“Әсә” – Арктикала03.05.2016
Антарктидалағы “Новолазаревская” һәм “Кинг Джардж” станцияларында VIII “Арткино” Бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы автор киноһы фестиваленең иң яҡшы фильмдары күрһәтелгән. Сарала ҡатнашҡандар араһында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың “Әсә” фильмы ла бар.

Фестивалде ойоштороусылар – Урыҫ дәүләт музейы һәм “Сәнғәт донъяһы” ижади берекмәһе. Иң яҡшы тип табылған фильмдар Рәсәйҙең 40 төбәгендә күрһәтеләсәк.
Проектҡа Рәсәйҙән, шулай уҡ Испания, Украина, Азербайжан, Словения, Эстония, Чили илдәренән вәкилдәр үҙ эшен ебәргән. Тамашасылар 2015 йылдың иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильмын билдәләү өсөн тауыш бирә ала.


Вернуться назад