“Рус менән тормош кисерҙек һайрашып…”04.05.2016
Быны татар халҡының бөйөк шағиры әйткән. Ғөмүмән, Туҡай ижадында Рәсәйгә мөхәббәт, уның халыҡтары араһында быуаттар буйы килгән яҡын дуҫлыҡ, рухи берҙәмлек мотивтары айырыуса ныҡ кәүҙәләнде. Әле күптән түгел, туҡһанынсы йылдар башында, донъялар болғанып китеп, күмелеп тә төптә серемәй ятҡан сүп-сар өҫкә ҡалҡып сыҡҡас, Мостай ағайҙың “Россиянмын” тип аталған классик шиғырына ла тел тейҙерә башланылар. Ярай әле әҫәр, шағир үҙе лә ул саҡта сағылдарҙа үҫкән имән һымаҡ ныҡлы ине. Тарих иләге аша үтеп, утта янмай, һыуҙа батмай ҡалған хәҡиҡәтте осраҡлы ел генә ауҙара алмай ул. Әммә “демократия”, “мөстәҡиллек” кеүек юғары идеалдарҙың йәмғиәткә ниндәй хәтәрҙәр алып килеү ихтималы һәммәбеҙ өсөн дә һабаҡ булды.
Донъяла бер генә ҡәүем дә, бүтәндәрҙән айырылып, япа-яңғыҙы йәшәмәй. Уның янында, теле, ғөрөф-ғәҙәттәре, дине, шөғөлө, тормош рәүеше менән айырылһа ла, шулай уҡ ҡыуана һәм һыҙлана белгән, шундай уҡ йылмайыу йөҙөн яҡтыртҡан, хыялланған һәм хафаланған, һөйгән һәм һөйөлгән, ниндәй шарттарҙа ла сабыйына күкрәк һөтө биргән кемдер барыбер була. Шундай халәтһеҙ донъя ниндәйерәк күренер ине икән?
Кешенең тәбиғәте сәйер: уның ете диңгеҙ аръяғында йәшәүсе кемдеңдер яҙмышы тураһында хафаланыуы ихтимал, әммә янында ғүмер итеүсе яҡынының кәйефенә, ниндәй уйҙар менән йәшәүенә илтифат итмәүе мөмкин. Пафослыраҡ итеп әйткәндә, был – беҙҙең менталитеттың бер өлөшө. Башҡорт, мәҫәлән, бер көйҙө көйләп, һүҙҙе берҙәй үк тип әйтерлек һөйләп йәшәүсе күршеһенең татар милләтенән булыуына иғтибар итә тиһегеҙме? Айырыуса – ябай хеҙмәт кешеһе. Телдәр, ғөрөф-ғәҙәттәр, диндәр яҡын булмаһа ла, рус халҡының нисәмә быуаттар буйы йәнәш кенә йәшәүенә шул ҡәҙәр өйрәнгәнбеҙ, хатта уларһыҙ донъяның булыу ихтималын да күҙ алдына килтермәйбеҙ.
Бөгөн Башҡортостанда йәшәүсе рус ҡәрҙәштәребеҙҙең ергә түккән тире һәм республикала ғүмер кисереүсе бүтән халыҡтарға яһаған йоғонтоһо тураһында уйланғанда был йоғонтоноң шул тиклем дә күп яҡлы һәм тәрән булыуына хайран ҡалаһың. Мөғәллимдәрҙә: “Тәрбиәләнеүсе үҙен тәрбиәләгәндәрен һиҙмәҫкә тейеш, сөнки ул процесс тормоштоң үҙе кеүек тәбиғи булғанда ғына һөҙөмтә бирә”, – тигән раҫлау бар. Шуның һымаҡ, русса һөйләшеү, русса уйлау – Рәсәй мөхитендә ҡайнап йәшәүсе һәр кеше өсөн ғәҙәти хәл. Хәҙер “Мин русса һөйләшә беләм” тигән берәүгә ғәжәпһенеп ҡарарҙар ине, сөнки башҡортса һөйләшкән кешенең рус телен белмәүе – һирәк осрай торған күренеш.
Рустар менән рус теле Башҡортостанда ғәйәт мөһим функциональ йөктө үҙ иңендә тотоп бара, һәм ошо күҙлектән ҡарағанда телевидение һәм радио программаларында ғына түгел, бәлки концерт, башҡа мәҙәни саралар үткәргәндә Башҡортостанда миллион ярым рус кешеһе йәшәүен хәтерҙә тотһаҡ ине. Беҙ башҡорттоң, татарҙың, сыуаштың милли-мәҙәни ихтыяждары тураһында күп һөйләйбеҙ, унан да күберәк эшләйбеҙ, ә рус кешеләренең кәйефе, теләге үҙенән үҙе ҡәнәғәтләндерелер тигән фекер ҡала. Еренең киң, икһеҙ-сикһеҙ булыуы менән рус күңеле, физик география менән рустың күңел географияһы араһында туранан-тура бәйләнеш бар. Рус далаһындағы кеүек үк, рус халҡының күңеле лә ҡолас етмәҫлек киң, уның ихласлығы сикһеҙ. Ысындан да, кешенең ҙурлығы уның буйы менән үлсәнмәй. Күп һәм аҙ һанлы төрлө халыҡтар менән аралашып йәшәү осоронда рустар был хәҡиҡәтте бихисап мәртәбә тәҡрарланы инде.