Ҡитғаларҙы иңләй һабантуй04.05.2016
6 майҙа Израилдә тәүге халыҡ-ара һабантуй ойошторола. Ришон-ле-Цион ҡалаһында асыҡ һауала үтәсәк байрамға 200 – 300 ҡунаҡтың килеүе көтөлә. Улар араһында Рәсәйҙең йәһүдтәр конгресы президенты Юрий Каннер, Израилдәге Татар мәҙәни үҙәге рәйесе Закира Зарипова-Донстер, Кнессет депутаттары, дипломаттар, Израилдәге татар-башҡорт ойошмалары һәм Рәсәйҙәге милли-мәҙәни берекмәләр вәкилдәре бар.

Һабантуй программаһына милли спорт ярыштары – тоҡ кейеп йүгереү, билбаулы көрәш, халыҡ көйҙәре концерты, һалма йәйеү буйынса оҫталыҡ дәресе, сувенирҙар таратыу һәм милли тәм-том менән һыйланыу индерелгән. Ҡунаҡтарҙы Ырымбур, Екатеринбург, Мәскәү һәм Ҡазан ҡалаларынан килгән үҙешмәкәр артистар ҡаршы аласаҡ.
– Израилдә Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм төрлө сәбәптәр буйынса шунда күсенгән кешеләр байтаҡ. Улар һәр халыҡтың байрамын ихлас ҡабул итә һәм шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең милли мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлап ҡалырға тырыша, — ти сараны ойошторорға ярҙам итеүсе «Рәсәй барыһы өсөн дә» («Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы) порталының баш мөхәррире Радик Әмиров.
«Фейсбук» социаль селтәрендәге «Сит илдәрҙәге башҡорттар» хәбәр итеүенсә, һабантуй 21 майҙа – София (Болгария), 22 майҙа — Истанбул (Төркиә), 28 майҙа — Лос-Анджелес (Калифорния штаты, АҠШ), 28 майҙа — Вашингтон (АҠШ), 29 майҙа — Будапешт (Венгрия), 4 июндә — Рига (Латвия), 4 июндә — Прага (Чехия), 5 июндә — Женева (Швейцария), 18 июндә — Дрезден (Германия), 17 июлдә Нью-Йорк (АҠШ) һәм Торонто (Канада) ҡалаларында ойошторола.


Вернуться назад