“Ҡырағай баҙар” ҡанундары04.05.2016
“Ҡырағай баҙар” ҡанундары  йәки Нисек итеп үҫтергәнеңде һатырға һәм бәләгә тарымаҫҡа?
Яңыраҡ гәзит уҡыусыларға Башҡортостандың Конституция судында Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы республика кодексының 13-сө статьяһындағы 16-сы пунктты тикшереүҙәре хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Был хоҡуҡи норма урамда, йәғни махсус билдәләнмәгән урындарҙа сауҙа итеүселәргә һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүселәргә административ яза шарттарын билдәләй. Атап әйткәндә, рөхсәт ителмәгән урында һатыу итеүсе граждандарға 500 һумдан 1,5 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 40 меңгә тиклем, юридик берәмектәргә 50 меңдән 100 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Конституция судына ғариза менән мөрәжәғәт иткән Римма Яҡупованың фекеренсә, был закон кешеләрҙең конституцион хоҡуғын боҙа, йәғни социаль яҡланмаған граждандарҙы, пенсионер, инвалид һәм эшһеҙҙәрҙе сауҙа итеп килем алыу мөмкинлегенән мәхрүм итә.

Мәсьәлә ике яҡлы, әлбиттә. Был осраҡта (минеңсә, берәү ҙә рәхәт тормоштан һатыуға сыҡмай) хәләл көсө менән тапҡан йәшелсәһен, емеш-еләген, орлоҡ, сәскә үҫентеләрен һәм башҡа тауарҙарын сараһыҙҙан урамда тәҡдим итергә мәжбүр булған әбей-һәбейҙе лә, антисанитарияға ҡаршы көрәшкән “СанПин” белгестәрен дә, тәртип һәм хоҡуҡ һағында торған органдарҙы ла аңларға була. Ғәҙәттә, бындай һатыу нөктәләренә кемдәр генә килмәй ҙә кемдәр генә кәсеп итмәй. Баш ҡаланың “Үҙәк баҙар”ы туҡталышында булғандар хәтерләйҙер: бер мөйөштә сәскә, орлоҡ һатһалар, икенсеһендә – йәшелсә, емеш-еләк, шунда уҡ – әле генә өҙөп алынған укроп, һуған... Ярай ҙа “һатыусы”ларҙың барыһы ла гигиена төшөнсәһенең нимә икәнен белһә. Араларында бит аҙ ғына файҙа өсөн Затон биҫтәһендәге күмәртәләп һатыу базаһынан сифатһыҙ йәшелсә-емеш килтереп тәҡдим иткәндәр ҙә бар. Бында ысын мәғәнәһендә антисанитария хөкөм һөрә. Ҡайһы бер сауҙагәрҙәрҙең йөҙөнә, ҡулдарына, һатҡан нәмәләренә ҡарауы ла ытырғаныс. Ә тауарҙарын алалар, сөнки арзан. Тегеләргә нимә – “баш төҙәтерлек”, тамаҡ ялғарлыҡ аҡса эшләһә булды. Шуға ла был осраҡта пенсияһына саҡ ҡына өҫтәү булһын тип йөрөгән әбейҙәрҙе һуңғылары менән бер ҡалыпҡа һалыу дөрөҫмө икән? Бәлки, ҡануниәткә төҙәтмәләр индерер алдынан “ҡырағай баҙар” шарттарын төптәнерәк өйрәнеү кәрәктер?.. Махсус урындар булдырылһа, тәғәйен көндәр билдәләнһә, тәртип тә нығынмаҫ инеме икән? Был осраҡта ҙур-ҙур павильондар хаҡында һүҙ бармай, ыҡсым ғына махсус өҫтәлдәр ҙә етә. Тик уларҙы әҙәм аяғы баҫмаған, урап сыҡҡыһыҙ ергә урынлаштырыу кәрәкмәй, әлбиттә. Булһын әйҙә, әйтәйек, шул уҡ “Үҙәк баҙар” туҡталышында. Тәғәйен урынға ғына килһендәр, һатһындар. Юҡһа тауарҙарын ергә теҙеп һалып һатып ултыралар бит. Ҡайҙан булһын инде бында таҙалыҡ?..
Урын мәсьәләһенән тыш, тағы бер мәшәҡәттәре бар әле урам һатыу­сыларының. Ул да булһа – һалым түләү. Билдәле булыуынса, баҡсаңда үҫкән йәшелсә, емеш-еләк – һинең шәхси милкең. Ә шәхси милекте һатыусылар нимә эшләргә тейеш? Дөрөҫ, һалым түләргә. Нисек кенә ғәжәп яңғырамаһын, был ҡағиҙә үрҙә телгә алынған әбей-һәбейгә лә ҡағыла. Әйткәндәй, өҫтәмә килем тураһындағы декларацияны улар тәғәйен ваҡытҡа үҙҙәре тултырырға тейеш. Юҡһа штраф һалыныуы мөмкин. Ә суд була ҡалһа, ғәҙәттә, ул Һалым хеҙмәте файҙаһына тамамлана.
Әммә борсолорға ашыҡмағыҙ. Һалым түләмәй ҙә сауҙа итеп була икән. Тик бының өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәү шарт. Тәү сиратта урындағы хакимиәттән йәки коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренән аҙыҡ-түлектең шәхси хужалығығыҙҙа етештерелеүе (үҫтере­леүе) хаҡында белешмә алығыҙ. Документта мотлаҡ рәүештә ер участкаһының майҙаны күрһәтелергә тейеш. Белешмәне йыл һайын яңыртып тороу шарт.
Был осраҡта, бәлки, “үҙ хужалығыңда үҫкән йәшелсә, емеш-еләк барыбер шәхси милек булып ҡала бит, белешмә ни бысағыма” тиеүселәр булыр. Эш шунда – шәхси ярҙамсы хужалыҡта үҫтерелгән малсылыҡ йәки үҫемлекселек продук­цияһын һатыуҙан алынған килем һалымдан бер нисә шарт үтәлгән хәлдә генә бушатыла ала. Әгәр ялланған эшселәр йәлеп ителмәһә һәм хужалыҡтың дөйөм майҙаны ошо туралағы закон менән билдәләнгән күләмдән (ул 0,5 гектарға тиң) артмаһа.
Ә ни өсөн “ҡырағай баҙар” йәшәй һуң? Уйлап ҡараһаң, супермаркеттар төҙөлә, заманса павильондар асыла, магазин кәштәләре һығылып тора... Тимәк, ихтыяж бар. Халыҡтың да, шул уҡ һатыусылар­ҙың да.




Әнисә БАЙБУЛАТОВА,
Өфө районы:

– Өфө янында йәшәйем. Бәләкәй генә баҡсам бар. Әле теплицамда яҙ башынан укроп, һуған үҫтереп, шуларҙы һатыуға сығарам. Пенсияма саҡ ҡына булһа ла өҫтәү булһын тип йөрөгән көнөм инде. Былтыр, йәй буйы йәшел үҫенте, сәскәләр, орлоҡтар һатып, 10 мең һумдан ашыу аҡса эшләнем. Быйыл нисек булыр инде... Рөхсәт итмәйәсәктәр, штраф һаласаҡтар, тип тә һөйләйҙәр. Ҡыуғансы ултырабыҙ әле. Көнөнә 100-200 һумлыҡ һатһаҡ та, икмәккә, һөткә ярап ҡала. Әлбиттә, махсус павильондарҙа ла һатырға мөмкин, әммә халыҡ күпләп йөрөгәндәрендә урын өсөн хаҡ һорайҙар, бушлайҙары иһә ҡала ситендә йә булмаһа “аулаҡта” урынлашҡан.


Сания БАЙНАЗАРОВА,
Шишмә ҡасабаһы:

– Ғәҙәттә, урам ситендә һатыу иткән әбей-һәбейҙән бер нәмә лә алмайым. Туҙанға батып тигәндәй ултыралар бит. Улар тәҡдим иткән тауарҙың ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа етештерелгәне лә билдәһеҙ. Шул уҡ тауарҙы магазиндан алыуың мең артыҡ. Миңә ҡалһа, һәр тауарҙың – сертификаты, ә һатыусының санитар кенәгәһе булырға тейеш.


Вернуться назад