Дауа ғына түгел29.04.2016
Ҡымыҙҙың кеше организмына шифаһы күп төрлө. Был эсемлек, дарыуҙарға ҡарағанда, аппетитты тиҙерәк яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Нервы системаһына, йөрәккә ыңғай тәьҫир итә, һулышты киңәйтә. Унда витаминдар, ферменттар, ә иң мөһиме — туберкулез һәм эсәк инфекцияһын тыуҙырыусы вирустарға ҡаршы көрәшеүсе матдәләр бар. Ҡымыҙҙан еңелмәгән сирҙәрҙе табыуы ла ҡыйын. Ул – баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле милли ризыҡ ҡына түгел, ә ысынлап та мөғжизәле үҙенсәлектәргә эйә булған эсемлек. Был турала билдәле ғалим, табип Әмир Шамаев яҙған.
Ауыл хужалығы министрлығында үткән конференцияла фекер алышыу тап ошо ғәжәп эсемлеккә арналды. Сарала ғилми, дауалау-һауыҡтырыу учреждениелары, туҡланыу һәм сауҙа ойошмалары етәкселәре, тикшереүсе органдар бейә һөтөнән ҡымыҙ етештереү һәм халыҡты тәьмин итеү мәсьәләләре хаҡында әңгәмәләште.
Рәсәйҙә йыл да уртаса өс мең тонна ҡымыҙ етештерелһә, шуның 2,3 мең тоннанан күберәге, йәғни 75 проценты Башҡортостан өлөшөнә тап килә. “Әммә был беҙҙең уңышты ғына түгел, милли эсемлекте файҙаланыу мәҙәниәте юҫығында хәл итәһе мәсьәләләрҙе лә күрһәтә. Ҡымыҙҙы беҙгә медицинала дауалау маҡсатында ғына түгел, ә көн һайын организмды нығытыу йәһәтенән дә эсергә өйрәнергә ваҡыт. Ул бер үк ваҡытта ағзаларҙы нығытыусы аҙыҡ булараҡ та ҡабул ителгән, – тине сығышында ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин.
Башҡортостандың сертификатлау һәм экспертиза үҙәге директоры урынбаҫары Нәзифә Сөғәйепова билдәләүенсә, техник регламентҡа ярашлы, бары бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән эсемлек ҡымыҙ тип атала. Был юҫыҡта намыҫһыҙ әҙәмдәрҙең эшмәкәрлеге бәкәлгә һуға. Улар һыйыр, кәзә һөтөнән яһалғандарын ғына түгел, ниндәйҙер шикле эсемлектәрҙе лә сауҙаға сығара.
Республикала иң күп ҡымыҙ Әбйәлил районында етештерелә. Былтыр 5 790 центнер ҡымыҙ бешкәндәр, әммә уларҙың мөмкинлеге ҙурыраҡ. Бары “Ҡаҙмаш” йәмғиәте генә йыл да сауҙаға 700 литр ҡымыҙ сығара.
Бәләбәйҙәр 4 147 центнер шифалы эсемлек әҙерләп, 2013 йылғы күләмдән 21 процентҡа арттырған. Учалылар иһә 1563 центнер ҡымыҙ һатҡан (19,3 процентҡа күберәк). Төньяҡ-көнсығыштағы Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат райондарында ҡымыҙ етештерелһә лә, был юҫыҡта эште әүҙемләштереү кәрәк.
Эсемлектең 50 проценттан ашыуын хужалыҡтар үҙҙәре һатһа, 38-е сауҙа нөктәләре аша тәҡдим ителә, ә туғыҙ проценты самаһы республика дауалау-һауыҡтырыу һәм шифахана-курорт учреждениелары өлөшөнә тап килә.
Әлбиттә, ҡымыҙҙы һаҡлау ваҡытының сикләнгәнлеге, эсемлектең йылдың барлыҡ миҙгелендә лә етештерелмәүе магазиндарҙа өҙөклөккә килтерә, һәм был һаман да көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ошо кәмселекте бөтөрөү өсөн бөгөн хужалыҡтарға кооперацияға берләшеү мөһим. Башҡортостан дәүләт аграр университеты вәкилдәре был йүнәлештә уҡыу йорто базаһында ла, хужалыҡҡа барып та практика үткәреү, белгестәр әҙерләү мөмкинлеген белдерҙе. Әлбиттә, абруй яулаған эсемлекте республика буйынса ғына түгел, сит илдәргә лә һатыуға оҙатыу йәһәтенән мөмкинлек бар. Әммә был эште тейешле кимәлдә башҡарыу өсөн дәүләт ярҙамы мөһим, тип белдерҙе конференцияла ҡатнашыусылар.