Биҙгәктән нисек һаҡланырға?03.05.2016
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡты бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе тураһында иҫкәртә. Сирҙе башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата.

Зарарланғандан алып ауырыуҙың тәүге билдәләре күрен­гәнгә тиклем ике-өс, һирәк осраҡта ете аҙна ваҡыт үтә. Сир ҡапыл башлана: тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡалтырата, баш, мускулдар, бил, эс ауырта. Ҡайһы берҙә танауҙан ҡан ағыуы ихтимал. Бөйөр эшмәкәрлеге боҙола. Сирҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ауырыу постель режимына һәм даими медицина күҙәтеүенә мохтаж.
Биҙгәкте иҫкәртеү өсөн белгестәр санитар-техник сараларҙы даими үткәрергә кәңәш итә. Яҙ-көҙ айҙарында баҡсалағы кимереүселәр юҡ ителергә тейеш.
Табиптар дөйөм һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡыра. Яҙ баҡса йорттарында йәшәй башларҙан алда һауыт-һабаны, иҙәнде өс процентлы хлорамин ҡушып йыуырға кәрәк. Эш мәлендә битлек, бирсәткә кейеү мөһим. Йомшаҡ инвентарҙы, яҫтыҡ-түшәкте елләтеү, ҡояшта киптереү зарур. Ҡулды йышыраҡ йыуырға, кимереүселәрҙе бирсәткәһеҙ тотмаҫҡа кәрәк.
Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе янамай.




Вернуться назад