“Эш тә, вазифа ла мине үҙе эҙләп тапты”03.05.2016
“Эш тә, вазифа ла мине үҙе эҙләп тапты” Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе”, Салауат Юлаев ордендары кавалеры, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Радил Мөхәмәтдинов Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында донъяға килгән. 1954 йылда – Үрге Ҡыйғы урта мәктәбен, 1959 йылда Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһындағы ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған районының “Победа” колхозы агрономы булараҡ башлаған. Күркәм юбилейы уңайынан уның менән әңгәмә ойошторҙоҡ.

– Радил Ҡыяметдин улы, фатирығыҙ китаптың күплеге менән хайран итә. Тарихи романдар ҙа, классиктарҙың әҫәрҙәре лә, башҡорт һәм татар яҙыусыларының ижад емештәре лә күренә. Өҫтәлегеҙҙә – республика матбуғаты баҫмалары. Китапҡа, матбуғатҡа һөйөү ҡайҙан килә?
– Ошо бүлмәлә алты меңләп китап бар. Мин уҡымай тора алмайым. Китапҡа һөйөү нәҫелдән киләлер, моғайын. Олатайым Мөхәмәтдин заманында Зәйнулла ишан менән бергә Троицк мәҙрәсәһендә уҡыған, данлыҡлы дин әһеле булған, күп телдәр белгән, мәҙрәсәлә белем биргән. Атайым да мәҙрәсәлә уҡыған, биш намаҙын ҡал­дыр­маҫҡа тырышты. Сүрәләрҙе күңелгә үтеп инерлек тауыш менән уҡыр ине. Өйҙә китапҡа хөрмәт, белем алыуға ынтылыш көслө булды. Атайым Беренсе донъя, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштары ветераны булһа ла, йомшаҡ күңелле кеше ине. Әсәйем Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙы иһә бик ҡыйыу, аҡыллы ҡатын булды. Уны “кендек инәһе”, дарыу үләндәре менән дауалаусы булараҡ та хөрмәт итәләр ине. Мин дүрт ҡыҙ араһында яңғыҙ малай булып үҫтем. Әсәйемдең башымдан һыйпай-һыйпай, һин бит бер генә улым, арпа эсендәге бойҙай, тип яратыуы бала сағымдың иң татлы мәлдәре булып хәтерҙә ҡалған. Уның ҡул йылыһы миңә әле лә көс бирә кеүек.
– Һуғыш башланған көндө хәтерләй­һе­геҙме?
– 1941 йылдың 22 июне. Ат менән күбә тарт­тырабыҙ, ә өлкәндәр килтерелгән бесәнде кәбәнгә һала. Шул саҡ берәү һыбай сабып килде лә ҡысҡырып ебәрҙе: “Һуғыш! Һуғыш башланған!”
Өлкәндәрҙең йөҙө ҡараңғыланып китте, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙ йәше күренде. Эш ҡайғыһы китте, аттарҙы егеп ҡайтырға әҙерләнә башланылар. Мин иһә осланмаған кәбәнгә иҫем китеп ҡарап торам. Ямғыр яуһа, бесәнде әрәм итерен бот буйы малайҙар ҙа белә бит, өлкәндәрҙең эште тамамламайынса ҡайтырға йыйынғанын аңлай алмайым.
– Агроном булыу ҙа бала саҡ хыялымы?
– Мин хәрби кеше булырға теләй инем. Мәктәптә һәйбәт уҡыным, юғары кластарҙа комсорг булараҡ йәмәғәт эшендә ҡатнаштым, көрәшкә йөрөнөм. Әммә яҙмыш мине Үзбәкстан яҡтарына, Сәмәрҡәнд ҡалаһына алып килде. Апайҙарым шунда урын­лашҡайны, мәктәпте тамамлағас, мине лә эргә­ләренә саҡырҙылар. Унда ауыл хужалығы инс­титутының агрономия факультетына уҡырға индем. Әлбиттә, иген нисек үҫкәнен белә инем, әммә быға фәнни яҡтан ҡарау, уҡытыусыларымдың ма­уыҡтырғыс лекциялары, практик дәрестәр тармаҡҡа башҡа күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Ҡыҙыҡһынып уҡырға тотондом, иң алдынғы сту­денттарға бирелә торған 25 процентҡа юғарыраҡ стипендия алдым. Уҡытыусыларым кафедрала ҡалырға өгөтләй ине, әммә тыуған яҡҡа ҡайтып, алынған белемде ҡулланып, иген үҫтереү теләге көслөрәк булып сыҡты.
– Өс йыл эшләмәйенсә үҙеңде уҡытыусы тип иҫәпләргә ярамай, тиҙәр. Ә бына һеҙ нисә йылдан агроном һөнәрен үҙләштерҙем тип әйтә алдығыҙ?
– Хеҙмәт юлын Ҡыйғы районының “Победа” колхозында башлап ебәрҙем. Ибрай, Мөхәмәт, Яуын ауылдары халҡынан тупланған был хужалыҡ етәксеһе Хәбир Ғәлин кешене эшләтә лә, дәртләндерә лә белә торғайны. Ә халыҡты әйҙәү – иң ауыры, был һөнәргә һине бер кем дә өйрәтмәй.
Шундай хәл иҫкә төштө әле... Ураҡ осоронда кеше еткереп булмай торғайны. Игенде йыйып алыу менән эш бөтмәй әле, уны таҙартырға, сортҡа айырырға, киптерергә, тейәп оҙатырға кәрәк. Бер мәл кис Ибрай ауыл клубына һуғылдым. Йәштәр күмәк, таҡмаҡ әйтешеп бейейҙәр. Бер яҡ ситтә гармун тора, тик уйнай белеүсеһе юҡ икән. Ә мин мәктәп йылдарында уҡ өйрәнгәйнем. Инструментты ҡулға алдым да бейеү көйҙәрен һыҙҙыра башланым. Йәштәр башта аптырашып ҡалды, унан дәртләнешеп бейеүгә төштөләр. Бер сәғәт самаһы күңелдәрен асҡас, гармунды урынына ҡуйҙым. Мәйтәм, ырҙын табағында иген яна, барып бер аҙ эшләп ҡайтырға кәрәк. Йәштәрҙән берәү ҙә клубта ҡалманы – барыһы ла минең арттан ырҙын табағына йүнәлде. Ошо кистән алып клубҡа йышыраҡ йөрөй башланым. Башта күңел асабыҙ, һуңынан эшләп алабыҙ.
Һорауығыҙға килгәндә инде... Баймаҡта Моряков тигән агроном республикала иң көслөләрҙән һанала ине. Бер мәл уның менән һөйләшеп торабыҙ. Мәйтәм, мин биш йыл эшләгәс кенә үҙемде агроном тип иҫәпләй алдым, хәҙер һәр мәсьәләгә үҙ фекерем бар. Беләһегеҙме, Моряков миңә нимә тип яуап ҡайтарҙы? Миңә үҙемде агроном тип иҫәпләү, бөгөнгө кимәлгә күтәрелеү өсөн 14 йыл кәрәк булды, ти. Бына бит кеше үҙ-үҙенә ниндәй талаптар ҡуя!
Әммә миңә агроном вазифаһында оҙаҡ эшләргә тура килмәне. 1959 йылдың көҙө ямғырлы булды, күп хужалыҡтар үҫтерелгән уңышты тулыһынса йыйып ала алманы. Ә беҙҙең “Победа”ла аш­лыҡтың бөртөгө лә ерҙә ятып ҡалманы, планды ла үтәнек, орлоҡҡа ла, фуражға ла етерлек ҡалдырҙыҡ. Район етәкселәре килеп еңеү менән ҡотланы, Ғәлингә санаторийға путевка, миңә шаҡмаҡлы күлдәк бүләк иттеләр. Бик ҡыуан­ғанымды хәтерләйем – хеҙмәтемә тәүге тапҡыр баһа бирҙеләр бит!
Йәштәр араһында абруй булғандыр инде: колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайланылар. Концерттарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашабыҙ, районда ғына түгел, республика кимәлендә лә күренә башланыҡ. Мине тиҙҙән комсомолдың район комитетының – икенсе, ә ике айҙан беренсе секретары итеп һайлап ҡуйҙылар.
– Совет осоронда кадрҙар менән эшләй беләләр ине шул. Булдыҡлы егет һәм ҡыҙҙарҙы йәһәт кенә үҫтереү хәстәрлеген күрҙеләр. Бына бит һеҙгә лә 24 йәшегеҙҙә – колхозды, 28-ҙә тотош районды ышанып тапшырғандар...
– Шуныһы ҡыҙыҡ: бер ваҡытта ла эш, вазифа һорап йөрөмәнем, улар мине үҙе эҙләп таба торғайны. Комсомолда ойоштороу эше буйынса шәп мәктәп үттем, уны бер ниндәй уҡыу йортонда алып булмай. Баҫыуҙарға, етештереү объекттарына, йыйылыштарға – бөтә ергә лә партия хеҙмәткәрҙәре менән бергә йөрөнөк, ҡыҙыу бәхәстәрҙә ҡатнаштыҡ. Тап комсомолда етәксе булараҡ формалаштым тип әйтә алам. Колхоз рәйесе вазифаһында эшләргә иртәрәктер тип уйлай инем. Әммә райком секретары мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Йә колхозға бараһың, йә партияға ағзалыҡҡа кандидатлыҡтан сығарабыҙ, тине. Әлбиттә, рәйес булып тәғәйенләгәс, бер йыл эште ныҡлап төшөнөүгә киткәндер, күберәк райком ҡушҡанын үтәгәнмендер. Ә бына артабан байтаҡ бурыс атҡарылды. Мал аҙығы наҡыҫ булғас, малдар ауырлыҡ менән сыҡты. Киләһе ҡышҡа етерлек бесән әҙерләүҙе алдан хәстәрләргә кәрәк ине. Бөтә ергә кешеләрҙе беркетеп сыҡтыҡ, ә бына Йосоп яланына бесәнселәр ҡалманы. Бәлки, уҡытыусыларҙы йәлеп итеп булыр? Мәктәп директорына ингәйнем, педагогтар элекке һымаҡ рәхмәт өсөн йөрөмәйәсәк, ти. Ә минең үҙ тәҡдимдәрем бар. Мәйтәм, мәктәпте ремонт­лашабыҙ, көнөнә өс тапҡыр бушлай ашатабыҙ, өҫтәүенә һәр уҡытыусыға шул тиклем иген бирәбеҙ. Бер кем дә тығылып, наряд яҙып йөрөмәйәсәк, аҙаҡ эште ҡабул итеп алабыҙ ҙа иҫәпләшәбеҙ. Беләһегеҙме, уҡытыусылар 250 тонна бесән әҙерләне, иң тырышы улар булып сыҡты. Ул йылда колхоз үҙ тарихында беренсе тапҡыр 1200 тонна бесән туплай алды. Ә киләһе йылына ошо уҡ яланға уҡытыусылар үҙҙәре килде.
Беҙҙә ауыл халҡы эшсән, күндәм бит, улар менән уртаҡ телде тиҙ таптым. Колхозсыларҙың барыһы ла тиерлек минән олораҡ булһа ла, “Мөхәмәтдинов ағай” тип кенә йөрөттөләр. Малсылыҡҡа ныҡлап тотондоҡ. Ике йөҙ баш һыйыр малына иҫәпләнгән һарай, быҙау, сусҡа фермаһы төҙөнөк.
– Зыя Нуриевтың “Ауылдан Кремлгә тиклем” тигән китабында һеҙҙең турала бик ҡыҙыҡлы юлдар бар. “Дәүләткә Н. С. Хрущев идара иткән йылдарҙа етәксе вазифаларға йәш, әммә партия-совет һәм хужалыҡ эше мәктәбен үткән кешеләр тәғәйенләнде. Ҡыйғы районында бик инициативалы агроном (һуңынан – колхоз рәйесе) Мөхәмәтдиновтың эшләүе хәтеремә төштө. Уға 28 йәш ине. Беҙ уны КПСС-тың Салауат райко­мының беренсе секретары вазифаһына тәҡдим иттек... Ул тиҙ арала коммунистарҙы бергә туплап, район партия ойошмаһының көсөн хужалыҡтарҙың иҡтисадын күтәреүгә йүнәлтә алды. Салауат районы уның етәкселегендә төньяҡ-көнсығышта алдынғы булып китте”.
– 1965 йылда мине КПСС-тың Ҡыйғы райкомына икенсе секретарь итеп һайланылар. Иртәгәһенә район етәкселәре менән колхозға барып дөйөм йыйылыш үткәрҙек. Халыҡтың мине колхоздан ебәргеһе килмәй. Президиумда ултырыусыларҙан берәүҙең: “Һеҙҙән башҡа ла вазифаһынан бушата алабыҙ!” – тигәнен ишеткәс, бар әҙәм йыйылышты ташлап сығып китте. Коммунистарҙы йәнә йыйғансы төн уртаһы еткәйне. Беренсе секретарҙың, партбилетығыҙҙы сығарып һалырға тура килер, тип янауы ғына мәсьәләне хәл итте.
Бер аҙҙан иһә мине Салауатҡа беренсе секретарь итеп тәғәйенләнеләр. Район 1935 йылда барлыҡҡа килһә лә, һуңынан уның яртыһын – Дыуанға, ҡалғанын Ҡыйғыға бүлеп биргәндәр. Хәҙер инде йәнә тергеҙелә. Райондарҙы эреләткән мәлдә күпселек административ биналар күсереп алынған, кадрҙар юҡ. Малаяҙҙа ултырырға бина ла, аппарат та, хатта ултырғыс менән өҫтәл дә юҡ. Интернат-мәктәптең коридорында эш башларға тура килде.
Әлбиттә, районға 18 йыл етәкселек итеү осоронда ҙур юл үттек. Барлығы 24 мәктәп, Әй һәм Йүрүҙән йылғалары аша дүрт күпер, үҙәк район дауаханаһы, бик күп административ бина, мәҙәниәт йорттары, мал ҡуралары төҙөлдө. Милли баты­рыбыҙҙың данлы исеме ныҡ ярҙам итте. Мәскәүҙә, Өфөлә юғары кабинеттарға кергәндә “Салауат Юлаевтың тыуған яғы өсөн бит!” тип әйтеүҙең йоғонтоһо көслө булды. Районда “Янғантау” шифа­ханаһы урынлашыуын, ҙур түрәләрҙең унда йыш ял итеүен дә социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн файҙаланырға тырыштыҡ. Партия райкомы бинаһын төҙөлөш планына индереүҙе һорап хатта Брежневтың үҙенә хат яҙҙыҡ. Алты айҙан КПСС Үҙәк комитеты секретары М. А. Суслов ҡул ҡуйған хат килеп төштө. “1980 йыл планына индерергә” ҡушҡан.
– 1982 йылда һеҙҙе Тәтешле райкомының беренсе секретары итеп күсерәләр. Ғәжәп, әммә бөтә төп күрһәткестәр буйынса артта һөйрәлгән район биш йыл эсендә республикала алдынғылар рәтенә сыға. Бығаса иген культураларының уртаса гектар уңышы ун центнерға ла етмәһә, биш йылдан уртаса уңыш 26 центнер тәшкил итә. Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев һеҙҙең менән тәүге осрашыуҙы яҡшы хәтерләй. Ул саҡтағы йәш агрономды иртәнге сәғәт алтыла телефон шылтырауы уята. “Йәһәт кенә контораға килеп ет, беренсе секретарь беҙгә килде”, – тиҙәр уға. Баҡһаң, һеҙ иртәнге биш тулғансы уҡ район үҙә­генән колхозға килеп етеп, баҫыуҙарҙы, фер­маларҙы ҡарап сығырға өлгөргәнһегеҙ икән. Ғөмүмән, етәксе булып эшләгән йылдарҙа ғәҙәти эш көнөгөҙ нисек үтә ине?
– Иртәләгән уңған, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Иртәнге биштәрҙән дә ҡалмай һәр саҡ аяҡ өҫтөндә булаһың. Фермала, баҫыуҙа, оҫтаханала эш барышын контролдә тотаһың, килеп тыуған пробле­маларҙы хәл итәһең. Колхозда оперативканы тәүҙә көн башында үткәрә инем, һуңынан киске ете-һигеҙгә күсерҙем. Сөнки иртән зоотехник, ферма мөдирҙәре – фермала, агроном – баҫыуҙа, инженер оҫтаханала кәрәк, ә улар миндә хәбәр тыңлап ултыра. Салауатта, Тәтешлелә эшләгәндә иһә ике көнгә бер ярты районды урап сыға торғайным. Төбәктә һәр саҡ ҙур төҙөлөштәр барҙы, уларҙың ихтыяждары менән танышып, кәрәкле материалдар менән тәьмин итешәһең. Киске сәғәт ундарға райкомға кереп документтар менән булашып, район, республика матбуғатын ҡарап, киске сәғәт ун берҙәрҙә өйгә ҡайтып инәһең. Шәмбе – тулыһынса, йәкшәмбе ярты көн эштә үтә. Шунһыҙ ярамай, сөнки етәксе булғас, уртала ҡайнарға, барыһын да контролдә тоторға, төрлө өлкәләрҙәге проблемаларҙы мәлендә хәл итә барырға кәрәк. Яңы эшләй башлаған етәкселәр иһә айырым иғтибар үҙәгендә, хеҙмәткә ныҡлап өйрәнгәнсе байтаҡ ваҡыт үтеп китә бит.
Бер мәл колхоз рәйесе итеп яңы һайланған иптәш менән һөйләшеп торабыҙ. Иртән фермаға йөрөйһөңмө, тип һорайым. Унда ни эшләйем ин­де, ти был. Мәйтәм, иртән сәғәт бишкә һауынсылар янына барһаң, уларҙың һинең турала нимә уйлағанын белер, феләктәр, электр лампочкалары етешмәгәнен, яңы тыуған ҡайһы бер быҙауҙарҙың үлеп ятҡанын күрер инең.
Кистән быға барып ҡундым да иртәнге һауынға тегене фермаға алып киттем. Барып керһәк, ундағы быу аша бер нәмә лә күрерлек түгел. Урыҫ ауылы ине, мәрйәләр эш аралаш ҡатлы-ҡатлы итеп етәкселәрҙе һүгә. Баҡһаң, барыһы ла мин әйткәнсә икән. Феләктәре етешмәй, лампочкалар янмай, бер мөйөштә яңы тыуған быҙау үлеп ята. Зоотехник туғыҙынсы яртыға, ферма мөдире туғыҙға ғына килеп етте. Бына шундай тәрбиә ысулдары ҡулланырға тура килә торғайны.
– Республика халҡының 40 проценты самаһы ауылда йәшәй. Уларҙың бөгөнгө көнитмеше, ергә бәйле реформалар, аграр мәсьәләләр буйынса дәүләт сәйәсәтен нисек баһалайһығыҙ?
– 1987 йылда мине республика Агропромсоюзы рәйесенең беренсе урынбаҫары – министр, Ер ресурстары буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнеләр. Закондар базаһы, ер белгестәре әҙерләү, уҡытыу, яңы структураны булдырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Үтә ҡатмарлы осор ине. 1993 йылда Рәсәй Конс­титуцияһының 9-сы статьяһында “Рәсәй Федера­цияһында ер шәхси, дәүләт һәм муниципаль милектә булырға мөмкин” тип яҙып ҡуйылды. Был ерҙе хосусилаштырыуға этәргес булып торҙо. Әммә беҙ башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы барлығына һылтанып, республикала ергә шәхси милекте тыйҙыҡ.
Һөҙөмтәлә беҙҙә ауыл хужалығы йүнәлешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу 2006 йылдың 1 ғин­уарынан ғына башланды. Был дөрөҫ аҙым булдымы? Һөҙөмтә ниндәй? Бер генә һан: Рәсәй йыл һайын сит илдәрҙән 45 миллиард долларға тиклемге хаҡҡа аҙыҡ-түлек һатып ала башланы.
– Һеҙгә заманында илгә, республикаға етәк­селек иткән төрлө шәхестәр менән тығыҙ ара­лашыу насип булған. Улар хаҡында күңелегеҙҙә ниндәй хәтирәләр һаҡлана?
– Салауатта райком бинаһын һала инек, Шакиров килде. Проектлаусылар ултырыштар залы булырға тейешле өлөштә асыҡ урын ҡалдырған. “Ҡыш бында ҡар тулып, яҙын һыу ағып яфалаясаҡ бит, бөтәштерегеҙ”, – ти Шакиров. Дөрөҫ әйтә, ул күрә, ә мин нисек иғтибар итмәнем икән, тип аптырайым.
Шул уҡ Салауатта Мөрсәлим ит комбинаты төҙөйбөҙ. Ул килеп төҙөлөш барған ерҙе урап сыҡты ла, бар етәкселәрҙе йыйып, юғары кимәлдә кәңәшмә үткәрҙе, иң киҫкен проблемаларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтте. Әйтерһең дә, ай буйы ошо төҙөлөш мәсьәләһен өйрәнгән. Ә бит унда биналар һаны ғына ҡырҡлап ине.
Зәкәриә Аҡназаров менән бөтә мәсьәләләр буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшергә мөмкин булды, ул беҙгә Салауат Юлаев музейын, башҡа күп объекттарҙы төҙөүҙә ныҡ ярҙам итте. Зыя Нуриев иһә дәүләт кимәлендәге ҙур шәхес ине. Улар районға килһә, ҡайтарғы ла килмәй торғайны сөнки аралашыуҙан шул тиклем фәһем, аҡыл алаһың, етәксе булараҡ үҫәһең...
– 1958 – 1965 йылдарҙа Башҡортостанда 315 ҡеүәтле предприятие төҙөлгән, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Күмертау, Сибай, Учалы, Мәләүез ҡалалары барлыҡҡа килгән. Былар барыһы ла республикаға Нуриев идара иткән ваҡытта, ете йыл эсендә, хасил булған! Радил Ҡыяметдин улы, һеҙҙең быуын ил ҡеүәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән. Әлеге йәмғиәткә, осорға ниндәй баһа бирер инегеҙ? Бәхетле мәлдәрегеҙ йыш буламы?
– Беҙ бәләкәй саҡта ата-әсәләр, кеше алдында оят булмаһын, тип өйрәтә торғайны. Унан да ҡурҡынысыраҡ нәмә юҡ һымаҡ ине. Бөгөн иһә йәмғиәттә оялыу тойғоһо юҡҡа сыҡты кеүек. Миллиардлап һум урлауҙарына аптырамайбыҙ ҙа. Мин биш йыл колхоз рәйесе булып эшләнем, үҙемә йорт һалыу башыма ла килмәне, бөтә ваҡытымды, көсөмдө хужалыҡты үҫтереүгә бирҙем. Ун һигеҙ йыл Салауат районына етәкселек итеп, аҙаҡ Тәтешлегә күскәндә йортом да, кассала аҡсам да юҡ ине. Уның ҡарауы, намыҫым таҙа, бергә эшләгән йәшерәк коллегаларымдың бөгөн дә әйткән ихлас рәхмәт һүҙҙәре, хөрмәт күрһәтеүе үҙе ҙур шатлыҡ!
Әле балаларҙың һәм ейәндәрҙең уңыштарына ҡыуанып йәшәйем. Ҡатыным Бибисара менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Барыһы ла тормошта үҙ юлын тапты. Ирек улым Мәскәүҙә Бауман исемендәге юғары техник училищены, һуңынан Финанс институтын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Ул етәкселек иткән “Россельхозбанк”тың Башҡортостан бүлексәһе Рәсәйҙә иң алдынғылар иҫәбендә булды, күптән түгел премьер-министр урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде. Ҡыҙыбыҙ Ирина – табип, Шамил – Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә идаралыҡ начальнигы.
Һигеҙ ейән-ейәнсәребеҙ, өс бүләсәребеҙ бар. Уларҙың бәләкәй генә уңышы ла күңелгә әйтеп бөткөһөҙ ҡыуаныс бирә. Дүртенсе класта уҡыған ейәнем Тимур бер көн шатланып килеп керҙе. Петр Беренсенең буйы 203 сантиметр булғанын әйткәйнем, тарих уҡытыусыһы “бишле” ҡуйҙы, ти. Мин барыһын да өҫтәмә белем алырға өндәп, төрлө темаға китаптар биреп кенә торам. Мәктәптә, институтта алған ғилем, ундағы дәреслектәр ярты уңыш ҡына әле, үҙ өҫтөңдә даими эшләргә саҡырам. Донъяла танылыр, уңышҡа өлгәшер өсөн уҡырға, күберәк белергә кәрәк.

Марат ӘМИНЕВ әңгәмәләште.



Вернуться назад