Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләп04.05.2016
Туймазы ҡалаһы эргәһендә йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙең йорттарына “зәңгәр яғыулыҡ” инәсәк.

20 майҙа Туймазы районы хакимиәте Исмәғил ауылын газ менән тәьмин итеү өсөн инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреүгә муниципаль контракт төҙөү хоҡуғы биреү өсөн электрон аукцион ойоштора. Контракттың башланғыс хаҡы — 10,5 миллион һум самаһы. Аҡса республика бюджетынан һәм урындағы ҡаҙнанан бүленә. Подрядсы эште быйыл 26 декабргә тиклем тамамларға тейеш.
Әйткәндәй, ауылға былтыр ғына электр үткәрелгәйне. Район хакимиәтенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 11,3 саҡрымлыҡ линияны һуҙыуға 11,5 миллион һум аҡса тотонолған. 2017 йылда иһә биләмәгә һыу үткәреү күҙаллана.


Вернуться назад