Ҡыҙҙары — күҙ нурҙары30.11.2011
Ҡыҙҙары — күҙ нурҙарыФларида менән Юлай Ҡоҙабаевтарҙың күркәм йортонда суҡтай кейенгән, толомдарын икегә ярып үргән сибәр ҡыҙҙар ҡаршы алды. Ҡыҙлы йорт — наҙлы йорт шул, тирә-яҡтан нур бөркөлә, өй бөхтә итеп йыйыштырылған.
Был ғаиләлә һөйкөмлө дүрт ҡыҙ үҫә. Өлкәне Зөлфиә Башҡорт дәүләт университетында уҡый, Айгөл VII класта белем ала, Фидалия әҙерлек класына йөрөй, кескәй Мәҙинәгә ун ай ғына әле.
— Ҡыҙҙарым — күҙ нурҙарым. Эштән ҡайтып инеүгә һәр береһе йүгереп килеп, ҡосағыма һыйына, кескәй Мәҙинәгә тиклем ҡулдарын һоноп талпына. Ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! — ти ғаилә башлығы.
Балалар наҙ һәм хәстәрлек менән солғап алынған мөхиттә тәрбиәләнә, һәр береһенең шөғөлө бар. Мәҫәлән, Айгөл оҙаҡ йылдар “Йондоҙсоҡ” бейеү ансамбленә йөрөгән, әле мәҙәниәт йорто эргәһендәге “Сиҙәм” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә оҫталығын арттыра. Фидалияға һүрәт төшөрөү оҡшай. Мәҙинә лә музыка ишетеү менән хәрәкәтләнә башлай, ул да бейеүсе булыр, ахырыһы, тиҙәр.
Ҡыҙҙар “биш”ле билдәләренә генә өлгәшә, уларҙа китапҡа һөйөү бала саҡтан уҡ килә. Ҡайһы бер ата-әсә балаларының нәфис әҙәбиәт уҡымауына борсолһа, Ҡоҙабаевтар үҫмерҙәрҙе китаптан айыра алмай.
— Һәр береһенең үҙенә хас һәләте һәм шөғөлө бар. Шуға күрә ваҡытында ярҙам итергә һәм үҙебеҙ өлгө булырға тырышабыҙ, — ти Фларида ханым.
Зөлфиәгә тәүәккәллек хас булһа, Айгөл — йомшаҡ күңелле. Фидалия атаһының ярҙамсыһы булмаҡсы, әле үк уның эргәһендә урала.
Ғөмүмән, Ҡоҙабаевтар бала тәрбиәләй белә. Татыу һәм етеш ғаиләлә үҫкән балаларҙың киләсәктә йәмғиәтебеҙҙә лайыҡлы урындарын табасаҡтарына ышаныс ҙур.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.


Вернуться назад