Иң арзан интернет ҡайҙа?04.05.2016
Рәсәйҙең иң арзан мобиль интернетлы ҡалалары исемлегендә Өфө лә бар. “Яндекс”тың аналитика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 26 мегаполис араһында лимитһыҙ интернет хаҡы буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы 25-се баҫҡысты биләй.

Секундына 3 Мбиттан йылдамыраҡ тиҙлектәге мобиль интернет өсөн өфөләр айына уртаса 326 һум түләй. Иң түбән хаҡлы мобиль интернет — Севастополдә. Бында теркәлгән “лимитһыҙ интернет” айына 255 һумға төшә. Уның ҡарауы, иң ҡиммәтлеһе — Махачкалала (613 һум) һәм Хабаровскиҙа (550 һум). Рәсәй буйынса уртаса алғанда, селтәргә лимитһыҙ тоташыу хаҡы уртаса 404 һум тәшкил итә.
Әле республикабыҙҙа дәүләт идараһын камиллаштырыу, социаль өлкәне яңыртыу, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡҡа шарттарҙы еңеләйтеү, башҡа байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында интернет сифатын яҡшыртыу йәһәтенән күп эш башҡарыла.


Вернуться назад