Йәй ҡоро һәм эҫе булмаҡсы13.03.2012
Башҡортостанда йәйҙең быйыл да былтырғы кеүек булыуы көтөлә. Шулай ҙа республиканың ауыл һәм урман хужалығына ҙур матди зыян килтергән 2010 йылдың йәйендәге кеүек эҫелек һәм ҡоролоҡ булмаясаҡ.
— Стәрлетамаҡҡа тиклем Ағиҙел йылғаһы бассейнында тупраҡтағы көҙгө дым норманан 60 процентҡа юғарыраҡ. Тотош бассейн буйынса был күрһәткес нормаға яҡын, — тине Ағиҙел һәм Урал йылғаларының һыу объекттарына мониторинг буйынса федераль дәүләт учреждениеһының бүлек начальнигы Әхтәм Ғәббәсов.
Уның әйтеүенсә, Ағиҙелдәге ҡар япмаһында һыу запасы декадалағы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 50–60 процентҡа түбәнерәк. Ҡарҙың тәрәнлеге әле 20–40 сантиметр, уртаса билдәләрҙән 30–50 процентҡа аҙыраҡ. Боҙ ҡалынлығы Ағиҙел бассейнында 40–65 сантиметрға етә. Норманан 25 процентҡа кәмерәк.
— Ташҡын осоронда Башҡортостан йылғаларындағы һыуҙың күп йыллыҡ уртаса кимәлдән түбәнерәк йәки уға яҡын булыуы көтөлә. Былтыр ҙа йылғаларҙағы һыу кимәле нормаға яҡын ине, — тине Әхтәм Ғәббәсов.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад