Нилектән шулай?03.05.2016
— Өй һалырға булғайныҡ. Миңә бүрәнәнең ҡыш әҙерләнгәнен һайларға кәңәш иттеләр. Сәбәбен дә үҙҙәренсә аңлаттылар: тиҙ серемәй икән. Был нилектән шулай?

— Бура өсөн материал һайлағанда, ағас йылдың ҡайһы ваҡытында киҫелгән, шуға иғтибар итергә кәрәк. Йәйгеһен киҫелгәне — сифатһыҙ. Унда һут күп, шуның өсөн дә тиҙ серей. Ҡышҡыһы сыҙам, ныҡ була. Был миҙгелдә ағас крахмал туп­лай. Әгәр олононоң киҫелгән урынына йод һөртһәң, уның үҙәге зәңгәр йәки шәмәхә төҫкә инә. Йәй ҡырҡылғанына иһә йод бер төрлө лә йоғонто яһамай тиерлек, ул төҫөн үҙгәртмәй, ҡара-һоро булып ҡала.
Ағастың сифатын бүрәнәгә балта, сүкеш менән һуғып ҡарап билдәләп була. Һәйбәтенә аҙ ғына һуҡһаң да сыңлап, яңғырап тора. Әгәр яңғырамай икән, тимәк, бүрәнә насар сифатлы, эсе серек тигән һүҙ.



Бәрәкәт ҡасмаһын
Нигеҙ ҡороу


Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәүҙә ҙур аҡ таш һалалар. Уны тупһаға һалыу йолаһы ла бар. Кесе йома һайын ташты йыуып, сайып торалар.
Башҡорт ауылдарында борон йорттар урам буйлап теҙелеп ултырмаған: береһе эстәрәк, икенсеһе тыштараҡ һалынған, сөнки тыныс урын эҙләгәндәр. Ә ундай ерҙе шулай тапҡандар: көмөш тәңкәне епкә таҡҡандар ҙа шуны ҡулға тотоп йөрөтөп сыҡҡандар. Тәңкә бәүелә башлаһа, ул ер оҡшамаған. Бәүелеүҙән туҡтаған урында нигеҙ ҡорорға яраған.

Даға

Тупһаға, ишек башына даға ҡағыу йолаһы бар. Кешенең яман уйы, яман һүҙе шуға эләгеп ҡала тип һанала. Даға ен-шайтандарҙан да һаҡлай. Уны ҡаҡҡан саҡта:
— Шайтан килмәһен өсөн,
Хәрәм кермәһен өсөн.
Тел-теш баҫмаһын өсөн,
Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн, — тигән теләк һамаҡлайҙар. Даға яңы түгел, ә ат тояғынан төшөп ҡалған, ҡатынан да ҡаты булырға тейеш.

Мал һатыу

Һатҡан саҡта малдың ҡотон алып ҡалалар. Ҡуранан мал өҙөлмәһен өсөн өс тапҡыр: “Ҡотоңдо алам”, — тип ҡабатлап, һырт буйынан, һыйыр малы һатҡанда, мөгөҙ төбөнән өс тапҡыр берәр семтем йөнөн йолҡоп, ҡура егенә ҡыҫтыралар.
Ат һатҡанда хужа уны һатып алыусыға йүгәне менән тоттора. Ҡото китмәһен тип малды һарайҙан арты менән сығаралар.




Вернуться назад