Майҙанда – “Саптар”03.05.2016
Өфө сәнғәт училищеһының “Саптар” этно-төркөмө Ҡаҙағстанда үткән “Жубанова яҙы” халыҡ-ара фестивалендә лауреат исемен яуланы. Музыканттарыбыҙ икенсе дәрәжә диплом алып ҡайтты. Уларға шулай уҡ 100 мең тәңкәлек сертификат та тапшырҙылар. Аҡсаны “Саптар”ҙар сәхнә костюмдары һатып алыуға тотонорға ниәтләй.
Өфө музыканттары жюри хөкөмөнә халҡыбыҙҙың “Урал”, “Ҡара өйрәк”, “Казачий”, “Хан ҡыҙы”, “Ҡара ҡаш” һәм “Еҙ үксә” көйҙәрен тәҡдим итте. Гала-концертта иһә төркөм Роберт Юлдашев эшкәртеүендәге “Саптар” көйөн башҡарҙы. Иршат Ильясовтың, Рәфис Заһировтың, Гөлфиә Һөйөндөкованың, Байрас Күсәрбаевтың башҡарыу оҫталығын тамашасы ла, жюри ҙа юғары баһаланы. Күптәргә айырыуса хайранда уйнау һәм өзләү оҡшаны. Төркөм ҡурайсыһы Юлай Ҡасимовҡа фестиваль лауреаты дипломы тапшырылды.
Фестиваль Аҡтүбә ҡалаһында Г. Жубанова исемендәге өлкә филармонияһында үтте. Өфө сәнғәт училищеһы студенттары төркөмө танылыу яулаған профессиональ ансамблдәр һәм оркестрҙар менән көс һынашты. Улар араһында Төркиәнең Адана ҡалаһы консерваторияһы уҡытыусыларының “Баглама” ансамбле, Жиганов исемендәге Ҡазан консерваторияһы оркестры ла бар ине. Сараның төп бүләген Ҡырғыҙстандың Бешкәк ҡалаһы хакимиәтенең халыҡ уйын ҡоралдары оркестры яуланы.