Беҙ сабаталы үҫмерҙәр инек...04.05.2016
Беҙ сабаталы үҫмерҙәр инек... Бөйөк Ватан hуғышына Әлебай ауылынан киткән 57 яугирҙең 33-ө яу ҡырында ятып ҡала. Бары тик 24 ауылдашыбыҙға иҫән ҡалып, тыуған яғына ҡайтыу бәхете тәтей. Ауылдағы ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, үҙҙәре ас-яланғас булыуға ҡарамаҫтан, фашист Германияһына ҡаршы был hуғышта оло ҡаhарманлыҡ күрhәтеп, тыуған илдең азатлығын hаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә. Ауыл аҡһаҡалдары Шәрифулла Ғәйнуллин, Мөхәмәтбай Әлмөхәмәтов, Харис Хәсәев, Ғәләүетдин Хәсәев, Абдулла Ишмөхәмәтов, Ғәләүетдин Йәнтилин, Сәләхетдин Йәнтилин колхозсыларҙың иң яҡын кәңәшселәре иҫәпләнә. Һуғышҡа тиклем Әлебай ауылында 54 өй була. Колхозда hыйыр, hарыҡ-кәзә аҫрайҙар. Өй баштары ҡабыҡ менән ябылған була. 1941 йылдың 22 июне hәм 1945 йылдың 9 Майы... Был ике датаны ҡот осҡос ауыр hәм алыҫ ара айырып тора.


Ашлыҡ бешһә,
байрам ине...


Беҙ сабаталы үҫмерҙәр инек...– Әлебай ауылы фронтҡа 21 ат оҙатты. Йәш ҡыҙҙарҙы, малай­ҙарҙы йыл һайын Белорет, Йыла­йыр урмандарына ағас ҡыр­ҡырға ебәреп торҙолар. Үҙебеҙ ас, кейеребеҙгә юҡ. Ярай әле беҙҙең яҡта балтырған, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, йыуа, әтмәкәй мул үҫә – ауыл халҡы шуларҙы ашап көн күрҙе, — тип һөйләй тыл хеҙмәте ветераны Ғәҙелша Ишмөхәмәтов. — Яҙ етһә, бөтәһе лә һалам эҫкерте төптәрендәге әүрәү ҡал­дығын, ҡар аҫтында ятып ҡалып, шытып сыҡҡан башаҡтарҙы йы­йырға Һарыҡташ районының Крәшенник (Петровский) ауылы яландарына юлланды. Ағыулы башаҡтарҙан күптәре үлеп ҡалды...
Ул саҡтарҙа ашлыҡ бешһә, байрам булыр ине, сөнки тамаҡ туйып ҡала. Баҫыуҙа ятып ҡалған башаҡтарҙы йыйып, өйҙә ҡурмас ҡурып ашаныҡ. Уныһы ла колхоз рәйесенән, бригадирынан йәше­реп, ҡаса-боҫа ғына эшләнде. Закон һуғыш йылдарында ҡаты ине: 100 грамм ашлыҡ урлап тотолған кешеләрҙе 4-5 йылға төрмәгә ултырттылар.
Ураҡ мәлендә ҡайһы берәүҙәр, ҡырға йәшереп, ҡул тирмәне алып сыҡты. Берәү ярма ярһа, икенсе­ләре (малайҙар) ағас башына менеп түрә-ҡара килерен күҙәтте. Әгәр кемдер күренһә, тирмәнде шырлыҡ араһына йәшерҙеләр. Ҡатын-ҡыҙ 25-30 сутый майҙанда ашлыҡты ҡул урағы менән урҙы.

Үҙәккә үтте һуғыш

Беҙ сабаталы үҫмерҙәр инек...Нәйлә Йәнтилинаның ғүмер юлы — илебеҙ тарихындағы фа­жи­ғәле биттәрҙең бер сағылышы ул. 1931 йылда, уға ни бары 8 йәш булғанда, атаһын – ауы­лы­быҙҙың указлы муллаһы Атаулла Сәлим улы Аслаевты — ҡулға ала­лар һәм һөргөнгә ебәрәләр. Мал-тыуарын, һарайын колхозға та­ратып бирәләр, өйһөҙ ҡал­дыралар…
– Туғыҙ йыл буйы өйһөҙ интек­тек, кеше тупһаһында йәшәнек, – тип иҫләй бала сағын Нәйлә инәй. – Этлек күреп үҫтек, тышҡа уйнарға сыҡһаҡ, «мулла балаһы» тип йәберләнеләр. Шуның өсөн урамда күренергә ояла инек. Атайым һөргөндән ҡайта алманы – ғәзиз башҡайҙары шунда ҡалды. Ул төштәремә керһә, өнөммө был тип һағыштарҙан илап үткәргән төндәрем аҙ булманы…
Герман һуғышы тормошобоҙҙо тағы ла ауырлаштырҙы. Ир-ат һуғышҡа китеп бөттө. Колхоз эше беҙҙең иңгә ҡалды. 1943 йылдың аҙағында мине ФЗО-ға алып кит­теләр. Барғас та ашау хаҡына талон һатып алдырттылар – тәртибе шундай ине. Ауыр эшкә сыҙаныҡ, тик аслыҡҡа түҙә алмай, биш ҡыҙ ауылға кире ҡайтып килдек. Сураштан – Сәмиғә, Сәғиттән – Хә­ҙисә, Ҡалмаҡтан – Сара. 1944 йыл­да нахаҡ ғәйеп тағып, мине ауыл­дашым Хәмиҙә менән коло­нияға алып киттеләр. Хәмиҙәбеҙ шунда астан үлеп ҡалды…
Колонияла төрлө тарафтан йы­йылған 130 ҡыҙ бала бер баракта йәшәнек. Ул ҡыш буйына йылытылманы. Үҙебеҙ өс ҡатлы һике­ләрҙә йоҡлап йөрөнөк. Саба­та­лар­ҙы яҫтап, силғау­ҙарыбыҙҙы аҫ­ҡа түшәп ятыр инек. Аяҡ кейеме туҙған ҡыҙҙар бер-береһенекен урлашты. Аяҡ кейеме юҡ тип торманылар, барыһын да эшкә ҡыуҙылар.
Колонияла беҙҙең менән арес­тант егеттәр ҙә булды. Улар баш­ҡа яҡта эшләне, осраштырманылар. Беҙ 11 ишекле һыйыр һарайы төҙөнөк, бойҙай үҫтерҙек. Һуғыш тамамланғанда ла шунда инек, 1945 йылда ғына ҡайтарҙылар. Әсәйем ферма өйөнөң бер бәләкәй бүлмәһендә йәшәй ине. Ҡайтыу менән колхоз эшенә егелдек: әхирәтем Маһикамал менән аттар ҡараныҡ. Атта һыбай сабып йөрөй торғайныҡ.
Бер мәл әхирәтем ҡараған бе­йәләрҙең бер ҡолонон бүре та­маҡлаған. Шуны һуйып, колхоз­сыларға ашаттылар. Колхоз ошо ҡолон өсөн уларҙың һыйырын тартып алды, бер ни ҙә ҡыла алманылар. Асыуыбыҙ килде. Ә бит ғаиләһенән өс кеше фронтта ине: атаһы Сабит — хеҙмәт армия­һын­да, ағалары Рахманғол, Ислам­ғол – фронтта. Һуғыштан ҡайтҡас, Рахманғол ағаһы һы­йырҙы юллап, урынына быҙау булһа ла алды…
Көндөҙ колхоз эшендә йөрөй­бөҙ, кис шәм яҡтыһында шәл бәйләйбеҙ. Нисек тә көн итеү яғын ҡараныҡ. Өҫтәүенә йыл һайын колхозға һәр ғаиләнән һалым (йо­мортҡа, иретелгән май, ит) түләттеләр. Һыйырың, тауыҡ­та­рың бармы, тип һораусы булманы, мәжбүр иттеләр. Бар халыҡ йонсоу йәшәне: һуғыштағылар – һуғышта, беҙ колхоз тормошонда интектек…
«Башҡайыңа ҡайғы төшһә, һин дә булырһың йырсы», – тип йыр­лайҙар бит әле. Мин дә атайымды һағынып, михнәт кисереп үткәргән колхоз, һуғыш йылдарына, колония тормошонда күрелгән ғазаплы көндәремә арнап шиғырҙар ҙа яҙҙым, ҡайһы берҙәренә көй ҙә сығарҙым… Һуғыш киләсәктә ҡабатланмаһын ине.

Еңеү хәбәрен
еткерергә ашыҡтым


Беҙ сабаталы үҫмерҙәр инек...Әлебай ауылының иң өлкән кешеләренең береһе Фазила Ишмөхәмәтоваға быйыл 99 йәш тула. Ул бөгөн килене Фәриҙә һәм улы Марс менән бергә йәшәй.
– Ҡәһәрле һуғыш уты тоҡан­ғанда Мәзит ауылына килен булып төшкәйнем, – тип башланы һү­ҙен ауылдашым. – Бөтә халыҡ колхозға бесән әҙерләй. Эш ара­һында сабынлыҡта ял итеп ала­быҙ. Шул саҡ һуғыш башланыуы тураһында хәбәр иттеләр.
Мәзиттән 1942 йылдың ғинуа­рын­да бер юлы туғыҙ кешене фронтҡа алдылар. Улар менән бер­гә Минһажетдин Сайранов (минең иптәшем), Әхмәтғәле Хис­мәтов, Мәхмүт Юланов та китте. Шунан башлап ауылға көндөҙ ҙә, төндә лә повестка килеп кенә торҙо.
Шул йылда хәрби хеҙмәткә яраҡ­лы барлыҡ ир-атты яуға оҙаттыҡ. Мине келәт мөдире итеп ҡуйҙылар. Һуғышҡа китеүселәрҙең барыһына ла юллыҡ аҙыҡ-түлек бүлеп биреп торҙом.
Ирем һуғышҡа киткәс (ул әйләнеп ҡайтманы), 1943 йылда Әлебайға ҡайтып төштөм. Бригадир Ғәзизйән ҡарт мине ФЗО-ға яҙҙы. Белореттағы заводҡа эшкә ебәрҙеләр. Унда өй ҡыйығын ябыу өсөн тимер ҡырҡтыҡ. Эшләп йөрөгәндә абайламайынса ҡулымды ҡалайға йырттырҙым, уны сепрәк менән урап аҫып алдым. Аҙаҡ инде ҡайтып китергә мәжбүр булдым.
Йәй буйы Әлебайҙа баҫыу эштәренә егелдек, ашлыҡ утаныҡ, иләнек. 1944 йылда мине тағы ФЗО-ға ебәрҙеләр. Рәшиҙә Ғәй­нуллина, Йәнифә Ишмөхә­мәтова ла минең менән бергә китте. Был юлы хеҙмәт армияһында йөрөгән һалдаттар менән бергә Инйәрҙә һал ағыҙыуҙа эшләнек. Улар ат ме­нән ағас һөйрәтә, ә беҙ ағы­ҙабыҙ. Ашатҡандары нимә генә инде: бер аҙ картуф, кәбеҫтә турап бирәләр, 100-200 грамм икмәк. Эш ауыр, йоҡо-ял, ашау етмәй. Ҡаҡ һөлдәгә ҡалдыҡ… Бер ҡарт һал­дат яныма килеп, мин оҙаҡ­ламай ҡасып китәм, тип миңә карточкаларын ҡалдырҙы. Һуңынан шуларҙы һатып, юлға аҡса йыйҙым. Көнө буйы йылғала һал ағыҙабыҙ, таң менән арлы-бирле ашаталар ҙа, тағы эшкә китәбеҙ. Үҙебеҙ барактарҙа йоҡлап йөрөйбөҙ. Унда тынсыу, эҫе, шығырым тулы кеше…
Эш бөткәс, беҙҙе ҡайтарырға булдылар. Ҡыҙыл вагондарға ултырттылар. Мал кеүек тейәлеп, Ырымбурға килеп төштөк. Юлға тип йыйған аҡсама әҙерәк аҙыҡ-түлек алып, бергәләп ултырып тамаҡ ялғаныҡ. Мәзиттән Сәғиҙә Юланова, тағы ла бер-ике малай бар ине – аҡсамдың ҡәҙерен шунда белдем.
Вагондар эргәһендә һалдаттар усаҡ яҡҡан, үҙҙәре фронтҡа китергә әҙерләнә, ә ашарҙарына юҡ – үлгән аттың тояҡтарын өтөп, аслыҡ тойғоһон баҫалар ине…
Әлебайға йәйәүләп ҡайтып индек. Йәнифә менән кешегә күренергә оялабыҙ – ҡаҡ һөйәккә ҡалғанбыҙ бит инде. Колхоз рәйесе Шәриф ҡарт миңә: “Һылыу, һин ауыр эш башҡара алмаҫһың, магазинға һатыусы кәрәк, шунда барырһың”, – тине. Риза булдым, эшләп йөрөгәндә өсөнсө тапҡыр ФЗО-ға яҙҙылар. Мин “бармайым” тип Мәзиткә кире ҡайттым. Бейем илай, үҙең ҡайтып киттең, ҡыуманыҡ бит, тип. Өндәшмәнем.
10-15 көн һауынсы булып эшләгәс, бригадир итеп ҡуйҙылар. Баҫыуҙа 13-14 йәшлек кенә балалар тир түгә: Шәкүр Аҙнабаев, Фәүзиә Исмәғилева, Айрат Мәзитов, Исхаҡ, Хәйерниса, Зин­нәт, Сәйфулла, Ғизетдин, Әбдел­ғәни Юлановтар, Ғирфан Көн­сыуаҡов, Өммөкамал Хисмәтова – бөтәһен дә иҫләп бөтөп буламы, күп ваҡыт үтте бит…
Үҙҙәре һабанды йүнләп тота ла алмай, уның ыңғайына те­геләй-былай йығыла яҙып китә­ләр. Ерҙе һыйыр егеп һөрәләр, тырматалар. Аттар юҡ саҡ, һуғышҡа ебәреп бөттөләр шул.
Райкомдан Рәхмәтуллин тигән бер кешене посевком итеп ебәр­гәндәр (аяғы яралы ине). Ул ни, баҫыу башына килеп ҡарап тора-тора ла, ярҙам итмәй, өйрәтмәй кире ҡайтып китә. Мин һабанды тотоп һөрөп күрһәткән булам йә үгеҙ-һыйырҙарын егешәм. Ауылға ҡайтып, тиҙ генә колхозсыларға эш ҡушам да йәнә баҫыуға ашығам…
Бер мәл ауылға “һуғыш ба­ҫылған” тигән хәбәр еткерҙеләр. Ышанғы ла килмәй. Балаларҙы ҡыуандырайым әле тип баҫыуға йүгерҙем. Ҡыуаныстарынан теге­ләр ергә ятып-ятып аунай, туп­раҡты услап алып һауаға һибеп ебәрә. Еңеү хөрмәтенә ҡаҙан аҫып, эшселәргә бутҡа бешерҙек.


Вернуться назад