“21-се төймә” кемгә тәтер?04.05.2016
Төп телевидение һәм радио каналдарының бер тулҡынға – мультиплексҡа – тупланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бер яҡтан һәйбәт, әлбиттә, әммә улар араһында төбәк телевидениеһының булыу-булмау мәсьәләһе генә һаман асыҡ ҡала. Әлеге ваҡытта ошо йәһәттән әҙерләнгән закон проекты Дәүләт Думаһында ҡарала.
Проектҡа ярашлы, һәр төбәк үҙе өсөн урындағылар араһынан дөйөм ҡулланыштағы өҫтәмә мотлаҡ телеканалды һайлап аласаҡ. Быға дәғүә итер өсөн төбәк телеканалы 75 процентҡа үҙе етештергән тапшырыуҙарҙы күрһәтергә һәм Федерация субъекты халҡының кәмендә яртыһы уны ҡарарға тейеш. Яңы мотлаҡ канал пульттың “21-се төймә”һендә урын аласаҡ. Һөҙөмтәлә 1-сенән 10-сыға тиклемге телеканалдар теҙмәһен Президент билдәләһә, 10-сынан 20-сегә тиклемге позицияларҙы конкурс хәл итәсәк. Артабанғы буш йышлыҡ иһә яңы төбәк каналына беркетеләсәк тә инде.
Парламентарийҙар фекеренсә, яңы закон төбәктәрҙә урындағы яңылыҡтарҙы ваҡытында һәм оператив яҡтыртып барырға булышлыҡ итәсәк.