Һаҡһыҙлыҡ, вайымһыҙлыҡ бәләһе03.05.2016
Республикала янғын осраҡтары артыу сәбәпле, 10 майға тиклем Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһындағы идара органдары өсөн юғары кимәлдәге әҙерлек эше иғлан ителде.
Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов видеоконференция режимында Баҡалы, Балтас, Шаран райондарындағы янғындар, имен булмаған ғаиләләр менән эшләү һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған ултырыш үткәрҙе. Йыл башынан төбәктә 1 119 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 126 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 12 бала.
Ултырыш Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса уҙғарылды. Республика етәксеһе фажиғәләрҙең сәбәбен тиҙ арала асыҡларға һәм райондарҙа янғын хәүефһеҙлеген ойоштороу эшен юғары кимәлдә үткәрергә фарман биргән.
– Иҫкәртеү системаһы тейешле кимәлдә эшләмәй, – тип белдерҙе Рөстәм Мәрҙәнов. – Тиҙ арала өҫтәмә һәм ҡәтғи саралар күрергә кәрәк. Оҙайлы байрамдар мәлендә фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн барлыҡ власть һәм көс органдары теүәл эшләргә тейеш.
10 майға тиклем барлыҡ ауыл Советтары вәкилдәре өй беренсә йөрөп сығырға һәм хәүефле тип табылған йорттарҙың исемлеген төҙөргә бурыслы. Авария хәлендәге электр сымдары, хужалары эскән ғаиләләр асыҡланырға тейеш. Әгәр ата-әсә ышанысһыҙ түгел икән, сабыйҙарҙы дәүләт һәм социаль учреждениеларға оҙатырға кәңәш ителә.
Белгестәр билдәләүенсә, янғындарҙың күбеһе иғтибарһыҙлыҡ, вайымһыҙлыҡ сәбәпле сыға. Арабыҙҙа мәрхәмәтле кешеләр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Рәсәй эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса участка полицейскийы Сергей Васильев – тап шундайҙарҙан. Ул янғын сыҡҡан фатирҙан ауырыуҙы һәм уны ҡараған ҡатынды алып сыҡҡан.