Мәрәйҙәр ҡаҙнаһы тос04.05.2016
Башҡортостан шашкасылары Төркиәлә уҙғарылған халыҡ-ара чемпионаттарҙа уңышлы сығыш яһаны.
Рәсәйҙең йыйылма командаһына “Башнефть” профессиональ шашка клубы спортсылары Тамара Танһыҡҡужина, Муродулло Амриллаев, Айнур Шәйбәков, Айгөл Иҙрисова, Әлиә Әминева һәм Ишембайҙағы шашка буйынса олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Елена Мильшина инде. Йылдам программала тәүге урындарҙы Матрена Ноговицына (15 мәрәй), Айгөл Иҙрисова (14), Тамара Танһыҡҡужина (12) яуланы, команда иҫәбендә лә нәҡ улар еңеүгә өлгәште. Ярыштарҙың был төрөндә ир-егеттәр араһында Муродулло Амриллаев дүртенсе урынды алды. Спортсыларыбыҙ шәхси, шулай уҡ команда иҫәбендә лә ҙур еңеүгә лайыҡ булды.