Хеҙмәт кенәгәһе. Кәрәкме ул?04.05.2016
Хеҙмәт кенәгәһе. Кәрәкме ул? Рәсәйҙә хеҙмәт кенәгәләрен ғәмәлдән сығарырға уйлайҙар. Был яңылыҡ әлегә микропредприятиеларға (иң күбе 15 кешенән торған коллектив) ғына ҡағыла. Тәжрибә үҙен аҡлаһа, башланғысты башҡа ойошмаларға ла таратмаҡсылар.

Хеҙмәт хаҡында ҡануниәттән башҡа “иҫке” талаптарҙы ла юйып ташламаҡсылар. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Иван Шкловец билдәләүенсә, тәү сиратта отпуск графигы хаҡында һүҙ бара. Әгәр был тәҡдимде Дәүләт Думаһында хуплай ҡалһалар, эш биреүсе хеҙмәт ялы тәртибен үҙе өсөн генә төҙөйәсәк, ә элекке кеүек хеҙмәт инспекторҙарынан тикшертеп йонсомаясаҡ. Был иһә кадрҙар бүлеге белгестәренең генә түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең дә тормошон еңеләйтәсәк. Әгәр йыл дауамында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында отпуск ваҡытын үҙгәртергә ҡарар иткәнһегеҙ икән, йәнә ғариза яҙып, имза йыйып йөрөү кәрәкмәҫ, етәксене генә иҫкәртеү ҙә етә. Әлбиттә, был отпуск графигынан бөтөнләй баш тартырға тигәнде аңлатмай. Уны элеккесә 25 декабргә тиклем төҙөп ҡуйырға кәрәк. Бындай тәртип эш процесын дөрөҫ көйләү йәһәтенән ойошманың үҙе өсөн дә ҡулай.
Хеҙмәт кенәгәһенә ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ документты һаҡлауға ҡағыла. Бөгөн был тәңгәлдә талаптар ҡаты: кенәгәгә номер һуғылырға, тегелергә, сургучлы мөһөр ҡуйылырға тейеш. Мәғлүмәт технологиялары шул тиклем ныҡ үҫешкән быуатта быларҙы күҙ алдына килтереүе ауыр, әлбиттә. Һөҙөмтәлә һорау тыуа – кәрәкме һуң беҙгә хеҙмәт кенәгәһе? Микропредприятиеларҙа хеҙмәт кенәгәһен ғәмәлдән сығарыу идеяһына ла башлыса ошо һорау сәбәп булған, тиҙәр. Эшкә урынлашҡан йә булмаһа киткән осраҡта белгестәр барлыҡ яҙмаларҙы ла хеҙмәт килешеүенә теркәп барырға кәңәш итә. Бер нәмәгә ҡарамай, хеҙмәт кенәгәһен асырға ҡарар иткәндәргә иһә документтарын үҙҙәрендә һаҡларға рөхсәт итмәкселәр.
Ғөмүмән, хеҙмәт кенәгәһе – күптән иҫкергән алым, электрон варианттарға күсергә ваҡыт, ти белгестәр. Әйткәндәй, Хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығында электрон төр хаҡында күптән һөйләйҙәр. Кем белә, бәлки, хәҙер боҙ ҡуҙғалыр.



Вернуться назад