Утта ла янмаҫ, һыуҙа ла батмаҫ изгелек03.05.2016
Башҡортостандан өс бала ҡаһарманлығы өсөн федераль наградалар менән бүләкләнде. “Ҡайнар йөрәк” билдәләрен уларға республика буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов тапшырҙы.

Благовар районынан туғыҙ йәшлек Айгөл Шәфиева үҙ ғаиләһен генә түгел, тотош Таллыкүл ауылын ҡот осҡос һәләкәттән ҡотҡарған. Ҡустыһы менән һеңлеһен янып торған йорттан алып сығып, өләсәһе янында ҡалдырғас, ут бәләһе хаҡында башҡаларға хәбәр итергә йүгергән ул. Бөгөн Шәфиевтәр ғаиләһен ауылдаштары үҙ ҡарамағына алған, урындағы хакимиәт тә ярҙамдан өҙмәй.
Тағы ике үҫмер – Белорет районынан 12 йәш­лек Арсен Нәжметдинов һәм Стәр­летамаҡтан 16 йәшлек Михаил Алексеев – һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн бүләкләнде. Баш федераль инспектор ҡыйыу балалар тәрбиәләгән өсөн уларҙың ата-әсәһенә рәхмәт белдерҙе.
– Ошондай һоҡланғыс балаларҙы күргән һайын йәмғиәтебеҙҙә изгелекле кешеләрҙең күплегенә ҡыуанаһың. Тәү сиратта уларҙың ата-әсәләренә, туғандарына һәм яҡындарына рәхмәт әйтәм. Һәм, әлбиттә, балаларға оло рәхмәт! – тине Андрей Чечеватов.



Вернуться назад