Тарих һабаҡтары29.04.2016
Тарих һабаҡтары Тарих фәндәре кандидаты, филокартист В.К. Федоров яҙыуынса, ХХ быуат башында медицина буйынса бик һирәк кенә белеш­мәләрҙә башҡорт ҡымыҙы телгә алын­мағандыр, моғайын. 1770 йылда уҡ академик П.С. Паллас Мәскәү тирәһенән һәм Дондан сирле халыҡтың ҡымыҙ эсеү өсөн башҡорт далаларына юлланыуы, был эсемлектең файҙаһы хаҡында яҙған. 1858 йылда табип Н.В. Постников ҡымыҙ менән дауалаған тәүге шифахананы асҡан. Күп тә үтмәй, Кавказға һыуға барғандай, башҡорт ерҙәренә лә ҡымыҙға күпләп килә башлағандар. 1909 йылда Өфө губерна­һына ғына бөтә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән ҡымыҙ эсеп һаулығын нығытыу өсөн 4 704 кеше килгәне билдәле.
Тарих һабаҡтарыТарих һабаҡтарыБәләбәй ҡалаһы менән Дәүләкән ауылы ҡымыҙлы төбәктең “баш ҡалалар”ы булып һаналған. Улар тирәләй ҡымыҙ менән дауалау йорттарының тотош селтәре бар­лыҡҡа килгән. Сәләмәтлеген ҡайғыртыу­сылар артҡандан-артҡан, шифаханалар ҙа үҫкән. “Аҙ ҡанлылыҡтан, үпкә сиренән, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, плевриттан, бронхиттан һәм башҡаларҙан яфаланған, нервыһы ҡаҡшаған, эштән талсыҡҡан кешеләр өсөн ҡымыҙ – ысын мәғәнәһендә тән һәм йән сихәте. Туберкулездың баш­ланған осоронда ул айырыуса фай­ҙалы. Сирлеләрҙең бөтөнләй һауығыуы осраҡ­та­ры ла аҙ түгел”, – тип яҙған доктор В.Н. Золотницкий 1910 йылда нәшер ителгән “Ҡымыҙ менән дауалау урындары буйынса белешмә”һендә.
Үҙенең данын һәм абруйын һаҡлаған бөтә курорттар кеүек үк, Бәләбәй менән Дәүләкән дә реклама индустрияһы менән шөғөлләнгән. Был йәһәттән почта открыт­каларының әһәмиәтен билдәләргә кәрәк. Эш киң ҡолас менән ойошторолған. Ял итеүселәр туғандарына һәм яҡындарына хәлдәрен белдереп “ҡымыҙлы сюжет” сағылдырылған открыткалар ебәргән. Бәләбәй уларҙы йөҙәрләп сығарған. Дәүләкәндәге открыткалар нәшерләүсе А.П. Фризен хаҡында әйтеп тороуҙың да кәрәге юҡтыр: открытка сығарыу эшендә ул хатта Өфө нәшриәттәрен дә уҙып киткән.
В.К. Федоровтың коллекцияһындағы открыткаларҙың сюжеттары төрлө-төрлө. Нимә генә юҡ унда! Гүзәл тәбиғәт тә, шифахана биналары ла, ял итеүселәр ҙә... Ә иң мөһиме – бер нәмә менән дә сағыш­тырып булмаҫлыҡ урындағы колорит: башҡорт ауылдары, башҡорт, татар, сыуаш халыҡтарының этнографик үҙенсәлектәре. Ҡымыҙ етештереү барышы ла (бейә һа­уыуҙан алып ҡымыҙҙы шешәгә тултырыуға тиклем) бөтә нескәлегендә күрһәтелгән. Бындай открыткалар заманында бөтә Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә ҙур танылыу яулаған.


Вернуться назад