Йылдар үткән һайын Еңеүҙе яҡынайтҡан яугирҙәр сафы һирәгәйә бара. Иҫәпле генә тыл ветерандарының береһе әле Күмертау ҡала биләмәһенә ҡараған Маяҡ ҡасабаһында йәшәй. Ул – яңыраҡ 88 йәшен билдәләгән Рәхимә Үзбәкова. Һаулығы ҡаҡшап, зиһене һүрелгәндәй тойолһа ла, һуғыш осорондағы, унан һуңғы ауыр йылдарҙағы бөтә хәл-ваҡиғаларҙы, уларҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең байтағының исем-шәрифен бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй.Рәхимә апай Дүртөйлө районының Шишмә ауыл Советына ҡараған Һикәлекүл ауылында ишле балалы Рәүфә менән Мулләхмәт Мөхәммәтовтар ғаиләһендә һигеҙенсе булып донъяға килә. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Унан һуң Шишмә ете йыллыҡ мәктәбенә йөрөй, бик яҡшы уҡый, тырыш була. Ауылдашы, күршеһе Рәйсә Мырҙина менән ете йыллыҡ мәктәпте Маҡтау ҡағыҙына тамамлайҙар.
Һуғыш сығыу хәбәре бәләкәй генә Һикәлекүлгә лә йәшен тиҙлегендәй килеп етә. Уны алыу менән ҡыр эшендәгеләргә атлы сапҡындар ебәрелә. Ҡулына ҡорал тоторлоҡ ир-ат фронтҡа юллана. Ауыл, колхоз тормошо ҡарт-ҡоро, бала-саға, ғәрип-ғөрәбә иңенә һалына. Яҡшы аттар, техника фронтҡа оҙатыла. Рәхимә апайҙың тиҫтерҙәренең, 10-15 йәшлек балаларҙың, башҡармаған эше ҡалмай.
Көн эҫеһендә үгеҙҙәрҙе бураҙналар буйлатып йөрөтөп, ерҙе сифатлы итеп эшкәртеү үҙе ҙур бәләгә әйләнә. Ауыр эштән, эҫенән миктәгән малдар һалҡынға ятып алһа, торғоҙормон тимә. Сибек кенә бала-сағаның шыйыҡ ҡына сыбыҡтар менән һелтәнеүенә баш бирмәйҙәр. Күпме генә көсәнмә – бушҡа ғына! Ә планды үтәргә кәрәк. Ул үтәлмәһә йә ер насар һөрөлһә, көнлөккә бирелер 100 грамлыҡ өлөштән ҡолаҡ ҡағаһың. Кеше һыйырҙарын сиратлап тырмаға егеү ҙә бер бәлә.
Уңыш йыйыу эше тәүтормош ҡоралы ураҡҡа килеп терәлә. Уны ҡулына тоторлоҡ бөтәһенә лә – апай-еңгәйҙәргә лә, 14-15 йәшлек ҡыҙҙарға ла – бер норма: көнөнә 20 сутый майҙанды урып, 300 көлтә бәйләү. Хәҙер инде көнкүрештән бөтөнләй төшөп ҡалған “көлтә” һүҙен әйтеүе генә анһат. Ә үҙе бик мәшәҡәтле эш булған ул. Көлтәлек ашлыҡты бер ҡосаҡ итеп урырға, үләнлерәк урындан бауын яһарлыҡ иген игергә, уны йыуан бау һымаҡ итеп борорға, бәйләргә, киптерер өсөн сүмәләгә өйөргә кәрәк.
Һуғыш тоҡанып бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ленинград ҡасаҡтары Һикәлекүлгә килеп тула. Уларҙы мәктәпкә, клубҡа, хужаһыҙ ҡалып буш торған иркенерәк өйҙәргә урынлаштыралар. Бөтөн ил менән күрелгән афәтте яҡшы аңлап, ауылдаштар хуш күңел менән тарһынмай ҡаршылай уларҙы. Өҫтөндәге кейеме, бәләкәй төйөнсөккә төрөлгән кәрәк-ярағы менән генә килгәндәргә урындағы халыҡ бар хәленсә ярҙам итергә тырыша. Йылы ҡаршылаған өсөн ҡасаҡтар ифрат рәхмәтле була.
Һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә колхоз хужалығының рәт-сираты китә. Ревизия комиссияһы эшенең күптән туҡтатылыуы ла үҙен һиҙҙерә. Уны етәкләрлек әҙәм заты ла ҡалмаған була шул ауылда. Мәсьәләне юлға һалыу өсөн йыйылыш үткәрелә. Ул йылдарҙа ауыл ерендә ете класлы белемлеләр ярайһы ғына уҡымышлылар иҫәбендә һаналған. Йыйылышта һәр йәһәттән өлгөр, тилбер, үткер, мәктәпте Маҡтау ҡағыҙына тамамлаған 15 йәшлек Рәхимәгә иғтибар ителә, һәм өс кешенән торған ревизия комиссияһы башлығына кандидат итеп ул күрһәтелә. Альтернатива булмай. Эштең нимәлә икәне төшөндөрөлә: тарҡалмай һаҡланып ҡалған милектең, мал-тыуарҙың бөтәһен дә ентекле иҫәпкә алырға, юғалыуға юл ҡуймаҫҡа. Уҡыуҙа ла, колхоз эшендә лә алдынғылыҡты бирмәгән ҡаратырыш, бик теремек, намыҫлы ҡыҙыҡай ололар иңенә лә ауыр йөк булып ятырҙай эшкә беренсе көндән үк ең һыҙғанып тотона.
Мал иҫәбен алғанда ул ваҡытта ғәжәпкә ҡалырлыҡ күңелһеҙ хәлгә юлыға – фермала бер тана етмәй. Мал нисәмә тапҡыр инде ҡабат-ҡабат һанала: тана зым-зыя юҡ булған. Ревком башлығы Шишмәгә барып был хаҡта белдерә. Хәбәр шунда уҡ район хакимиәтенә еткерелә. Һығымта яһарға ашыҡмаҫҡа, тикшереүҙе яңынан башларға кәңәш итәләр.
Юғарынан еткерелгән кәңәш тә ярҙам итмәй. Ревком башлығы Рәхимә аптырағандан урам буйлап һәр тауышҡа ныҡлы иғтибар итеп әкрен генә йөрөй башлай. Йәйге көндә ауылда бер мал да ҡалырға тейеш түгел дә баһа. Ә ҡайҙандыр тоноҡ ҡына мөңрәү тауышы ишетелгәндәй. Шул яҡҡа, ауыл уртаһынараҡ йүнәлә. Барған һайын тауыш асығыраҡ ишетелә башлай. Үҙҙәренең өйө тапҡырына ла килеп терәлә. Бына һиңә мә! Мөңрәү урам аша ғына күрше әхирәте Рәйсәләрҙең аҙбарынан ишетелә! Өй бикле. Рәхимә артынан ырҙын табағына йүнәлә. Хәбәрҙе тыңлағас, әхирәте шаҡ ҡатып ҡала: “Кит, булмағанды ни! Бынауындай көндә кем аҙбарҙа мал бикләп тотһон инде”. Ҡапҡаны асып инһәләр, юғалған тана баҡырып тора.
Был хәлдән бер аҙна элек кенә хужаһыҙ ҡалған колхозға күрше ауылдарҙың береһенән нилектәндер һуғышҡа алынмаған Вәсим исемле мыҡты кәүҙәле ир кешене рәйес итеп килтереп ҡуялар. Ул Рәйсәләрҙең өйөнә фатирға төшкән була. Әхирәт ҡыҙҙар был уғрылыҡ шул яңы хужаның эше булыуына төшөнә. Рәхимә үҙенең һығымтаһын ауыл Советына еткерә: “Тана табылды!”
Рәйес менән ревком башлығын Шишмәгә саҡырталар. Быға тиклем нисәмә тапҡыр йәйәү үткән араны Рәхимә рәйестең яҡшы атҡа егелгән, талдан матур итеп үрелгән кырандасына ултырып бара. Йөҙө ҡара торомбашҡа әйләнгән хужа менән ревком башлығы араһында бер һүҙ ҙә ялғанмай –ләм-мим. Совет йортонда НКВД вәкиле көтә уларҙы. Хужа тәүге һүҙҙән үк ғәйебен тулыһынса танырға мәжбүр була. Кәнсәләрҙән сыҡҡас, Васинков дилбегәне ревком башлығына тотторғанда: “Ну, ҡыҙыҡай, эш бының менән генә бөтмәҫ. Баш иҫән булһа, һине ярасаҡмын әле!” – тип ҡайыш ҡамсыһын ҡыҙҙың йөҙөнә тейҙерә яҙып янай ҙа ергә ырғыта. Ревком башлығы ауылға кырандаста яңғыҙы ғына ҡайтып инә. Теге әҙәм башҡаса колхозда күренмәҫ була.
Уғры рәйес ҡайҙалыр олаҡҡас, колхозға икенсе ауылдан бер ҡатын хужа итеп ҡуйыла. Бик үткер, ғәҙел, ифрат талапсан етәксе итеп таныта ул үҙен тәүге көндәрҙән үк. Ойоштороу эшенә лә оҫта була. Һыбай йөрөргә ярата. Шунлыҡтан бөтә ергә өлгөрә. Кем дә булһа эшен еренә еткереп башҡармаһа йә иртәрәк китергә тырышһа, ундайҙарҙы сәғәтендә үк урынына кире бора. Талапсанлығына берәү ҙә үпкәләмәй ҙә, кенә лә тотмай. Уның етәкселек алымдарына халыҡ бик тиҙ күнә. Баҫҡан ерендә ут уйнатып йөрөгән талапсан да, ғәҙел дә яңы хужа 15 йәшлек ревком башлығына ла бик оҡшай. Һәр урында ныҡлы тәртип булдырылғас, дөйөм эш ыңғай бара. Етәксегә һоҡланыуын Рәхимә апай күңелендә әле лә һаҡлай.
Һуғыш, унан һуңғы ҡытлыҡ йылдарында, тормош ни тиклем генә ауыр булмаһын, халыҡтың күңеле көр булған: уйын-көлкө, күңел асыу, халыҡ ижады һүрелеп тонйорамаған. Музыка ҡоралдары бөтөнләй булмаған ауылдарҙа ла хеҙмәт кешеһе ижадҡа ынтылыу юлдарын табырға тырышҡан: шаян йырҙар, таҡмаҡтар менән күңел асҡандар. Хатта бөтә ауылдарҙа ла тип әйтерлек фанера, ат ҡылынан яһалған скрипкалар модала булған.
Инсценировкалар, театр тамашалары ҡуйылған. Ундай әүҙем мәҙәни тормоштан бәләкәй генә Һикәлекүл ауылы ла ситтә ҡалмаған. Үҫмер Рәхимә лә йәнле тормоштоң ҡап уртаһында ҡайнай.
Ҡыҙ үтә сағыу ҙа, моңло ла тәбиғи тауышы менән халыҡтың аһ-зарын, айырылыу ғазаптарын сағылдырған “Сермән”, “Рамай’’ҙарҙы башҡарыуҙан тыш, сәхнә репертуарын шаян да, күңелле лә халыҡ йырҙары менән байыта. Сәхнә түренән уның башҡарыуында йыш ҡына яңғыраған йырҙары, көн буйы үгеҙ менән ер һөрөп, һыйырҙар ярҙамында баҫыулыҡтарҙы тырматып арып ҡайтҡан кешеләр күңеленә май-бал булып яғыла.
Һуғыш аҙағына табаныраҡ үҫмерлектән сығып ҡыҙ ҡорона инә башлаған Рәхимәгә колхоз эшенән, сәхнә тормошонан айырылып торорға тура килә: Свердловск яғында торф сығарыу эшенә ғаилә ҡороп өлгөрмәгән ҡыҙҙарҙы йыя башлайҙар. Һикәлекүл ауылынан икәү эләгә ул кампанияға: Рәхимә менән Миңлекамал апайҙарҙы Свердловск аръяғындағы Баснан тип аталған торф сығарыу хужалығына килтереп төшөрәләр.
Ата-бабалар шөғөлләнмәгән ят эштә бик ауыр була йәп-йәш кенә төрлө милләт ҡыҙҙарына. Тиҙ арала дуҫлашып та алалар. Бик татыу бригада ойошторола. Эш шарттары иһә ауыр: тубыҡтан һаҙлыҡ, ваҡыт менән сикләнмәгән эш көнө, тәғәм яғына килгәндә – карточка режимы. Норма юғары. Уны үтәһәң генә ярты кило ҡара икмәк бирелә. Кире осраҡта yны ла ҡырҡалар.
Йәй көндәрендә ҡурҡынысыраҡ. Ҡамыш араһынан беҙҙең яҡтағына оҡшамаған йыуан-йыуан йыландар килеп сыҡҡылай. Ҡыш, яҙлы-көҙлө һаҙ һыуының һалҡынлығына түҙеп булмай. Аяҡҡа тубыҡтан үрҙәрәккә еткән “бахилла” тигән кейем бирәләр. Уларҙың бер ҙә генә йылыһы юҡ, һыуҙан ғына һаҡлай. Мосолман ҡыҙҙары уларҙы телдәренә яраҡлаштырып, “бәхиллек кейеме” тип атай.
Хужа – Афонин фамилиялы бик ҡаты ҡуллы сулаҡ кеше. Һуғыштан яраланып ҡайтҡандыр инде. Бригадир ҙа ғәрип кеше. Таяҡҡа таянып, һул аяғына һылтаңлап йөрөй. Фамилияһы – Физинкин. Бригадала кемдер торф ҡырҡа (кирбес һымаҡ итеп), икенселәр носилкаларға тейәй, өсөнсөләр ташып киптерергә һала. Унан һуң инде тауар вагондарына яҡыныраҡ урында ҙур-ҙур әрҙәнәләргә өйәһең. Эш барышы ла, торф киҫәктәренең сифаты ла һәр ваҡыт ҡаты күҙәтеү аҫтында. Берәй киҫәктә тупраҡ йә балсыҡ күреп ҡалһалар, Физинкин йә Афонин үҙе тотош әрҙәнәне емереп ташлай ҙа, бөтә кирбестәрҙе тикшереп сығып, яңынан өйөргә ҡуша. Был инде эш планына инмәй. Тимәк, икмәк ҡыҫҡартыла.
Йәйгеһен тәғәм яғы ҡышҡыға ҡарағанда әҙәмсәрәк. Кесерткән ашы, ат ҡуҙғалағынан ҡоймаҡ бешереп тә талон икмәгенә “ярҙам” итергә мөмкин. Емеш-еләк япраҡтарынан сәй ҡайнатыла. Ваҡыт булғанда ҡышҡылыҡҡа сәйлек япраҡтар киптереп ҡалырға мөмкин.
Көс еткеһеҙ эш шарттары, ризыҡ наҡыҫлығы ҡайһы бер ҡыҙҙарҙы ҡасырға мәжбүр итә. Юғалыу йышая башлағас, баракта төндәрен дә тикшереү ойошторола башлай. Ҡасҡандар алыҫ китә алмай, иртәгәһенә үк тотоп килтерелә. Хәл икенсе тапҡыр ҡабатланһа, төрмә менән янайҙар. Күҙәтеү, киҫәтеү-янауҙар нисек кенә ҡаты булмаһын, ауырлыҡтарға түҙмәй, юғалтҡандар табылып тора. Бер нисә ҡыҙ менән Рәхимә апай ҙа төн уртаһында ҡасырға баҙнатсылыҡ итеп ҡарай. Тиҙ арала тотолмаҫ өсөн ҡара урман аша юлға сығалар.
“Тиҙерәк тимер юлға сығығыҙ. Унда хәүефһеҙерәк”, – тип оҙатып ҡала уларҙы бер ауылдағы йорт хужалары. Ҡыуаныстарына күрә, тимер юлды тиҙ табалар. Тик шатлыҡтары бик ҡыҫҡа була: разъезд перронында уларҙы Физинкин бер милиционер менән йылмайып ҡаршылап тора. Ҡурҡыштан да, аптыраштан да шаҡ ҡатып, өнһөҙ-тынһыҙ торған ҡасҡындарға ҡаты бәрелмәйҙәр.
“Ултырығыҙ, ҡыҙҙар, – ти Физинкин таяғы менән перрондағы ширлеккә күрһәтеп. – Төнө буйы тайга ҡыҙырып, арып та киткәнһегеҙҙер. Баснанға йәйәүләмәҫһегеҙ. Оҙаҡламай поезд килер. Икенсе тапҡыр тотолһағыҙ, бына һеҙгә!”
9 майҙа көн иртәнән алып кискә тиклем аяҙ, сыуаҡ була. Кис сәғәт алтылар тирәһендә Физинкин бригадаһын эштән иртәрәк туҡтатып, контора алдындағы бәләкәй генә майҙансыҡҡа саҡыра. Үҙе ғәҙәттәгегә ҡарағанда күңеллерәк тә, яғымлыраҡ та тойола. Предприятие башлығы Афонин да килеп етә һәм ҡыҙҙарға ҡарап:
– Бөтәгеҙ ҙә йыйылдығыҙмы? – тип һорай.
– Эйе, – тип яуаплай бер тауыштан ҡыҙҙар.
– Һөйөнсө, иптәштәр! Һуғыш бөттө. Германия Гитлеры менән бергә дөмөктө. Еңеү көнө менән бөтәгеҙҙе лә ысын күңелдән ҡотлайым. Бөгөн эңергә тиклем эшләмәйһегеҙ. Яуыз дошманды еңеүҙә һеҙ ҡаҙыған торф киҫәктәренең дә өлөшө ҙур булды, – тип һау ҡулының ҙур усына өҙөлгән ҡулының беләге менән шапылдатып һуға.
Бригадир ҙа ҡушыла. Ҡыҙҙар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән “Ура!!!” ҡысҡырып сәпәкәйләй. Афонин уларҙың һәр ҡайһыһына берәр әсмүхә сәй, 200-әр грамм шәкәр, талонһыҙ берәр буханка икмәк, бишәр метр сағыу эре биҙәкле туҡыма киҫәктәрен таратып бирә.
Байрам шауҡымы өс көн тирәһе дауам итә. Элекке шикелле таңдан ҡараңғыға тиклем түгел, сәғәтле эшкә күсерәләр. Ҡыҙҙарға күҙ-ҡолаҡ булыу яғы ла йомшара. Аҙыҡты талон менән биреү һаҡланһа ла, нормаһы яҡшыға үҙгәрә: көнөнә берәр килограмм икмәк бирелә башлай.
Ошолайыраҡ көнитмеш сентябрь баштарына тиклем бара. Бер көн иһә эштән һуң ҡыҙҙарҙы тағы ла контора янына йыялар. Афонин япондарҙы еңеүебеҙҙе хәбәр итә. “Дүрт йылдан ашыуға һуҙылған һуғыш тамамланды, – ти ул. – Теләгәндәргә тыуған яғына ҡайтырға мөмкин. Юл хаҡын түләйбеҙ. Ауылда эш етерлектер. Теләгәндәргә ирекле эшселәр сифатында ҡалырға мөмкин. Торф кәрәк әле беҙҙең илгә, бик күп кәрәк”.
Иртәгәһенә ҡыҙҙарҙың яртыһы тигәндәй тәртәне ҡайтыу яғына ҡайыра. Эшкә ҡалғандар араһында Рәхимә апай ҙа була. Бер аҙ аҡса туплап, өҫ-башты әҙәмсә ҡараштырып ҡайтыу уйы менән инде.
Ирекле эшсе булараҡ йылға яҡын эшләгәс, сираттағы ял бирелә уға. Күстәнәстәрен, булған ғына мөлкәтен, ҡағыҙ-ҡараһын бәләкәйерәк ике сумаҙанға тултырып, перронда вагонға инергә сиратҡа баҫа Рәхимә. Ишек янына яҡынлашҡас, эс яҡтан ҡарараҡ йөҙлө ир заты ярҙамын тәҡдим итә лә, ҡыҙҙың яуабын да көтөп тормай, сумаҙандарҙың икеһен дә бер юлы ҡармап алып инеп китә. Поезда бытҡышып торған халыҡ араһынан күпме генә эҙләһә лә, теге кеше табылмай. Сумаҙандағы барлыҡ ҡағыҙ-ҡараһынан, мөлкәтенән ҡолаҡ ҡағып, өҫтөндәге юл кейеме менән ҡайтып йығыла Рәхимә тыуған ауылына.
Ул яҡтарға кире юлланырға теләмәй Рәхимә апай, ауылда төпләнергә була. Бер-ике йыл эшләгәс, халыҡ телендә “Бабайгород” тип йөрөтөлгән төбәктә эшкә урынлашып, ғаилә ҡороп йәшәй башлаған Нуриәхмәт ағаһының ғаилә хәлендә ҡытыршылыҡ тыуыуы тураһында хәбәрҙәр килә башлай. Әсәһе ҡыҙына ағаһының хәлен белеп ҡайтырға кәңәш итә. Рәхимә апай Маяҡ ҡасабаһында үҙенә өй әтмәләп йәшәп ятҡан ағаһы эргәһенә килеп төшә лә, йәш ғаиләнең хәле бер аҙ көйләнгәс, унда тороп ҡала.
Республиканың көньяҡ төбәгендә һоро күмер ятҡылығы табылғас, уны сығарыу, файҙаланыу буйынса ҡыҙыу эш башланып китә. Бабай, Маяҡ, Төйлөгән ҡасабалары тирәһендә күмер сығарыу, төҙөлөш эштәре, тимер юлдары һуҙыу... Һәр урында йәш көстәр бик кәрәк була. Иренмә, эшлә генә. Барактан йәшәү урыны йүнләп алып, Рәхимә тимер юл төҙөлөшөнә урынлаша.
Бер көн Фиалина исемле әхирәте менән баҙарға бара ла сиратҡа баҫа. Ҡыҙҙарҙан алда һомғол буйлы, мыҡты кәүҙәле егет тора. Ул янындағы оҙон толомло һылыуға иғтибар итмәй ҡалмай, әлбиттә. Ҡаласараҡ кейенгән ҡыҙҙы баштан-аяҡ күҙҙән үткәрә лә: “Һылыу, ауылдыҡына оҡшамағанһың, ҡайҙанһың?” – тип яғымлы ғына өндәшеп һүҙ башлай. Шулай таныша улар. Әнүәр исемле егет паровозда машинист ярҙамсыһы икән.
1926 йылғы Әнүәр ағай ете йыллыҡ әрме хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта үткәрә. Пулеметсы, сержант, Квантун армияһын ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Дембелдән һуң Бабай ҡасабаһындағы төҙөлөшкә килә. Тимер юлға эшкә урынлашып, кондукторҙан машинист ярҙамсыһына тиклем үрләй, һуңынан машинист та булып китә. Эшкә тилбер, сос, баҫһа баҡыр, типһә тимер өҙөрлөк, осҡор ҡарашлы, күркәм, һомғол буйлы егет танышыуҙарына бер ай тигәндә, Рәхимәне етәкләп ЗАГС-ҡа алып килә.
Йәштәр, 1951 йылда өйләнешеп, Бабай ҡасабаһында йәшәп алып китә. Ҡайҙа ҡарама ҙур төҙөлөш барған урында ваҡытлыса торлаҡ ҡороп алырға материал табыу ауырға ла, ҡиммәткә лә төшмәй, иренмә генә. Һалынып ятҡан тимер юл буйында эшкә яраҡһыҙ шпалдар ҙа күп була. Шуларҙан бәләкәй генә өй әтмәләйҙәр.
Төньяҡ-көнбайыш төбәктән ҡыпсаҡ яҡтарына килеп төшкән киленде ихлас ҡабул итәләр. Уның бәйләмгә, ғөмүмән, йорт эштәренә үтә тилбер булыуы ирҙең туған-ырыуына, ауыл кешеләренә бик оҡшай. Мәрғүбә бейеме, Ғүмәр ҡайнағаһы бигерәк тә ярата уны.
Дәрте урғылып ташып торған йәштәр эштән буш ваҡытын туған-тыумасаһының, дуҫ-ишенең, ауыл халҡының рухи зауығын ҡандырыуға арнай. Рәхимә апайҙың тыуған яғында сәхнә йондоҙо булып танылғанын әйткәйнек. Иш янына ҡуш тигәндәй, Әнүәр ағай ҙа көслө, моңло тауышлы икән. Өҫтәүенә өҙә баҫып бейергә лә һәләтле. Йыйын-мәжлестәрҙең йәме булып, барыһын да һоҡландырып йәшәй улар.
Ғүмер үтә, йылдар йылға булып аға. Һоро күмер нигеҙендә бер юлы ҡалҡып сыҡҡан өс эшселәр ҡасабаһының иң тәүгеһе, “Бабайгород” тип йөрөтөлгәне, 7-8 йылдан һуң, Өфө – Ырымбур юлында ятҡанлыҡтандыр инде, Күмертау исемле ҡалаға әйләнә. Бала сағы, йәшлеге ауыл ерендә үткән Үзбәковтар ғаиләһе ҡала тормошон үҙһенмәй, булмышы менән ауыл тормошона яҡыныраҡ булған Маяҡ ҡасабаһына күсенә. Бөрйән яғынан килтерелгән шыңғырҙап торған ҡарағай бүрәнәләрҙән донъя, йорт-ҡура ҡороп, уның эсен ҡош-ҡорт, ишле мал-тыуар менән тултырып, барыһына ла өлгө булырлыҡ итеп йәшәй улар яңы урында.
Баш бала Мәүлиттең тәпәй арты төклө була – ғаиләлә йәмғеһе алты бала тәрбиәләнә. Уларҙың төпсөгө Рәмил, йәшләй генә фажиғәгә тарып, ғаиләне ауырҙан да ауыр ҡайғы-хәсрәткә һала.
Һуғыш ветераны Әнүәр ағай, йәштән үҙ иткән тимер юлда ғүмере буйына эшләп, хаҡлы ялға сыға. Туғыҙ йыл элек вафат була ул. Рәхимә апай, Маяҡта йәшәй башлағас, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән психоневрология интернатында ауырыуҙарҙы бағыу менән шөғөлләнә. Ни тиклем генә ауыр булмаһын, сирлеләрҙең һәр береһенә әҙәмсә, кешеләрсә иғтибарын биреп атҡара эшен. 31 йыл элек хаҡлы ялға сыға. Кесе ҡыҙы Нәсимәнән өлкәнерәк бөтә балалары ла күңел ятҡан эштәрендә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Бөгөн Рәхимә апай, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ, хәләле Әнүәр ағайға бирелгән йыйнаҡ ҡына фатирҙа, уртансы ҡыҙы Рәмиләһенең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, май эсендәге бөйөр кеүек бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәй. Тик бына аяҡ-ҡулдың аяуһыҙ һыҙлауы ғына бәкәлгә һуға. Һаулығының ныҡ ҡаҡшап китеүен оҙайлы һуғыш ваҡытындағы ауыр эш, аслыҡ-яланғаслыҡ, Баснан һаҙлыҡтарында “бәхил” кейеп эшләү касафатылыр тигән һығымтаға килә. “Дарыуҙар, дарыуҙар... Бигерәк тә ҡиммәт үҙҙәре... Шул дарыуҙарға ташламалар булһын ине. Килешкәненән килешмәгәне күберәк. Булған ғына пенсияны елгә осораһың инде күберәк”, – тип зарлана апай һүҙ ыңғайында.
Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы “Бөтәһе лә – фронт өсөн!” тигән оранға 15 йәшенән колхоздың ревком башлығы булып ҡушылған Рәхимә Еңеүҙең 71 йыллығын оло шатлыҡ, саф, таҙа намыҫ менән ҡаршылай.