Уңайлыҡтар арта04.05.2016
“Росреестр”ҙың Башҡортостан филиалы сайтында “Архивтан документтар алыу”, “Онлайн ғариза”, “Дәүләт теркәүен туҡтатыу йәки унан баш тартыу тураһында белдереү” кеүек электрон хеҙмәттәрҙән файҙаланырға мөмкин. Хоҡуҡтар дәүләт тарафынан теркәлгәс, әҙер документтар бер ай дауамында ғаризаны ҡабул иткән офиста һаҡлана. Ошо ваҡыт эсендә алынмаһа, улар “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы архивына ебәрелә.

Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы юллау өсөн “Архивтан документ алыу” тигән ҡушымтаны табып, тейешле өлгөнө тултырырға һәм документты ҡабул итеү өсөн уңайлы датаны күрһәтергә кәрәк. Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә талон тултырыла.
“Онлайн ғариза статусы” тигән ҡушымта дәүләт теркәүенә тапшырылған документтарҙың әҙерлек дәрәжәһен асыҡлау мөмкинлеген бирә. Бының өсөн ғаризаның теркәү һанын күрһәтеп, “Тикшерергә” тигән төймәгә баҫырға кәрәк. Шуны оноторға ярамай: “Ғаризаны эшкәртеү тамамланды” тигән яҙма документтарҙың хужаһына тапшырыуға ебәрелеүен аңлатмай. Был дәүләт теркәүсеһенең хоҡуҡты теркәү хаҡында ыңғай ҡарар ҡабул итеүен генә сағылдыра.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығында әйтеүҙәренсә, хоҡуҡты дәүләт тарафынан теркәүҙән баш тартыу йәки был эште туҡтатыу хаҡында ведомство СМС-хәбәр ҙә ебәрә. Теркәүҙән баш тартыу сәбәбе хаҡында тейешле ҡушымта ярҙамында белергә мөмкин. Был осраҡта эштең теркәү һанын һәм ғариза биреүсенең исем-шәрифен күрһәтеү шарт.


Вернуться назад