Балаң уйнай беләме?04.05.2016
Юғары технологиялар дәүере булғас, күпселек ата-әсә балаһының заман менән бергә үҫеүен теләй, уларҙы йүргәктән дә сыҡмаған килеш уҡырға-яҙырға, һанарға өйрәтергә тырыша. Тәрбиә биргәндә өлкәндәр шуны онотоп ебәрмәһен ине: бала саҡтың иң мөһим эшмәкәрлеге – уйын.

Балаларының белем кимәле үҫешен генә түгел, уларҙың күңел торошон, психик һаулығын да ҡайғыртҡан ата-әсә бәләкәстәре менән көнөнә 30 минут самаһы уйнап алырға ваҡыт табырға тейеш. Был сараларҙа башлаусы, алдан барыусы бала үҙе булһа, яҡшыраҡ. Уйындың төп маҡсаты – бала менән эмоциональ бәйләнеш булдырыу. Был ваҡытта ул өлкәндәрҙе үҙ донъяһына индерә, күңел ҡапҡаларын аса. Шуға күрә уйын барышында баланы баһаламайынса ҡабул итергә кәрәк, был процесс уға ыңғай эмоциялар ғына килтерергә тейеш.
Әгәр ҙә ата-әсә уйнаған ваҡытта балаһына баһа биреп, уны бер туҡтауһыҙ нимәгәлер өйрәтергә тырыша икән, сабый күңеле менән бәйләнештең бөтөнләйгә өҙөлөүе лә бар. Башҡа кешенең позицияһын аңларға һәм ҡабул итә белергә өйрәткән йәнә бер инструмент – баланың ата-әсәһе менән ролдәр алмашып уйнауы. «Һин хәҙер минең ролдә. Һин – минең әсәйем, ә мин һинең балаң булып уйнап алабыҙ», – тигән ҡағиҙәләр менән килешкәндән һуң, бала үҙен өлкәндәр ролендә һынап, яуаплылыҡтың нимә икәнлеген татып ҡарай. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: бындай уйындар икегеҙҙең дә кәйефегеҙ яҡшы саҡта башланырға тейеш, юғиһә ниндәйҙер низағтан һуң шунда уҡ тотонһағыҙ, бер-берегеҙҙең өҫтөнән көлөү, үс алыу кеүек ҡабул ителеүе ихтимал.
Уйын барышында бала физик һәм психик яҡтан да, шулай уҡ шәхес булараҡ та үҫешә. Уйындың балаға йоғонтоһо һәм файҙаһы тураһында ентекләберәк һөйләшеп үтәйек.
Танып белеү ҡеүәһенең үҫеше. Уйын барышында бала тирә-яҡ мөхитте танып белергә өйрәнә, төрлө әйберҙәрҙең исеме, уларҙың үҙенсәлеге, ҡулланыу тәртибе менән таныша. Әйләнә-тирә тураһында үҙе өсөн яңы күренештәрҙе асыу менән бер рәттән баланың зиһене, иғтибары, хәтере лә үҫешә. Ошо ваҡытта нигеҙ һалынған иғтибарҙы кәрәк нәмәгә йүнәлтеү, мәғлүмәтте анализлай белеү һәм хәтерҙә ҡалдырыу оҫталығы бала мәктәптә белем ала башлағас та ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.
Физик үҫеш. Күпселек балалар хәрәкәтсән уйындарҙы ярата: рәхәтләнеп йүгерәләр, һикерәләр, туп ҡыуалар, тәкмәс аталар. Бындай уйындар ярҙамында баланың йылғырлығы, сыҙамлылығы арта, организмы нығына, йыйылған кире энергия ла әүҙем хәрәкәттәр аша сығыу юлын таба.
Күҙ алдына килтерә белеү, хыялланыу. Уйын барышында бала ғәҙәти әйберҙәрҙе лә яңы үҙенсәлектәр менән тулыландыра, үҙенә генә хас хыял киңлеген булдыра, яңы геройҙар һәм әйберҙәр уйлап таба. Быларҙың ысынбарлыҡҡа тап килмәүен аңлаһа ла, уйнаған ваҡытта уның өсөн ағас япраҡтары – аҡса, эреле-ваҡлы таштар – аш бешергәндә картуф, еүешләнгән ҡом төрлө тәмлекәстәр өсөн ҡамыр ролен үтәй. Образлы фекерләүҙең, күҙ алдына килтерә белеү һәләтенең үҫеше балаға артабанғы тормошонда төрлө мәсьәләләр менән осрашҡан ваҡытта ғәҙәти булмаған ҡарарға килергә ярҙам итәсәк.
Телмәрҙең һәм аралаша белеү һәләтенең үҫеше. Төрлө сюжетҡа ҡоролған уйын мәлендә балаға һәр ваҡыт тигәндәй үҙенең хәрәкәттәрен һүҙҙәр ярҙамында әйтергә тура килә, уйында ҡатнашҡан башҡа «геройҙар» өсөн диалог алып барыу ҙа – уның өҫтөндә. Башҡа тиҫтерҙәре менән бергә уйнаған ваҡытта баланың телмәре генә үҫешеп ҡалмай, аралаша белеү һәләте лә киңәйә: уларға ролдәрҙе бүлешеп алырға, уйын ҡағиҙәләре менән танышырға һәм килешергә кәрәк. Уйын процесында ла аралашыу дауам итә, балалар үҙ-ара килешергә генә түгел, уйын ҡуйған ҡағиҙәләрҙе үтәргә лә өйрәнә.
Рухи һәм әхлаҡи сифаттарҙың үҫеше. Балалар уйындарының сюжеттары уйлап сығарылған булһа ла, был осраҡтарҙа яһалған һығымталар бала өсөн ҙур көскә эйә. Уйын – балала ғәҙеллек, ҡыйыулыҡ, изгелек кеүек ыңғай сифаттарҙы булдырыуҙың һәм үҫтереүҙең бер майҙансығы.
Эмоциональ өлкәнең үҫеше. Уйнаған ваҡытта бала башҡа кешенең йә иһә геройҙың хәленә инергә, уны йәлләргә өйрәнә. Ыңғай геройға ул үҙенең яҡшы ҡарашын белдерә, кире герой менән насар эштәре һәм ҡылыҡтары тураһында әңгәмә алып бара. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уйын аша баланың эмоциональ проблемалары ла күренә: мәҫәлән, ҡурҡыу һәм хәүефләнеү тойғолары, агрессия. Был инде үҙ сиратында ошо һыҙаттарҙы ваҡытында күреп, балаға ярҙам итеп ебәреү мөмкинлеген бирә.
Уйын – мәктәпкәсә йәштәге баланың төп эшмәкәрлеге, шуға ла уның бер ҡатлы сабый сағын күрә белегеҙ, рәхәтләнеп уйнарға шарттар булдырығыҙ, үҙегеҙ ҙә шул сараларҙа ҡатнашығыҙ.

Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.




Вернуться назад