Мәктәпкә ярҙам йөҙөнән03.05.2016
Федераль ҡаҙнанан Башҡортостанға дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға 535 862,3 мең һумдан ашыу субсидия бүленде. Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында ошо туралағы бойороҡ донъя күрҙе.

25 миллиард һумлыҡ субсидия, 2013 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, илдең 56 төбәк бюджеты араһында бүленде. Әйткәндәй, ул Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләгән тәртиптә һайлап алынған төбәктәргә бирелде. Төп нигеҙ – демографик хәлде иҫәпкә алып, бер сменала уҡыу урындары менән тәьмин итеүгә ихтыяж, өсөнсө сменаны тулыһынса бөтөрөү зарур­лығы, шулай уҡ мәктәп йәшендәге балалар һанының йылдам артыуы.
Теге йәки был төбәктең ҡаҙнаһында тейешле сығым йөкләмәһен, 2016 – 2025 йылдарға төбәк программаһын үтәүгә ассигнованиеларҙың булыуы һәм мәктәпте төҙөгәндә типовой проект документтарын мотлаҡ файҙаланыу аҡса бүлеү өсөн төп шарттар иҫәбенә инде.



Вернуться назад