донъяла танк эшләүҙең артабанғы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Хәрби һыҙаттарының күплеге арҡаһында бихисап белгестәр һәм эксперттар тарафынан Икенсе донъя һуғышының иң яҡшы хәрби техникаһы тип билдәләнгән. Төрлө модификациялары һәйкәл, музей экспонаты булараҡ әлегә ҡәҙәр һаҡлана.