Ирҙең даны – халҡы менән еренән03.05.2016
Ирҙең даны –  халҡы менән еренән Ҡасандыр бөтә ил өсөн мөһим тип һаналған сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү кампанияһы арҡаһында икмәк етештереү буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһәк тә, эшкәртелгән майҙандарҙың бөгөн килеп юҡҡа сығыуы элекке сиҙәмселәр күңелендә һағышлы уйҙар уята.
Сиҙәм күтәреү эпопеяһы, уның ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында нимә генә һөйләһәләр ҙә, белгестәрҙең әйтеүенсә, иҡтисади яҡтан килемле булыуы менән ул үҙен етерлек кимәлдә аҡлаған. Ә бына дәүләттең ошо йөкләмәһен фиҙакәрлек менән үтәп сыҡҡан сиҙәмселәрҙең күбеһенең тейешле ташламалары ла, маҡтаулы исемдәре лә юҡ. Ауыр хеҙмәт шарттарында тәүлек әйләнәһенә баҫыуҙа тир түккәндәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡтыр.
Үҙ ауылында сиҙәм күтәреүселәр ҙә аграр өлкәне үҫтереүгә тос өлөш индерә. Мәҫәлән, Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Фазылйән Вәлиулла улы Зекринды хаҡлы рәүештә матур киләсәк өсөн көрәшеүселәрҙең береһе тип атарға була. Ауыр заман бишенсе класты бөтөр-бөтмәҫтән колхоз эшенә сығырға мәжбүр итә уны. Һуғыш осоро михнәттәрен күп татыған малайҙың тырмаға ла йүнләп көсө етмәй ул саҡта. Әммә кесе йәштән ҡара эшкә өйрәнеп үҫкән Фазылйән бирешмәй. Сослоғон, етеҙлеген күреп, уны арба тағыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Көнө-төнө трактор янында йөрөгән малай яйлап техника серҙәренә, эштең нескәлегенә төшөнә. Шулай итеп, ул үҙе рулгә ултыра.
Тракторҙар курсын тамамлап, ике йыл “Байрамғол” совхозының Ҡобағош бүлексәһендә эшләгәс, армия сафына алына. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренә хәрби йөк оҙатыусыһы була ул. Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй. Хеҙмәтен тултырғас, тыуған ауылына ҡайтып, өйрәнгән эшен дауам итә.
Ул ваҡытта Ҡобағоштоң ни бары 730 гектар ғына һөрөнтө ере була. Сәсеүлектәрҙе киңәйтеү өсөн колхозсылар алдына сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү бурысы ҡуйыла. Ике смена эшләргә тура килә. Көндөҙ – төп шөғөлдәре, ә төнөн ағас төпләү менән булышалар. Уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә һөрөнтө ерҙәр 2 200 гектарға етә.
Совхоз яғыулыҡ-майлау материалдары, техника менән яҡшы тәьмин ителә. Көн һайын тиерлек килгән техниканы хатта ҡороп та өлгөртә алмайҙар. Шул арҡала механиктар, тракторсылар ҙа етешмәй, ситтән ярҙам һорарға тура килә. Ауылға сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә республиканан ғына түгел, Украинанан да килеүселәр күп була.
Фазылйән Вәлиулла улы хәтерләүенсә, ауыр заман булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы уларҙы йылы ҡаршылай, үҙ өйөнән мөйөш бирә, ризығы менән уртаҡлаша. Уларҙың йортонда ғына ла өс сиҙәмсе йәшәй. Береһе – үҙе, икенсеһе – бер туған ағаһы Хәйбулла, өсөнсөһө Туймазынан килгән Нурфәйез Фәйзуллин исемле егет була. Сит район кешеһе уларҙа дүрт йыл йәшәй, урындағы аграр өлкәне үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Ғөмүмән, ауылдаштар ситтән килеүселәр менән тиҙ арала уртаҡ тел табып, дуҫ йәшәй. Украинанан Николай Семенович Зубниндың ҡатыны Федосия үҙе бригада төҙөп, ҡатын-ҡыҙҙы кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр сәсергә өйрәтә. Бөгөн уларҙың иҫтәлеге булып, ауылда Зубнин ҡойоһо һаҡланып ҡалған. Үҙләштерелгән ерҙәрҙә яйлап кукуруз, һоло, арпа, бойҙай сәсә башлайҙар. Бигерәк тә тәүгеһе ишелеп уңа, мал ҡышлатыуҙа уның ярҙамы ҙур була.
Эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған ағалы-ҡустылы Хәйбулла менән Фазылйән Зекриндар алдынғылыҡты бирмәй. Илле йылдан ашыу эш стажы булған хеҙмәт ветераны Хәйбулла Вәлиулла улының наградаларының, миҙалдарының, Почет грамоталарының иҫәбе-хисабы юҡ. Ул бер нисә йыл рәттән социалистик ярышта еңеп сыға, биш йыллыҡта күрһәткән фиҙакәрлеге өсөн иң яҡшы комбайнсы исеменә лә лайыҡ була. Тырыш эшсенең хеҙмәтен етәкселек һәр саҡ юғары баһалай. Уның тураһындағы мәҡәләләр республика гәзиттәрен биҙәй. 1971 йылда Хәйбулла Вәлиулла улына “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән юғары исем биреү мәсьәләһе күтәрелә, ләкин коммунист булмауы сәбәпле, был наградаға икенсе кеше тәҡдим ителә.
Бер нисә йылдан һуң, уңыш йыйыу осорондағы юғары күрһәткестәре өсөн уға автомобиль бүләк итергә тигән ҡарар сығарыла. Шатлыҡлы хәбәрҙе һөйөнсөләргә яланға йүгереп килгән ауылдаштарын: “Уттай ҡыҙыу эш мәлендә техника артынан Өфөгә барып йөрөй алмайым”, – тип кире бороп ҡайтара һәм машинанан да баш тарта.
Ағай кеше ҡустыһына һәр яҡлап өлгө, остаз була. Фазылйән Вәлиулла улы унан ҡалышмай. Был донъянан иртә киткән ағаһының намыҫына тап төшөрмәй ул. Ауыл хужалығы өлкәһендә күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте өсөн бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәре бихисап. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ҡарары менән “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн” миҙалына лайыҡ була, бер нисә тапҡыр социалистик хеҙмәт ярышында еңеп сыға һәм 1979 йылда “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән маҡтаулы исем яулай. Агросәнәғәт комплексы системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн, шулай уҡ Еңеүҙең 55 йыллығына арнап сығарылған иҫтәлекле һәм сиҙәм, ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
46 йыл хеҙмәт стажы булған Фазылйән Вәлиулла улы бөгөн хаҡлы рәүештә хеҙмәт ветераны исемен йөрөтә. Уның ҡатыны Әлфиә Морат ҡыҙы менән татыу, өлгөлө ғүмер итеүенә лә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Йәшлегеңдә тырыш булһаң, ҡартлығың тыныс булыр, тип бушҡа ғына әйтмәй шул халыҡ. Данлы хеҙмәт юлы үтеп, ауылдаштарының абруйын яулап, күптәргә өлгө күрһәтеп, тыныс ҡартлыҡ кисерә бөгөн Әлфиә менән Фазылйән Зекриндар.
Шаулап-гөрләп торған колхоз-совхоздарҙың элекке алдынғы эшселәрен телгә алһаң, уларҙың тырышлығы менән булдырылған һөҙөмтәнең пыран-заран килтерелеүе күңелһеҙ уйҙарға һала. Ҡасандыр тракторҙар иңләгән киң баҫыуҙарҙы яҡшы иҫләгән кешеләр бөгөн уларҙың ташландыҡ хәлдә ятыуына тыныс ҡарай алмай. Ә инде булмаған баҫыуҙарҙы булдырып, иртәнән ҡара кискәсә шунда ең һыҙғанып тир түккән сиҙәмселәр был хәлде айырыуса ауыр кисерәлер. Бөгөн Рәсәйҙәге һөрөнтө ерҙәрҙең яртыһының тиерлек буш ятыуы һыҙландыралыр уларҙы. Ә бит ташландыҡ, хужаһыҙ ерҙәрҙә иген шаулатырҙай, үҙ икмәгебеҙҙе үҫтерерҙәй кешеләребеҙ бар!






Вернуться назад