Йоҙроҡ ҡәҙәрле, йомро кәүҙәле...03.05.2016
Йоҙроҡ ҡәҙәрле, йомро кәүҙәле... Йот замандарҙа халҡыбыҙҙы үлемдән һаҡлап ҡалған, бөгөн дә табын түренән төшмәгән бәрәңгене юҡҡа ғына “икенсе икмәк” тип атамайҙар. Унан эшләнгән төрлө ризыҡ менән туҡланып, ләззәт һәм көс алмаған кеше юҡтыр ер йөҙөндә.
Картуф (картофель) һүҙе итальянса “трюфель” һәм латинса “терратубер” (ер тубырсығы) тигәндән барлыҡҡа килгән. Был татлы аҙыҡ тураһында ҡыҙыҡлы ваҡиғалар телдән телгә күсеп килә. Бына шуларҙың береһе.
Имеш, XVI быуатта Англияның бер адмиралы Американан таныш булмаған йәшелсә алып ҡайта. Ләкин ашнаҡсы бәрәңгеһен түгел, һабағын бешерә. Ризыҡ бер кемгә лә оҡшамай, әлбиттә. Асыуы килгән адмирал ҡалған өлөштө утҡа ташларға ҡуша. Бер ни тиклем ваҡыттан кемдер бешеп сыҡҡан бәрәңгене ҡабып ҡарай һәм тәмлелегенә һушы китә. Шулай итеп, был ризыҡ өҫтәлдән урын ала.
XVIII быуат башында картуф сәскәһе Франция короленең кейемен биҙәп торған, ә королева уларҙы сәсенә таҡҡан. Бәрәңгенән әҙерләнгән ризыҡ төрҙәре өҫтәлдәренән өҙөлмәгән. Ә крәҫтиәндәрҙе уны сәсергә өйрәтеү өсөн шундай хәйлә ҡорғандар: картуф баҫыуына һаҡсылар ҡуйылған. Бик ҡиммәтле ризыҡты һаҡлайҙар тип уйлаған халыҡ, һиҙҙермәй генә бәрәңгене ҡаҙып, бешереп ашаған...
Рәсәйҙә картуф еңел генә таралып китмәгән. Крәҫтиәндәр ситтән килтерелгән “шайтан алмаһы”н ашау гонаһ тип, каторга менән янаһалар ҙа, уны үҫтереүҙән баш тартҡан. Хатта XIX быуатта ошоға бәйле сыуалыштар булып алған.
Рәсәйгә картуфты иң тәүҙә Петр Беренсе алып ҡайтҡан тип иҫәпләйҙәр. Ул Роттердамдан Шереметьевҡа бер тоҡ бәрәңге ебәреп, илдең төрлө төбәктәренә таратырға ҡуша, ләкин был ниәте тормошҡа ашмай. Екатерина II осоронда Рәсәй киңлектәренә картуф таратыу тураһында бойороҡ сығып, бәрәңге Себергә тиклем барып етә. Әлбиттә, илебеҙҙә ул шулай еңел генә таралған икән тип уйларға ярамай. Картуфтың йәшел алмаларын ашау һөҙөмтәһендә ағыуланыу осраҡтары ла була. Исеме лә шом һала: немец телен белгәндәр өсөн ул “крафт тойфельс” тип ишетелә, йәғни “шайтан көсө”. Шулай ҙа, картуф ҡулланыуҙы арттырыу өсөн төрлө ҡулланмалар таратыу арҡаһында, халыҡ уны күпләп үҫтерә башлай. 1840 йылдан алып бәрәңге сәсеү майҙандары артҡандан-арта, уның меңәрләгән сорты барлыҡҡа килә.
Бөгөн беҙ картуфһыҙ табынды күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ул ҙур-ҙур майҙандарҙы биләй, ауылдарҙа һәр йортта бәрәңге баҡсаһы бар. Әммә бәләкәй майҙандан да ҙур уңыш алып булғанын онотоп ебәрәбеҙ шикелле. Әйтәйек, 20 төп бәрәңгенән 40 биҙрә уңыш алыу мөмкинлеген күптәребеҙ белмәйҙер, моғайын.
Иң башта түтәл эшләргә кәрәк: тупраҡ дымлы икән – бейек, ҡоро булһа, ер кимәленән түбән итеп. Әгәр майҙан ҡара тупраҡҡа бай булһа, уның да үҙенсәлектәре бар. Әле тап шундай ергә, аммофоска файҙаланып (5 төп картуфҡа бер сәй ҡалағы) картуф ултыртыу тураһында һүҙ алып барабыҙ. Башта бәрәңгенең һәр киҫәгендә 2-3 күҙ ҡалдырып, тураҡларға кәрәк. Шулай 20 киҫәк эшләнә. 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы бордосск ҡатнашмаһы, ярты стакан көл, 1 сәй ҡалағы бор кислотаһы һәм әҙерәк марганцовка ҡушыла. Орлоҡтарҙы ошо ҡатнашмаға һалып 15 – 30 минут тоторға кәрәк. Был алым бәрәңгене сирҙәрҙән һаҡлай.
Орлоҡтарҙы ҡатнашманан алып киптергәс, бер аҙ аммофоска һибеп, соҡорҙарға күмәбеҙ. Картуф һабағы 12 – 15 сантиметр булып үҫкәс, уларҙы төрлө яҡтарға айырып, тупраҡ менән күмеп сығырға кәрәк. Һабаҡтар тағы ла үҫә төшкәс, ошо эш ҡабаттан башҡарыла. Шулай итеп, ҙур булмаған майҙандан 40 биҙрә картуф йыйып алырға мөмкин. Был осраҡта бәрәңге түтәлен тәрбиәләп тороу ҙа, колорадо ҡуңыҙҙарына ҡаршы көрәш тә еңелләшер.




Вернуться назад