Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарының милли ассоциацияһы корпоратив пенсия программаларын 2017 йылдан мәжбүри итеү тәҡдиме менән сыҡты. Идея авторҙарының фекеренсә, яңы схема дәүләт пенсияларын һаҡлап ҡалыу, һәр граждандарҙың ҡартлыҡҡа үҙаллы аҡса туплауы менән бер рәттән, киләсәктә эш хаҡының 70 проценты күләмендә пенсияны тәьмин итергә тейеш. Әлбиттә, бындай дәүмәлдәге пенсия бөгөндән түләнә башламаясаҡ. Уны әлеге көндә кәм тигәндә 25 йәшен тултырған йәштәр аласаҡ тип күҙаллана.Белгестәр фекеренсә, бындай ҡараш уртаса хеҙмәт хаҡы менән пенсия араһындағы 60 процентлыҡ һәм унан да юғарыраҡ нисбәтте (Европа илдәре кимәлендә) тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Йыл башында Рәсәй Пенсия фондынан, ил халҡының пенсия дәүмәле, уртаса алғанда, эш хаҡының 38 процентына етә, тип хәбәр иткәйнеләр. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ғинуар айында илдә уртаса хеҙмәт хаҡы – 32660, ә пенсия 12080 һум тәшкил иткән.