Яҙҙы йәмләр сәскәһе03.05.2016
Илебеҙҙә киң таралған емеш ағасы ул. Башҡортостанда ла һәр баҡсала тиерлек ишелеп уңа. Алмаға ҡарағанда сейәлә аҡһым, органик кислота ике тапҡырға күберәк. Унда кеше организмына кәрәкле матдәләр, каротин, В1, В2, РР, С витаминдары бар.
Сейә үҫентеһе яҙ бүтән емеш ағастарына ҡарағанда иртәрәк уяна. Мәҫәлән, беҙҙең климат шарттарында әле уның вегетация осоро башлана. Майҙың өсөнсө ун көнлөгөндә сәскә ата. Шуға уның сәскәһе, бөрөләре йыш ҡына яҙғы ҡырауҙа һәләк була. Һауа шарттары ыңғай килһә, емеше август баштарында өлгөрә.
Сейәне иртә яҙҙа ултыртыу хәйерле. Эште көҙ башҡарһаң, үҫентеләр йыш ҡына ҡышҡы һалҡындарҙа туңып һәләк була. Әммә ҡар ҡалын ятҡан урындарҙа ҡурҡыныс түгел.
Сейә уңдырышлы ҡара тупраҡлы ерҙә яҡшы үҫә һәм юғары уңыш бирә. Әсе тупраҡлы ерҙе үҙ итмәй. Шуға күрә сейә ултыртаһы ергә эзбиз индереү мотлаҡ. Бының өсөн 60 x 50 сантиметр ҙурлығында соҡор яһала. Ҡаҙғанда тупраҡтың уңдырышлы өҫкө ҡатламы – бер, аҫтағы һары балсыҡ икенсе яҡҡа һалына. Тәүгеһенә 30 килограмм серетмә, 400-500 грамм суперфосфат, 100-150 грамм калий тоҙо, 400-500 грамм эзбиз ҡушып яҡшылап бутала. Әҙерләнгән компост соҡорға конус формаһында өйөлә, үҫентенең тамыры уға тигеҙләп йәйелә. Байытылған тупраҡ соҡорға тултырыла, тапап тығыҙлана, һыу һибелә. Эргәһенә 4-5 сантиметр ҡалынлығында торф йәки серетмә йәйелә.
Яҡшы сортлы үҫентеләрҙе теплицала үрсетеп була. Бының өсөн уңдырышлы, һалҡынға сыҙамлы, тәме менән айырылып торған эре емешле сейә ағасынан 20-25 сантиметр оҙонлоҡта йәшел сыбыҡса ҡырҡып алына. Ул дымлы ҡомға йәки еңел тупраҡлы теплицаға ултыртыла. Дымлылыҡ, йылылыҡ тейешле кимәлдә булырға тейеш. Йәшел сыбыҡсалар тиҙ генә тамыр ебәреп үҫеп китә. Үҫентеләрҙе ошондай юл менән үрсеткәндә, емеш сифатын юғалтмай.
Һәр дүрт йыл һайын ҡыуаҡ төбөнә эзбиз һалып тороу мотлаҡ. Ә емеш бирә башлағас, һәр көҙ фосфор, калий тоҙо индерелә. Был миҙгелдә эшләмәнең икән, иртә яҙҙа азот, фосфор, калий менән ашлау талап ителә. Дүрт йыл һайын органик ашлама ҡулланыу мотлаҡ. Сатырҙың ҡуйырыуына юл ҡуйырға ярамай. Емеш бирә башлағас та, эскә ҡарап үҫкән, ауырыу, һынған ботаҡтарҙы һәр йыл ҡырҡып алып торорға кәрәк.
Яҙ сейә ап-аҡ сәскәгә күмелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәскәһе ҡойолһа, емеше буламы тигән һорау менән йыш мөрәжәғәт итә баҡсасылар.
Сәскә атҡан ваҡытта яҡын килеп, лупа аша ентекләп ҡарағыҙ. Емешлектең ҡара нөктәһе булһа, бөрө өшөгән тигән һүҙ. Тимәк, уңышҡа өмөт юҡ. Сәскә бөрөләре, бигерәк тә емешлек ҡаты һыуыҡтарҙы насар үткәрә —эстә үк өшөй.
Ҡайһы бер осраҡта емешлек ҡыш иҫән сыҡһа ла, уңыш бирмәй. Бының сәбәбе ниҙә? Ҡайһы берҙәр үҙенә генә хас сорттар менән аталана, ә уныһы баҡсала юҡ икән, сейә емеш бирмәй.
Плантацияның уңышы сәскәләрҙең аталаныуына ныҡ бәйле. Ә бының өсөн уңайлы тәбиғәт шарттары кәрәк. Мәҫәлән, ямғырлы, һалҡын, елле көндәр аталандырыусы бөжәктәрҙең осоуына ныҡ ҡамасаулай.
Беҙҙең республикала сейәнең “полашир”, “мензелинская”, “уральская”, “рубиновая” сорттары киң таралған.